ҠАТЫ
14. кусм. Үҙ әйберен ҡыҙғаныусан, һаран. □ Скупой, жадный, прижимистый. Аҡса яғына ҡаты кеше. М [Әфләтунов — председателгә:] Бик ҡиммәт һорайһыңдыр инде. Ҡатыһың бит һин, куршекәй. Ә. Вәли.
15. кусм. Ауыр кисерелә торған, ҙур кисерешкә дусар иткән, ғазаплы, көслө. □ Тяжёлый, трудный, мучительный. Ҡаты ауырыу. Ҡаты һөйөу. Ҡаты ҡайғы.
16. Тәме ныҡ сыҡҡан, организмға тәьҫире көслө (сәй, тәмәке һ.б. ҡарата). □ Крепкий. Ҡаты ҡымыҙ. Ҡаты ҡәһуә. Ҡаты эсемлектәр. Ҡаты тәмәке. ■ Йәш нефтселәр оҙон-оҙаҡ кәйеф-сафа ҡороп ултыра алманы. Йонсоу, иртәнән бирле ас йөрөу һәм тынды ҡурырлыҡ ҡаты спирт уҙенекен итте. Р. Солтангәрәев. Әсмәбикә апай, ҡаты сәй яһап, уның [Ғәли ағайҙың]алдына ҡуйҙы. 3. Биишева.
♦ Башы ҡаты теҙгенгә буйһонмаған малға ҡарата әйтелә. □ Необузданный; дикий. Йомшаҡ йәйеп {йәки түшәп) ҡатыға ултыртыу һәйбәт һөйләшкән булып, ғәмәлдә киреһен эшләгәндә әйтелә. □ соотв. Мягко стелет, да жёстко спать. ■ [Йомағол — Баһау ға:] Бик шыма һыҙыраһың, бригадир. Йәғни ярмаңды бик эре ярҙыраһың. Йомшаҡ тушәп ҡатыға ултыртмаһаң ярар ине. Й. Солтанов. Күҙе ҡаты ҡар. ҡаты күҙ. ■ Ҡуҙе ҡаты кеше хатта ағасты ҡорота. Ф. Хисамитдинова. Ҡаты бауыр {йәки бәғер) кешене ҡыҙғанмаған, йәлләй белмәгән, кешелекһеҙ. □ Жестокосердный. Я Яңы бисәһенең хөсөтөнә төшөп, Әхмәҙи алты айлыҡ имсәк балаһын уҙ әсәһенән ҡайырып алды һәм ҡаты бәғер угәй әсә ҡулына тапшырҙы. Л. Якшыбаева. Ҡаты йоҡо бер ни тоймай торған, тәрән. □ Крепкий сон. М Хаммат хәҙер ауылдың ҡаты йоҡоға талыу ын, тирә-яҡты ҡуйы ҡараңғылыҡ баҫыуын көттө. 3. Биишева. [Йылҡыбай:] Беҙҙе урлаусылар бында иҫергәнсе ҡымыҙ эстеләр ҙә ҡаты йоҡоға сумдылар. «Ҡуҙыйкүрпәс». Ҡаты күҙ зарар, зыян килтерер, күҙ тейҙерер көскә эйә күҙ; ҡаты
күҙ. □ доел. Тяжёлый глаз (по представлениям башкир, способный сглазить, нанести вред). • Ҡаты куҙҙән тал һына, йомшаҡ һуҙҙән таш һына. Әйтем. Ҡаты күңелле ҡар. ҡаты бауыр. ■ Кеселәргә шәфҡәтле булығыҙ, уларҙы рәнйетмәгеҙ, ҡаты куңелле булмағыҙ. Р. Фәхретдинов. Назаров ошо мәлгә тиклем уҙен иң ҡаты куңелле кешеләрҙең береһе итеп иҫәпләй ине. Н. Мусин. Ҡаты ҡолаҡ йәки ҡолаҡҡа ҡаты 1) насар ишетеүсе кешегә ҡарата әйтелә; һаңғырау. □ Тугоухий. М [Жирников:] Һин, Михаил, ҡолаҡҡа ҡаты тугелһең шикелле! Ишетмәгән булһаң, йәнә ҡабатлайым: сәсен ҡырҡтырып, поташ заводына эшкә ебәр. 3. Ураҡсин; 2) һүҙгә иғтибар бирмәгән, кеше һүҙен иҫәпкә алмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ В одно ухо входит, из другого выходит. ■ Белеклегә бер әйтеу ҙә артыҡ һымаҡ, белекһеҙгә мең әйтһәң дә — ҡаты ҡолаҡ. М. Ямалетдинов. Ҡаты ҡуллы 1) талапсан, ҡәтғи. □ Очень требовательный. ■ Пётр Максимович уҙ ҡулы аҫтында эшләүселәргә һуңғы ваҡытта тағы ла ҡатыраҡ ҡуллы була башланы. Н. Мусин. Хәҙер шуларҙы хәтерләйем дә ул ваҡытта ҡаты ҡуллы булып күренгән өләсәйҙең ни тиклем яҡшы куңелле булыуын аңлайым. М. Кәрим. Бисәләр ирҙең ҡаты ҡуллыһын ярата ул! 3. Биишева; 2) мәрхәмәтһеҙ, уҫал, яуыз. □ Суровый, жестокий. ■ Ҡарасәс һылыуҙың атаһы, ни тиклем ҡыҙыу ҡанлы, яуыз холоҡло, аяуһыҙ ҡаты ҡуллы булмаһын, уға ла бала һөйөу, уға ҡарап, һөйөнөу, йыуаныу тойғоһо хас. Ә. Сөләймәнов. Тимашев бәхәстең башынан уҡ: «Ниңә әле был ҡаты ҡуллы хәрби губернатор ошо урта ҡул ғына чиновник менән сәйәсәт тураһында йомшаҡ ҡына һөйләшеп ултыра? — тип аптыраны». 3. Ураҡсин.
ҠАТЫ II (Р: очень, сильно; И.: hard; vastly; T: katı) p.
Эш-хәлдең, күренештең бик көслө, юғары дәрәжәлә булыуын күрһәтә; бик ныҡ. □ Очень, сильно, твёрдо, крепко. Ҡаты һөй-
348