ҠАТЫҒОРОТ
ләшеу. Ҡаты әрләу. Ҡаты ауырыу. Ҡаты тәнҡитләу. ■ Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғында ҡарҙан ҡаты төшкән ҡырау бар. Халыҡ йырынан. Гастрит менән яфаланыусыларға, ашҡаҙанда сей яра булғанда, хроник сирҙәр ҡуҙғып киткән осорҙа ҡаты итеп әҙерләнгән йәшел сәй менән мауығырға ярамай. «Йәшлек», 8 ғинуар 2008. • Ағиҙел ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр; хәсрәт уҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр. Әйтем.
♦ Ҡаты бәрелеү {йәки ҡағылыу) кешегә ауыр һүҙ әйтеү, кеше менән тупаҫ мөғәмәлә итеү. □ Обращаться с кем-л. грубо, сказать грубо, крепко. ■ Ҡаты бәрелеп, ғәуам халҡын өркөткәнсә, һылап-һыйпап барын бергә бәйләу яҡшы. Ш. Бабич. Ҡаты тороу үҙ ҡарашыңа, иманыңа ышанып эш итеү, үҙеңдекен итеү. □ Стоять твёрдо, решительно на своём. Үҙ һуҙецдә ҡаты тороу. Иманыңда ҡаты тороу.
ҠАТЫ III (Р.: корка; И.: crust; T.: kabuk) и.
Ниҙеңдер кибеп ҡороған ҡыртышы.
□ Корка. Бәлеш ҡатыһы. ■ Иркәләп һөйләнә-һөйләнә, йәмшек һарыҡ ауыҙына ҡарсыҡ икмәк ҡатыһы йомдорта. Й. Солтанов. Юл ҡатыһы барҙа, йылғаны аша сығып ҡалығыҙ! — тине Алтынбикә. Ф. Иҫәнғолов.
ҠАТЫ IV и. диал. ҡар. ҡырау I, 1. Бөгөн иртән ҡаты төштө. Картуфты ҡаты ҡыҫты ла ҡуйҙы.
ҠАТЫ V и. этн. диал. ҡар. ҡатай. Ҡаты ырыуы башҡорто.
ҠАТЫ АҢҠАУ (Р.: твёрдое нёбо; И.: hard palate; T.: sert damak) и. анат.
Ауыҙ ҡыуышлығының өҫкө алғы ҡаты өлөшө (ауыҙ ҡыуышлығын танау ҡыуышлығынан айырып тороусы һөйәк бул-геһе). □ Твёрдое нёбо. Ҡаты аңҡау өнө. ■ Палатализация — тел уртаһының, төп артикуляцияға өҫтәлмә рәуештә, ҡаты аңҡауға кутәрелеуенән ҡайһы бер өндәрҙең нәҙегәйтеп әйтелеше. Г. Йәғәфәрова.
ҠАТЫ БАЛ (Р.: каменный мёд; И.: wild honey; T.: yabani arılar yapan bal) и.
Ҡырағай бал ҡорттарының балы. □ Каменный мёд (мёд диких пчёл). Ҡаты бал — һирәк осрай торған һәм уҙенсәлекле бал. Ҡаты бал йылдар буйына уҙенең сифаттарын һаҡлап ҡала ала.
ҠАТЫБАШ с. диал. ҡар. һаран. Ҡатыбаш кейәу. Ҡатыбаш булыу.
ҠАТЫБАШ ТӘТӘЙ (Р: чертополох; И.: thistle; T.: dikenli yabani ot, çöğür) и. бот. диал.
Ойошма сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы, алһыу күк йомро сәскәле сүп үләне; шайтан таяғы. □ Чертополох (лат. Carduus). Ҡатыбаш тәтәй сәскәһе. Ҡатыбаш тәтәй — сәнскеле улән.
ҠАТЫ БИЛСӘН (Р: осот шероховатый; И.: sonchus species; T: dikenli papatya) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы, һары сәскәле бер йыллыҡ ҡый үләне. □ Осот шероховатый (лат. Sonchus asper). Баҡсаны ҡаты билсән баҫҡан. Тутәлдәрҙе ҡаты билсәндән таҙартыу.
ҠАТЫ БОЙҘАЙ (Р: пшеница твёрдая; И.: durum wheat; T.: makarnalık buğday) и. бот.
Аҡһымға бай, елемсәһе әҙерәк булған бойҙай төрө. □ Пшеница твёрдая, кубанка белотурка (лат. Triticum durum). Ҡаты бойҙай уҫтереу. Ҡаты бойҙай сәсеу. ■ Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары ҡырыҫ тәбиғәте менән айырыла. Шулай ҙа нәҡ ошонда юғары сифатлы ҡаты бойҙай уҫә. «Йәшлек», 3 июль 2012.
ҠАТЫ ВАГОН (Р: жёсткий вагон; И.: hard-seated carriage; T.: yolcu vagonu) и.
Ҡаты ултырғыслы пассажирҙар вагоны. □ Жёсткий вагон. Ҡаты вагонға билет алыу. Ҡаты вагонға ултырыу. Ҡаты вагонда килеу.
ҠАТЫҒОРОТ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) u. этн.
349