ҠАТЫУ
ҠАТЫРЫУ II (ҡатыр-) ҡ. диал. ҡар. баҫыу I, 32. Икмәк ҡатырыу. Ҡамыр ҡатырыу. Йомшаҡ итеп ҡатырыу. Майға ҡатырып бөтөрөү.
ҠАТЫ САЛЫУ (Р.: конечный шейный позвонок животных; И.: cervical vertebra; T.: boyun omuru) и. анат. диал.
Малды һуйғанда салған урындағы муйын һөйәге; салыу һөйәге. □ Конечный шейный позвонок животных. Ҡаты салыуҙы салған кешегә бирәләр. Ҡаты салыуҙы бешереү. ■ Ил ағаһына баш өлөшөн, салыусыға — [ҡаты] салыу һөйәген, ҡәҙерле ҡунаҡҡа — түшенән өлөш тотторғандар. Ә. Сөләймәнов.
ҠАТЫ СЕНСЕК (сенсеге) (Р.: голень;
И.: shin; T.: baldır) и. анат. диал.
Аяҡтың бәкәлдән тубыҡҡа тиклемге өлөшө; сираҡ. □ Голень. Ҡаты сенсек һөйәге. Ҡаты сенсек һыҙлауы.
ҠАТЫ ТАРАҠАН м. зоол. диал. ҡар. асағойроҡ. ■ Өйгә ҡаты тараҡандар оялаған. Экспедиция материалдарынан.
ҠАТЫУ I (ҡат-) (Р: твердеть; И.: harden; T: katılaşmak) ҡ.
1. Ҡаты (I, 2) йәки ҡатыраҡ хәлгә килеү. □ Твердеть, затвердевать, становиться твёрдым, жёстким. // Затвердевание. Ҡатҡан тупраҡ. Ҡатҡан икмәк һынығы. ■ Алтынбай, Юшатырҙың боҙо аша сығып, ҡатҡан ҡар өҫтөнән һунарсы тауына күтәрелде. 3. Ураҡсин. Биктимер исеме алған егет ит-май еҫенә ыҫланған аласыҡтың төптәге мөйөшөндәрәк ҡатҡан кейеҙ киҫәгенә һуҙылып, эйәр аламаһына башын терәп, ғәмһеҙ йоҡлай ине инде. К. Мәргән. Хисбулла салғы һынығынан яһалған ағас һаплы ҙур бысаҡты, үҙенең ярылып ҡатҡан керле бармаҡ битенә тейҙереп, үткерлеген ҡарай-ҡарай, һаман ҡайраны ла ҡайраны. 3. Биишева. [Хәйретдиндең] елгә, бысраҡ һалҡын һыуға ярылып, ҡатып бөткән ҡулдары ҡалтырайҙар. Я. Хамматов.
2. һыуыҡҡа ҡатыу йәки туң хәлгә килеү; туңыу. □ Застыть, замёрзнуть. Ҡатҡан ер.
Боҙланып ҡатҡан күләүек. Ш Булат манометр быялаһына ҡатҡан боҙҙо һыпырырға тотондо. Р. Солтангәрәев.
3. күсм. Ныҡ өшөү; туңыу (тәнгә ҡарата). □ Застыть, зябнуть, замёрзнуть, коченеть. Өшөүҙән ҡатыу. ■ Тәнәфес булдымы, арлы-бирле генә яғылғанлыҡтан саҡ-саҡ йылымысланған мейесте һырып алабыҙ ҙа шоҡорайып ҡатҡан, хатта йүнләп яҙмай ҙа башлаған ҡулдарыбыҙҙы йылытырға тотонабыҙ. Н. Мусин.
4. Дым, еүешлек етмәү, артыҡ ҡоро булыу йәки өлгөргәс оҙаҡ ултырыуҙан кибеү, ҡорошоу. □ Засыхать, засохнуть. Ҡатҡан үлән. Ҡатҡан бойҙай. Һарғайып ҡатҡан бесән. ■ Алтынбай, тояҡ тауышы тынғас ҡына, аңын йотоп, ҡайнап бөтә яҙған сәйнүктән ҡом көрөшкәгә һыу ағыҙҙы, ҡатҡан тамағын сылатып алды.
3. Ураҡсин. [Ғәлимйән]ямғырға ебеп ҡатҡан һары тунын элеп, иртәнге ысыҡ менән баштарын эйеп береһе өҫтөнә береһе йығылған ҡуйы оҙон үләндәрҙе, сәскәләрҙе тапап, атын эҙләргә китте. И. Насыри.
5. Тәндең йәки берәй ағзаның ауыртыуҙан, ойоуҙан һ. б. хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнеүе йәки бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалыу. □ Коченеть, замирать, онеметь. ■ Әллә күпме ваҡыттан бирле бикле вагонда ятып, аяҡтары тамам ҡатҡан икән [Ир-назарҙың]. Ә. Хәкимов. Старатель өшөгән, ревматизмдан ҡатҡан кәкре бармаҡтарын елгә ярылған ирененә тейҙереп төкөрөкләне лә улаҡ төбөндәге алтынға баҫты. Я. Хамматов. Иртәгеһенә йоҡонан торһам, билем шул тиклем ныҡ ҡатҡан, бөгөлһәм, шарт итеп һыныр ҙа ҡуйыр төҫлө. Н. Мусин.
6. күсм. Ҡурҡыуҙан, аптырауҙан хәрәкәтһеҙ ҡалыу. □ Замирать, столбенеть, каменеть, цепенеть. Торған ерҙә ҡатыу. Аптырап ҡатып ҡалыу. ■ Зәйнәп иларға ла, иламаҫҡа ла белмәй, ҡатҡан көйөнсә ҡалды. М. Ғафури. Мәҙинәнең иҫе инерле-сығырлы. Билдәш тирәләй ҡупҡан ығы-зығыға ҡараған да ҡатҡан. Т. Ғарипова.
357