ҠУСҠАРЛАУ
биҙәк төшөрөү, кәкерсәктәр, үҫемлек орнаменты һ. б.) (орнаменталь рәүештә) генә файҙаланыла башлаған. Ә. Сөләймәнов.
ҠУСҠАРЛАУ (ҡусҡарла-) (Р.: орнаментировать узором кускар; И.: put a special pattern; T.: bezemek) ҡ.
Ҡусҡар биҙәк төшөрөү. □ Орнаментировать узором кускар (в виде бараньих рогов). Балаҫ ҡусҡарлау. Карауат япмаһын ҡусҡарлау. Алъяпҡыс итәген ҡусҡарлау.
ҠУСҠАР ТӘКӘ и. ҡар. ҡусҡар II, 1.
ҠУСҠЫЛ (Р.: тёмный; И., dark; Т.: koyu) с.
Салт ҡара түгел, ҡара ҡатыш; ҡараһыу.
□ Тёмный; смуглый. Ҡусҡыл ер. Кусҡыл йөҙ. Ҡускыл болот. Кусҡыл йәшел. ■ Кусҡыл йәшел бөркәнсеген елләтеп йылы елгә, йәш килен төҫлө яҙ килде, сәскәләр һибеп ергә. М. Кәрим. Сығынҡы яңаҡлы, һөрөм ярылғандай ҡусҡыл йөҙлө, үткер ҡарсыға күҙле Туҡтамышты шул осрашыуҙа уҡ оҡшатмағайны һабрау. Ә. Хәкимов. Ҡырҙарымда ҡусҡыл ужым ҡалҡа, мул йылдарҙың ҡотло игене. Й. Солтанов.
ҠУСҠЫЛЛАНЫУ (ҡусҡыллан-) (Р: темнеть; И.: darken; T.: siyahlanmak) ҡ.
Ҡусҡыл төҫкә инеү, ҡусҡыл төҫ алыу.
□ Темнеть. Алда урман ҡусҡылланып ята. Я [Фазыл ҡарттың] йөҙөндә тимгел-тимгел булып ҡалҡҡан таптар ҡусҡылланды. Ә. Хәкимов. Алдыбыҙҙа ҡусҡылланып, йәшәреп тора таллыҡ. М. Кәрим.
ҠУСҠЫЛЛАТЫУ (ҡусҡыллат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡусҡыллау. понуд. от ҡусҡыл-лау. ■ Йәмле Еҙем буйҙарын ҡусҡыллатып, киске эңер төштө. Ж. Кейекбаев.
ҠУСҠЫЛЛАУ (ҡусҡылла-) (Р.: придавать тёмный оттенок; И.: impart a dark hue; T: siyahlandırmak) ҡ.
Ҡусҡыл төҫкә әйләндереү. □ Придавать тёмный оттенок. Я Төшөргән һүрәтендәге болоттар оҡшаманы Йәүҙәткә, ҡусҡылларға булды, сөнки диңгеҙҙә дауыл алдынан улар ҡараһыу була. Ф. Ғүмәров.
ҠУҪТАР I (Р: опрятный; И.: neat; Т: temiz) с.
Бөхтә, күркәм, килешле йөрөүсән; ҡупшы, көйәҙ. □ Опрятный, элегантный. Кустар кеше. Кустар ҡыҙ. Кустар егет.
ҠУҪТАР II (Р: франт; И.: dandy; Т: züppe) и. диал.
Һайланып, наҙланып ҡыланыусы кеше. □ Франт, щёголь. Кустар наҙлана, һайлана. ■ Кустар йөҙ кейем кейеп ҡараны, тик береһен дә оҡшатманы. «Йүрүҙән», 3 апрель 2012.
ҠУСТАРБИКӘ (Р.: франтиха; И.: fop (about a girl)’, T: moda kadın) и. һөйл.
Һайланып, наҙланып ҡылансыҡланған ҡатын-ҡыҙ. □ Франтиха, щеголиха. Ҡанаттарын йәйеп Ҡустарбикә килә.
ҠУҪТАРЛАНЫУ (ҡуҫтарлан-) (Р: быть опрятным; И.: be neat, tidy; T.: zarif olmak) ҡ.
1. Килешле, матур, ҡупшы булып йөрөү. □ Быть опрятным, красивым, элегантным. Ҡуҫтарланып йөрөү.
2. күсм. Һайланып, наҙланып ҡылансыҡланыу. □ Быть кокетливым. Я Эй ҡуҫтарланды, эй ҡуҫтарланды Мәрзиә, барыбер бер нәмә лә килтереп сығара алманы. Ф. Ғәлимов.
ҠУСТЫ (Р: младший брат; И.: junior brother; T.: erkek kardeş) и.
1. Кесе ир туған; эне. □ Младший брат, братишка. Бер туған ҡусты. Уртансы ҡусты. Я Былтыр мин Марат ағайыма төрткө аулауҙа ярҙамсы булып йөрөгәйнем. Ул мәктәп бөтөп киткәс, быйыл Юлай ҡустым менән икәү ауларға килештек. Д. Шәрәфетдинов.
2. Йәшкә кесе һәр ир заты. □ Любой парень, мужчина, младше говорящего. Ҡустыларға китап алдым, һин, ҡусты, минең менән шаярма.
3. диал. Ялсылыҡта йөрөгән, ялланған малай. □ Мальчик-наёмник, батрак. Ҡусты яллау. Ҡусты тотҡандар әүәл.
624