Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 355


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫРМА
ҠАТЫНУҠЫУ (ҡатынуҡы-) ҡ. диал. ҡар. ҡаты ныҡыу. Калуштан аяҡ ҡатын-уҡыған. Ус ҡатынуҡыған.
ҠАТЫНША (Р.: женоподобный; И.: effeminate; T.: kadınca) с.
Ҡатын-ҡыҙ холоҡло; ваҡсыл (ир кешегә ҡарата). □ Женоподобный (по характеру). Ҡатынша ир. Ҡатынша булыу. ■ «Ҡатынша. Ир башың менән иңеңә көйәнтә һалып... Оялмай... Ҡулыңды ҡамырға ла тығырһың әле, тартынмай... Уны белгәндә, бәләкәйҙән туҡмас йәйеп өйрәтер инем үҙеңде», — тип әрләгән улын әсәһе. М. Бураҡаева. • Ирҙәүкә булһа — ҡатының яу, ҡатынша булһа — ирең яу. Мәҡәл. Ҡатыншанан ҡатын артыҡ. Әйтем.
ҠАТЫНШАҠ (ҡатыншағы) и. диал. ҡар. ҡатынша. Ҡатыншак ир. Ҡатыншак булыу. Катыншаҡ холоҡло.
ҠАТЫНШАЛАНЫУ (ҡатыншалан-) (Р.: вмешиваться в женские дела; И.: interfere with women’s affairs, work; T.: kadınlaşmak) ҡ.
1. Ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡыҫылыу, ваҡсыл булыу. □ Вмешиваться в женские дела. В Тейешһеҙгә ҡатыншаланып торма. М. Тажи.
2. Холоҡ-фиғеле менән ҡатын-ҡыҙға оҡшау (иргә ҡарата). □ Стать похожим на женщину. Ҡатыншаланып бөтөү. Ҡатыншаланып тороу.
ҠАТЫ НЫҠЫУ (ҡаты ныҡы-) (Р: натереть мозоль; И.: appear (of callus); T.: nasır bağlamak) ҡ.
Күп өйкәлеүҙән ҡалынайып, сурайып ҡатыу (тирегә ҡарата); һөйәл сығыу. □ Натереть мозоль. М Зөлкәрнәйҙең ус эҫтәренә, бармаҡ төптәренә ҡаты ныҡыған. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАТЫП ҠАЛЫУ (ҡатып ҡал-) (Р: застыть; И.: set; become stiff; T.: donup kalmak) ҡ.
1. Ҡаты хәлдә тороп ҡалыу. □ Застыть, затвердеть. К Суминовтың бөтә ағза-быуыны, зәхмәт һуҡҡандай, ҡатып ҡалған. Ә. Хәкимов. Бағымсы ҡарсыҡтың таш
услаған ҡулдары күтәрелгән килеш ҡатып ҡалды. 3. Ураҡсин.
2. күсм. Аптырауҙан шаҡ ҡатыу. □ Застыть (от изумления, удивления). ■ Бына «Волга» эсенән ике егет сыҡты. Уларҙы күргәс, Айһылыу апай баҫҡан ерендә ҡатып ҡалды. Н. Ғәйетбаев.
ҠАТЫРҒА (Р: картон; И.: cardboard; Т.: karton) и.
Ҡалын ҡаты ҡағыҙ. □ Картон. / Картонный. Ҡатырға менән тышлау. ■ Ваҡ-төйәк күстәнәс һалынған ҡатырға сумаҙанын бил ҡайышы менән арҡаһына аҫты ла, ауыҙ эсенән көйләй-көйләй, китте Искәндәр. Ә. Хәкимов. Солтанов өҫтәлендә ятҡан ҡатырға папканан бер бит ҡағыҙ алып һондо. Н. Мусин. Өйөнә ҡайтҡас, Әхмәҙиә ҡунаҡҡа кейә торған кейемен алып ҡуйҙы. Ҙур һандыҡты асып, иң төптән ҡатырға ҡумтаны тартып сығарҙы. Р. Солтангәрәев.
ҠАТЫРҒАНЫУ I (ҡатырған-) (Р: напрягаться; И.: strain oneself; T.: gerilmek) ҡ. диал.
Көс һалыу, көсөргәнеү. □ Напрягаться, прилагать усилие. Ҡатырғанып күтәреү. Ҡатырғанып эшләү. Ҡатырғанып ҡысҡырыу. В Нәғимә һуғышҡа хәтле ҡатырғанып бер эш тә эшләмәне. Колхозда ла, өйҙә лә эштең ауырын Ғилман ағай күтәрә ине. 3. Биишева. Детдомға?! — Фатима ҡатырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. .. Әллә мин бер баланы аҫрамаҫлыҡмы? Аҫрайым! Б. Бикбай.
ҠАТЫРҒАНЫУ II (ҡатырған-) ҡ. диал. ҡар. ҡатыу I, 1. Каҡ ҡатырғанған. Ҡорот ҡатырғанған.
ҠАТЫРҒАНЫУ III (ҡатырған ) (Р: сказать строго; И.: say firmly; T.: sert konuşmak) ҡ. диал.
Ҡаты итеп әйтеү. □ Сказать строго, твёрдо. Ҡатырғанып әйтеү. Ҡатырғанып эшкә ҡушыу.
ҠАТЫРМА I (Р: лепёшка, испечённая без масла; И.: wheat flat cake without butter or oil; T.: yağsız hazırlanan pide) и. кул. диал.
355