Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 356


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЫРМА
1. Майһыҙ табала бешерелгән йәймә. □ Лепёшка, испечённая без масла. Бойҙай ҡатырмаһы. ■ Ул ваҡытта ашарға бер нәмә лә булмағас, әсәйем минең өсөн куршеләрҙән әҙерәк он һорап алып, һыуға бутап ҡатырма бешерҙе. «Ашҡаҙар», 28 сентябрь 2010.
2. диал. ҡар. бауырһаҡ I, 1. Ҡатырмаға ҡамыр баҫыу. Ҡатырма бешереу.
ҠАТЫРМА II (Р.: гостинец; И.: present; T.: hediye) и. диал.
Бүләк итеп алып киленгән йәки ебәрелгән ашамлыҡ; күстәнәс. □ Гостинец. Ҡатырма алып барыу. Ҡатырмаға йыуаса бешереу. Ҡатырма ебәреу. Ҡатырма ашарға саҡырыу.
ҠАТЫРМАҠ I (ҡатырмағы) (Р.: береста, подкладываемая в задник обуви; И.: birch bark in footwear’s back; T: ayakkabının lortu için huş ağacı kabuğu) и.
Аяҡ кейеменең үксәһе артына ҡуйылған ҡаты туҙ. □ Береста, подкладываемая в задник обуви. Итек ҡатырмағы. Ҡатырмағы туҙған.
ҠАТЫРМАҠ II (ҡатырмағы) и. диал. ҡар. ҡатырма I, 1. Ҡатырмаҡ бешереу. Ҡатырмаҡтан ауыҙ итеу.
ҠАТЫРМАҠ III (ҡатырмағы) и. диал. ҡар. ҡыра I, 2. Ҡатырмаҡ тартыу. Ҡатырмаҡ йыйыу. Ҡатырмаҡ ойоу.
ҠАТЫРМАҠ IV (ҡатырмағы) и. диал. ҡар. ҡатырға. Ҡатырмаҡ тышлы. Ҡатырмаҡ тартма. Ҡатырмаҡ ҡырҡыу.
ҠАТЫРМАҠ V (Р: твердоватый; И.: һаг-dish; T.: katı) с. диал.
Ныҡ ҡаты булмаған, ҡатҡаныраҡ. □ Твердоватый. Ҡатырмаҡ ҡар. Ҡатырмаҡ булыу. Ҡатырмаҡ ер. Ҡатырмаҡ икмәк. Ҡатырмаҡ булып бөтөу. Ҡатырмаҡ булып тороу.
ҠАТЫРМАҠ VI (ҡатырмағы) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового
подразделения башкир племени кыпчак. Ҡатырмаҡ араһы шәжәрәһе.
ҠАТЫРСА и. туҡ. диал. ҡар. ҡалтырса I,
1. Ҡатырсаға ҡуйып епте урау.
ҠАТЫРША МАЙЫ и. ҡар. ғәтершә. ■ [Йыһан:] Бына бик һәйбәт ҡатырша майы, еҫе инде әллә ҡайҙан аңҡып тора. X. Ибраһимов.
ҠАТЫРЫЛЫУ (ҡатырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡатырыу, страд, от ҡатырыу. Я Вокзалдың эсе цементтан ҡатырылған. Ғ. Хәйри.
ҠАТЫРЫУ I (ҡатыр-) (Р: делать твёрдым; И.: make hard; T: katılaştırmak) ҡ.
1. Ҡаты хәлгә килтереү, ҡаты итеү. □ Делать твёрдым, жёстким, давать затвердевать. Ҡатырып алыу. Ҡатырып ебәреу. Ҡатырып ҡуйыу. Ҡатырып тороу. Ш Асыуы килеуен белдереп, Заһитов ултырған еренән тороп китте, ҡашын төйнәп, аҫҡы иренен һалындырып, ҡулдарын салбар кеҫәһенә тыҡҡан килеш, һонтор кәуҙәһен ҡатырып, иҙәндә бер йөрөп әйләнде лә директор өҫтәле ҡаршыһына туҡтаны. Н. Мусин. Ире ҡулйыуғыста ҡулдарын йыуған арала Мәликә ҡатырғансы утекләнгән ап-аҡ таҫтамал килтерҙе. Т. Ғарипова.
2. Туң хәлгә килтереү; туңдырыу. □ Морозить, замораживать. Ҡуләуектәрҙе ҡатырған. М Селдәрҙең кубеһе ҡар аҫтында ҡалды, бурандан һуң башланған сасҡау һыуыҡтар ҡатырған ҡарҙы тишеп сығырға көстәре етеңкерәмәне. Т. Ғарипова.
3. Бөгөлөү-һығылыуға булған һәләтен бөтөрөү. □ Сводить (поясницу, спину). Билде ҡатырыу. М Туҡһандағы атаңды, һынҡайҙа-рын ҡатырып, билкәйҙәрен бөктөрөп, дошмандың ҡол яһауы — улы өсөн шул хурлыҡ. Бәйеттән.
4. Ныҡ бысратыу, керләндереү, ҡайышландырыу. □ Пачкать, грязнить, замусолить. Ҡулдәк яғаһын ҡатырған. Ҡейемде кергә ҡатырыу. Майға ҡатырып бөтөрөу.
5. Киптереү, ҡоро хәленә килтереү. □ Сушить. // Сушка. Икмәкте шөкәрә итеп ҡатырыу.
356