Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 351


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫЛАНЫУ
тапап, кәрәкһә, ағас олоно тирәләй һыу һибеп торорға кәрәк. Ҡаты ҡарҙы сысҡандар урап уҙа. «Башҡортостан», 30 октябрь 2010.
ҠАТЫҠЛАУ (ҡатыҡла-) (Р.: заправлять катыком; И.: add qatyq to; T: katıklamak) ҡ.
Ашҡа, һурпаға ҡатыҡ һалыу. □ Заправлять, приправлять катыком. М Зәлифә урынынан торҙо ла, ваҡланып туҫтаҡҡа ебетергә ултыртылған ҡоротон ҡалаҡ менән иҙә һалды ла, ҡаҙандағы һурпаны ҡатыҡлап, ҙур һурпа алдырына һалып өләшеп сыҡты. Т. Хәйбуллин.
ҠАТЫҠЛЫ (Р: заправленный катыком; И.: qatyq added; T.: katıklı) с.
Ҡатыҡ һалынған, ҡатыҡланған. □ Заправленный, сдобренный катыком. Ҡатыҡлы һурпа. М Ҡатыҡлы балтырған ашы менән бешкән һарына оҙаҡ ҡына кинәндерә халыҡты. К. Мәргән.
ҠАТЫҠОРТ и. зоол. диал. ҡар. ҡаты-ҡабаҡ 1,2. Һоро ҡатыҡорт. Игенгә ҡаты-ҡорттар төшкән.
ҠАТЫ-ҠОТО I (Р.: корки; И.: bread crust; T.: yemek / tabak artıkları) и. йыйн.
Кибеп ҡатҡан һыныҡ икмәк, тешләмдәр.
□ Объедки, засохшие куски хлеба, корки. В Арҡаһына иҫке тоҡсай аҫҡан, уға ниндәйҙер ҡаты-ҡото тултырған теләнсе ҡатын йортҡа инеп, ишек яңағына һөйәлеп, һыңар ҡулы менән доға ҡылды. Ғ. Хәйри. • Икмәк юғы ямандыр: ҡаты-ҡото кимертә. Әйтем.
ҠАТЫ-ҠОТО II (Р: засохший; И.: dried up; T.: kurumuş) с.
Кибеп, ҡороп бөткән, ҡатыға әйләнгән.
□ Засохший, загрубелый. Ҡаты-ҡото икмәк. Ҡаты-ҡото аҙыҡ. ■ Яландарҙы ҡарағай үҫентеләре, ҡаты-ҡото үләндәр баҫып бара. «Башҡортостан», 13 апрель 2011.
ҠАТЫ-ҠОТО III (Р: грубо; И.: roughly, grossly; T.: kabaca) р.
Тупаҫ, ихтирамһыҙ. □ Грубо, неучтиво. Ҡаты-ҡото һөйләшеү. Ҡаты-ҡото ғына яуап биреү.
ҠАТЫҠ-ҺӨТ и. йыйн. ҡар. һөт-ҡатыҡ. Ҡатыҡ-Һөт һатып алыу. Ҡатыҡ-Һөт менән генә көн күреү.
ҠАТЫЛАНДЫРЫУ (ҡатыландыр-) (Р: делать твёрдым; И.: harden, render hard; T.: katılaştırmak) ҡ.
Ҡатыға әйләндереү, ҡаты итеү. □ Делать, сделать твёрдым, крепким что-л. Матдәне ҡатыландырыу. Ҡамырҙы ҡатыландырыу. Тәртипте ҡатыландырыу. Язаны ҡатыландырыу. Тормош уны ҡатыландырҙы.
ҠАТЫЛАНЫУ (ҡатылан-) (Р: затвердеть; И.: harden; T.: katılaşmak) к.
1. Ҡатыға (I, 1, 2, 4) әйләнеү. □ Затвердеть, делаться твёрдым, крепким, жёстким. Ҡатылана барыу. Ҡатыланып бөтөү. Ҡатыланып килеү. Ҡатыланған матдәләр. Юл ҡатыланды. Ҡатыланған иҙмә. Ҡатыланған икмәк киҫәге. Ҡаты һыуға сәс ҡатыланды. Ш Терһәк, теҙ һәм ус тиреһе ҡатыланып китһә, уға һуған бутҡаһы һылағыҙ һәм лейкопластырь менән йәбештереп ҡуйығыҙ ҙа, 20 минуттан һуң йыуып, үҫемлек майы һөртөгөҙ. «Йәшлек», 16 июль 2009.
2. Ҡуйыға, ҡатыға (I, 3) әйләнеү. □ Становиться крутым от варки или замешивания. Йомортҡа ҡатыланған. Ш [Уҡытыусы:] Ҡара әле — ҡаты кишер ҡайнар һыуҙа булғас, йомшаҡ һәм ыҡҡа килде. Ватылыу-сан һәм шыйыҡ йомортҡа ҡатыланды. «Йәшлек», 6 апрель 2010.
3. күсм. Ҡырыҫланыу, аяуһыҙға, ҡатыға (I, 10) әйләнеү. □ Ожесточаться, становиться строгим, жёстким. Закондар ҡатыланды. Я Ниңә һуңғы мәлдә [һалдаттарҙың] хеҙмәттәре уғата ҡатмарлашып китте, тәртип-интизам ҡатыланды? Ә. Хәкимов. Юлды икегә бүлеп торған тотош һыҙыҡты киҫеп сығыусыларға яза ҡатыланды. «Йәшлек», 1 апрель 2008.
4. күсм. Булған кимәленән көслөрәккә әйләнеү, ҡаты (I, 5,10) булыу. □ Суроветь, ожесточаться, становиться суровым, строгим. Ҡыш көндән-көн ҡатылана. Атайым
351