Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 347


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫ
бутҡаһын өлкән табаҡҡа ауҙарып, өҫтөнә .. киндер майы ҡойҙо. һ. Дәүләтшина.
4. Билдәле бер кимәлдән беше, шырт.
□ Жёсткий. Ҡаты сәсле. Ҡаты туҡыма. ■ Тимер төймәле ҡара сәкмән, яңы бурек, ҡаты кундән тегелгән ботинкалар кейеп алғандан һуң, улар [малайҙар] уҙҙәрен бер аршынға уҫеп киткәндәй тойҙо. Н. Мусин. • Ҡаты тунды туным тимә, кеше улын улым тимә. Әйтем.
5. кусм. Булған кимәленән көслө булған, ныҡ (тәбиғәт куренештәренә ҡарата).
□ Жёсткий, крепкий, крутой, сильный (о стихийных явлениях); сильный, быстрый (о течении). Ҡаты ямғыр. Ҡаты һыуыҡтар. Ҡаты буран. Ҡаты ағымлы йылға. М Ҡыш утеп барыуына ҡайғырып, усен алып ҡалырға тырышҡан һымаҡ, февраль айы ғинуарға ҡарағанда ла донъяны ҡаты һыуыҡҡа солғаны. Я. Хамматов. • Аҡман-тоҡман алты көн, алтыһы ла ҡаты көн. Әйтем.
6. Ныҡ дәрәжәлә көслө, ҡыҙыу. □ Упорный, ожесточённый, жестокий. М Куп булһа ете-һигеҙ километр алыҫлыҡта ҡаты һуғыш бара. Ә. Хәкимов. Көн һуғышҡан, ти, Урал, төн һуғышҡан, ти, Урал. Ҡаты яуы барғанда, дейеуҙәрҙе ҡырғанда, Әзрәҡәгә тап булып, икәуһе ҡаршы тороп, ҡылысҡа ҡылыс килеп, һуғышҡандар, ти, былар, алышҡандар, ти, былар. «Урал батыр».
7. Көслө, яңғырауыҡлы. □ Громкий (о голосе, шуме). Ҡаты тауыш. ■ Рамазан һиҙмәй ҡалды: әллә ни арала немец самолётының былар тәңгәленән олоп утеуе булды, донъяны ҡот осҡос ҡаты шартлау тетрәтте. Ә. Хәкимов.
8. кусм. Ныҡ дәрәжәлә көслө, аяуһыҙ булған. □ Сильный, тяжёлый. Ҡаты ҡарғыш. Ҡаты ҡәһәр. Ҡаты нәфрәт.
9. кусм. Рухи яҡтан ныҡлы, тотороҡло; көслө. □ Сильный, стойкий. Ҡаты характерлы. Ҡаты рухлы. ■ Кисерелгән тән яраһы ла, йән яраһы ла, курәһең, уның [Хамматтың] ҡаты ихтыярын ныҡ ҡына ҡаҡшатҡайны. 3. Биишева. Ҡарт Влади
мир оҙон буйлы, киң яурынлы, ҙур ҡара куҙле, еңелмәҫлек ирекле, ҡаты характерлы, ҡурҡа белмәусе, бик моһабәт һәм матур бер ир ине. Ә. Чаныш.
10. кусм. Үтәлеүе мотлаҡ булған, ҡәтғи, ныҡлы. □ Твёрдый, строгий, жёсткий. Ҡаты тәртип. Ҡаты талаптар. М Тоҙ тауы көнөн-төнөн ҡаты һаҡ аҫтында тотола: дурт мөйөшөндә лә башы ябыулы бейек ҡойма, һәр береһенә икешәр туп ҡуйылған, мылтыҡ-ҡылыслы һаҡсылар тора. 3. Ураҡсин. Батша быны ишеткәс, ҡыҙарынған, буртенгән, ҡысҡырынған, екергән, батырҙарына ҡарап: «Үлем эҙләп йөрөһә, ҡанға һыуһап тилмерһә, курһәтегеҙ улемде, танытығыҙ илемде!» — тип, ҡаты фарман биргән, ти. «Урал батыр». Айҙар ҡаты бойороҡто ҡапыл йомшаҡ вәғәҙәгә алмаштырҙы. М. Кәрим. Ғәскәри башлыҡтар тарафынан ҡаты дисциплиналар ҡуйылып, һалдаттар араһында тикшереп тороу эштәре бик арттырылды. М. Ғафури. Куҙ етмәҫ киңлеккә йәйелгән сиреуҙең ҙурлығына, тәртиптең ҡатылығына хайран ҡалды илселәр. Ә. Хәкимов.
11. кусм. Аяуһыҙ, тупаҫ мөнәсәбәтле, кешелекһеҙ, мәрхәмәтһеҙ. □ Суровый, строгий. Ҡаты хөкөм. Ҡаты яза. ■ [Тәңкәбикә:] Дәрәжәһе ҙур булған һайын бәндәләрҙең ҡаны ҡаты була. М. Кәрим. Прииск хужалары: «Тапҡан алтынды йәшермәгеҙ. Юғиһә, закон буйынса ҡаты яуапҡа тарттырыласаҡһығыҙ», — тип киҫәтеп торалар. Я. Хамматов. • Һуҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡаты. Әйтем.
12. Ауыр, күңелде китерҙәй. □ Резкий (об ответе, замечании). Ҡаты тәнҡит. ■ Сажидәне Уйылдан ысынлап та ярата ине. Уға артыҡ ҡаты һуҙ әйтмәне, өлкән бисәһенең ҡағып-һуғыуына юл ҡуйманы; ҡайҙа барһа — шунан буләккә яңы әйбер алып ҡайтыр ине. Н. Мусин.
13. Башҡарыуға ҡыйын, ҡатмарлы. □ Трудный, тяжёлый. Ҡаты йөкләмә. Ҡаты һынау. • Эш ҡаты — аш татлы. Әйтем.
347