Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 354


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МӘСЬӘЛӘҺЕ
ҡыҙ ябырылып килде. Ә. Хәкимов. Ир-ат — йылға буйына, ә ҡатын-ҡыҙ бәшмәккә китә.
Р. Солтангәрәев. • Ҡатын-ҡыҙ куп булған йортта һыу булмаҫ. Әйтем. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡартаһы ҡырҡ. Әйтем. Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ супләп бөткөһөҙ. Әйтем. Өйҙөң йәме — ҡатын-ҡыҙ. Әйтем.
ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МӘСЬӘЛӘҺЕ (Р: женский вопрос; И.: feminine issue; T.: kadın sorunu) и. сәйәси.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге хәле, хеҙмәте, уларҙың гражданлыҡ хоҡуғын ирҙәр менән тигеҙ итеү тураһындағы мәсьәлә. □ Женский вопрос. Ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһен ку-тәреу. Ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһен тикшереу. Ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһенә туҡталыу.
ҠАТЫНҠЫЛАНЫУ (ҡатынҡылан-) (Р: стать крепким; И.: become strong; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
1. Ҡатынҡыға әйләнеү; нығыныу (тәнгә ҡарата). □ Стать крепким (о теле). Тәне ҡатынҡыланған. Егет ир ҡорона етеп ҡатынҡыланып китте.
2. Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ булыуҙан тән ҡатып китеү; ҡатыға әйләнеү. □ Застояться, онеметь (о частях тела). М һолтанбай тороп ултырҙы, ерҙә оҙаҡ ятыуҙан тәне ҡатынҡыланып киткән, яурындарын һикерткеләне. Н. Мусин.
ҠАТЫНҠЫУ (ҡатынҡы ) ҡ. һөйл. ҡар. ҡатынҡыланыу 2. М Был кеше .. ултырған саҡта ҡатынҡып киткән тәнен яҙыр өсөн ҡолас йәйеп кирелде. Н. Мусин.
ҠАТЫНЛЫ (Р: женатый; И.: married; Т.: evli) с.
Өйләнгән, ҡатыны бар. □ Женатый, имеющий жену. Ҡатынлы ир. Ҡатынлы булыу. • Ике һыйырлының айраны бар, ике ҡатынлының вайраны бар. Әйтем.
ҠАТЫНЛЫҠ (ҡатынлығы) (Р: принадлежность к женскому полу; И.: state of being a woman; wife; T.: kadınlık) и.
1. Ҡатын булыу хәле. □ Принадлежность к женскому полу. / Женский. Ҡатынлыҡ сифаттары. Ҡатынлыҡ һыҙаттары.
М Айбулат Гөлйөҙөмдөң ай яҡтыһында тағы ла ағыраҡ булып куренгән йөҙөнә, ҡыҙ ваҡыттағыға ҡарағанда ла, ҡатынлыҡ, әсәлек тойғолары менән килә торған мәғәнәле уйсанлыҡ өҫтәлеп матурайған куҙҙәренә .. ҡарап һоҡланды, һ. Дәүләтшина.
2. Кейәүҙә булыу, ир менән йәшәү. □ Замужество. Ҡатынлыҡ осоро. Ҡатынлыҡ хоҡуҡтары. Ш Иренең һәр бер айырым уҙғарған минуты, секунды өсөн хисап алырға ярата торған, уҙенең ҡатынлыҡ бурысын бары шунан ғына табыуҙан уҙа алма[ны] һәм уҙырға теләмә [не] Сәлимә. Ғ. Хәйри.
ҠАТЫНЛЫҠ КӘРЕ (Р: женская половая потенция; И.: female potency; T.: kadınların cinsel gücü) и. мед.
Ҡатын-ҡыҙҙың енси һәләте, көсө. □ Сила, мощь, женская половая потенция. ■ Әгәр ҡатындың ҡатынлыҡ кәре кәмеһә, тушәккә йылан тиреһе тегәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАТЫНЛЫҠҠА АЛЫУ (ҡатынлыҡҡа ал-) (Р: жениться; И.: marry; T.: evlenmek) ҡ.
Кәләш итеп алыу, әйләнеү. □ Жениться, брать в жёны. ■ [Мәргән:] Утыҙ биш йәшемдә саҡ ун башы мансафына ирештем, әсирә ҡыҙҙы ҡатынлыҡҡа алдым. Ә. Хәкимов. Әхтәме улгәс, ҡатынлыҡҡа алырға һоратып ҡараған кешеләр ҙә булманы тугел, булды, әммә, балаларын уйлап, баш тартты [Флурә]. Д. Бүләков.
ҠАТЫНЛЫҠҠА БАРЫУ (ҡатынлыҡҡа бар-) (Р: выходить замуж; И.: marry smb', T.: evlenmek) ҡ.
Кейәүгә барыу. □ Выходить замуж. ■ [Ҡыҙ:] Улай булғас, һин Алып батыр булаһың инде, әгәр ҙә көрәштә мине еңә алһаң, мин һиңә ҡатынлыҡҡа барам. «Алып батыр».
ҠАТЫНЛЫҠҠА СЫҒЫУ (ҡатынлыҡҡа сыҡ-) ҡ. ҡар. ҡатынлыҡҡа барыу. ■ Ҡыҙ, икеһен дә ҡотҡарып, уҙе Сәйфелмөлөккә ҡатынлыҡҡа сыға. Эпостан.
ҠАТЫНЛЫҠ ҠОМАРЫ и. мед. ҡар. ҡатынлыҡ кәре. Ҡатынлыҡ ҡомарын арттырыу. Ҡатынлыҡ ҡомарының кәмеуе.
354