Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 353


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫН-ҠЫҘ
ҡалһа, тел өҫтөндә. Әйтем. Яман ирҙән яҡшы ҡатын алдараҡ. Әйтем. Яңғыҙ булыр егеткә биҙәү ҡатын тап булыр. Әйтем.
3. Ир-егеттең йәмәғәтенә өндәшеү һүҙе. □ Жена (слово-обращение мужа к жене). ■ [Сәфәрғәли:] Йә, ҡатын, тирә-яҡтан яусылар килеп тора, ни эшләйбеҙ? Сәлим кантон үҙенә һорай, тегеһе улына һорай. М. Буранғолов. Ҡатын, — ти Әхмәтгәрәй, — яҡын йоғонма, бәләһе булыр... Налог -ты куп һалдырыр... Ғ. Хәйри.
4. Һәнәрен, вазифаһын күрһәткән һүҙҙәр менән килеп, ҡайһы зат кешеһе икәнен белдерә. □ Женщина (выражает принадлежность лица к женскому полу при характеристике рода занятий, профессии, занимаемой должности). Уҡытыусы ҡатын. Баш инженер ҡатын. Лаборант ҡатын.
ҠАТЫН АЛЫУ (ҡатын ал-) (Р.: жениться; И: marry; T.: evlenmek) ҡ.
Кәләш алыу, әйләнеү. □ Жениться, брать в жёны. • Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал. Мәҡәл. Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк. Мәҡәл. Ат алһаң, яҡындан ал, ҡатын алһаң, алыҫтан ал. Мәҡәл. Ҡатын алмаҡ бик кәрәк, көн дә батман ит кәрәк. Әйтем.
ҠАТЫН АНДЫҘ и. бот. диал. ҡар. ана андыҙ. К Ир кеше — ир андыҙ, ҡатын кеше ҡатын андыҙ төнәтмәһе эсергә тейеш, һис бутарға ярамай. Экспедиция материалдарынан.
ҠАТЫН БУЛЫП БАРЫУ (ҡатын булып бар-) (Р.: выходить замуж; И.: marry smb; T.: evlenmek) ҡ.
Кейәүгә сығыу. □ Выходить замуж. Күршегә ҡатын булып барған. Икенсе ҡатын булып барған. Сит илгә ҡатын булып барған.
ҠАТЫНДАРСА (Р: как женщина; И.: like women; T.: kadınlar gibi) р.
Ҡатындарға хас булғанса, ҡатындар кеүек. □ Как женщина, по-женски. ■ Йыйылғандар батырҙар, ҡатындарса кейенеп, йыйын төҫөн йәшереп, тау уйыны төҫ би
реп, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килеп, йырлап, уйнап йөрөгәндәр. Эпостан.
ҠАТЫН КЕШЕ и. ҡар. ҡатын 1. ■ Өс мөғжизә мине әсир алды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. М. Кәрим. • Ҡатын кеше ҡамыр менән ҡартая, бала менән һарғая. Мәҡәл.
ҠАТЫНҠЫ I (Р: крепкий (о теле)', И.: sturdy; strong; T.: sağlam) с.
1. Тәне ныҡ, көслө; ныҡлы. □ Крепкий (отеле). М Мыҡты кәүҙәле, ҡатынҡы беләктәрендә көс-ғәйрәт уйнаған, ҡоңғорт йөҙлө, шоңҡар ҡарашлы егет быйыл ун етенсе йәйен ҡаршыланы. И. Ноғоманов. Килешле кәүҙәһен ҡатынҡы тотоп, алдан капитан Ротов ишеккә йүнәлде. Н. Мусин. Гәүһәр ҙә тупһанан төшә һалып, үҙенә һуҙылған әллә ни яҙыуҙар менән сыбарланып бөткән ҡатынҡы ҡулдарҙы йылы устарына һыйҙырырға тырышып тотҡоланы. М. Ҡаһарманова.
2. Бер самараҡ ҡаты, ҡатыраҡ. □ Твёрдый, жестковатый. Ҡатынҡы икмәк һынығы. Ҡатынҡы холоҡ. М һеҙ бара тороғоҙ, — тине Зөләйха ҡатынҡы тауыш менән. — Мин табиптың өйөнә — Зилә Халиҡовнаға барып киләм. Йомошом бар. Н. Мусин.
ҠАТЫНҠЫ II (Р: глуховатый; И.: somewhat deaf, hard of hearing; T.: sağır) с. диал.
1. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, ишетмәҫ. □ Глуховатый. Колаҡҡа ҡатынҡы. Ҡатынҡыға әйләнеү. ■ Һорау бирһәң дә ишетмәҫ, ҡатынҡы! Экспедиция материалдарынан.
2. Тотанаҡлы, тыйнаҡ. □ Выдержанный, сдержанный (о человеке). Ҡатынҡы кеше. Бигерәк һыр бирмәҫ, ҡатынҡы холоҡло.
ҠАТЫН-ҠЫҘ (Р.: женщины; И.: women; T.: kadınlar) и. йыйн.
Ирҙәргә ҡапма-ҡаршы заттағы кешеләр; ҡатындар һәм ҡыҙҙар. □ Женщины. / Женский. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Катын-ҡыҙ-ҙар йыйыны. Катын-ҡыҙ хеҙмәте. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте. ■ Катын-ҡыҙ сәй эсергә ҡалды, Хәбибулла ҡарт сығып китте. Н. Мусин. Сходҡа ауылдың йәше-ҡарты, айырыуса ҡатын-
353