Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 350


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫҒЫУ
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-усерган.
ҠАТЫҒЫУ I (ҡатыҡ-) (Р.: окрепнуть; И.: get stronger; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
Һөт менән нығыныу, көскә ултырыу. □ Окрепнуть, стать здоровым. Ҡатыҡҡан бәрәс. Быҙауҙар ҡыш буйына һөт имеп ҡатыҡҡан.
ҠАТЫҒЫУ II (ҡатыҡ-) (Р.: высыхать; И.: go dry; dry out; T.: kurumak) ҡ. диал.
Кибеү, кибеп бөтөү. □ Высыхать, высохнуть. Ҡатығып бөтөу. Ҡер ҡатыҡҡан. Ҡатыҡҡан куләуек.
ҠАТЫҒЫУ III (ҡатыҡ-) (Р: созревать (о травах)-, И.: ripen; T.: yetişmek) ҡ. диал.
Үләндең өлгөрөүе, бешеүе. □ Созревать (отравах). ■ Июль айында уләндәр тамам ҡатығып бөтә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАТЫ ЕЛ (Р: сильный ветер; И.: strong wind; T.: şiddetli rüzgâr) и.
Ҙур тиҙлектәге, киҫкен һыуыҡ ел. □ Сильный ветер. ■ Төньяҡтан өргән ҡаты ел, әллә кемгә асыуланғандай, әллә кемдәрҙе бөлдөрөп ташларға теләгәндәй, әллә кемдәрҙән ус алырға ынтылғандай геуләп, ыжғырып, ҡараңғы оҙон төндә йөрәккә ҡурҡыу һала. Ғ. Дәүләтшин. Ҡис менән төньяҡтан иҫә башлаған ҡаты ел болоттарҙы ҡыуаланы. Б. Дим. Ҡыш кук кукрәһә, бик ҡаты ел булыр. һынамыш.
ҠАТЫ КАЛУШ и. диал. ҡар. ҡата I, 1. Ҡаты калуш кейеу. Ҡаты калуш тегеу. Ике пар ҡаты калуш.
ҠАТЫҠ (ҡатығы) (Р: катык; И.: kind of Bashkir dairy product; T.: katık) и. этн.
1. Ҡайнатылған һөткә ойотҡо һалып ойотоп яһалған аҙыҡ. □ Катык (вид кисломолочного продукта). Ҡатыҡ ойотоу. Сөсө ҡатыҡ. Әсегән ҡатыҡ. Баллы ҡатыҡ, һөҙмә ҡатыҡ. Ш Ҡағиҙә буйынса ҡорот фәҡәт бешереп әсетелгән һөттән, йәғни ысын ҡатыҡтан яһалырға тейеш. М. Өмөтбаев. Ураҡ ваҡытында игенде кисеп йөрөнө
халыҡ — уҙҙәренең ашағаны быҡтырылған улән, һыйыры барҙыҡы — ҡатыҡ булды. Т. Ғарипова. Әбей ҡалай зәйпергә әсе ҡатыҡ һалып алды ла, һикелә ултырған самауырын тотоп, һыу буйына төшөп китте. Р. Солтангәрәев. Өммөгөлсөмдөң шаян яуабы аласыҡтан килде: «Аллаға шөкөр, байлығыбыҙ бар, ҡәйнеш: әсе ҡатыҡ та, шишмә һыуы ла етерлек. Эс купкәнсе эсер-лек!» 3. Биишева. • Ҡөҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ — ҡыҙым менән кейәугә; яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ — улым менән киленгә. Әйтем.
2. һөйл. Ашҡа һалына торған ойотолған һөт һ. б. һөт аштары. □ Кисломолочный продукт, заправляемый в суп (катык и др.). М Бату с арҡаһында интегеуенән, ҡатыҡһыҙ ҡара өйрә ашын ашауҙан, ҡайғыһынан һәм куп уйланыуынан, надзирателдәр менән һалдаттарҙан яфа сигеуҙән арып-талып, Аҡмулла тағы ла куңелһеҙ уйҙарына сумды. Я. Хамматов.
ҠАТЫҠАБАҠ (ҡатыҡабағы) (Р: жук;
И.: bug, beetle; T.: böcek) и. зоол. диал.
1. Ҡаты ҡанатлы бөжәк; ҡуңыҙ. □ Жук (лат. Coleoptera). Тиреҫ ҡатыҡабағы. Һыу ҡатыҡабағы. Ҡатыкабактар игенгә төшкән.
2. Ҡойроғо айырылып торған, оҙон тәнле бөжәк; айырығойроҡ. □ Уховёртка (лат. Foîficula auricularia). Ҡатыкабактар умартаға төшкән.
ҠАТЫ ҠАЛПАҠ (ҡалпағы) (Р: вид колпака; И.: sort of a cap; T.: kalpak türü) и. диал.
Ҡалпаҡ төрө. □ Вид колпака. Ҡаты ҡалпаҡ йөрөтөу. Ҡаты ҡалпаҡ кейеу.
ҠАТЫ ҠАНАТ и. зоол. диал. ҡар. этеш. Ҡаты ҡанат таҙартыу. Ҡаты ҡанат ҡурыу. Ҡаты ҡанаттан аш бешереу.
ҠАТЫ ҠАР и. ҡар. ҡар шекәрәһе. Сана табандары ҡаты ҡарҙа шығыр-шығыр килә. ■ Ҡаты ҡарҙа ялан еренең ур ҡуянын, төлкөнө тотоу еңел тугел, сөнки улар бөтөнләйгә батмайҙар, хатта тырнаҡтарының эҙе лә беленер-беленмәҫ кенә ҡала. С. Ильясов. Ҡарҙы яуған һайын
350