Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 625


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУҪТАРЛАНЫУ
4. диал. Үҙенән кесе ҡыҙ йәки егет. □ Девушка или парень, младше говорящего. ■ Ике кусты ла музыка мәктәбендә уҡый, дәрестән һуң Рәйлә өй йыйыштыра, ашарға бешерә, Рәил магазинға аҙыҡ-тулеккә сыға, һыу ташый. Р. Шаммас.
ҠУСТЫЛАРСА (Р.: по-братски; И.: in а brotherly way; T.: kardeşçe) р.
Ҡустыларға хас булғанса, ҡустылар кеүек. □ По-братски. Ҡустыларса ярҙам итеу.
ҠУСТЫЛЫҠ (ҡустылығы) (Р.: подмастерье; И.: apprentice; T.: kalfalık) и. диал.
1. Өйрәнсеклек, оҫта ярҙамсыһы. □ Подмастерье, ученичество. Ҡустылыҡта йөрөу. Ҡустылык куп нәмәгә өйрәтте.
2. Хеҙмәтсе, ялсы булыу эше, малайлыҡ. □ Батрачество; положение слуги. Ҡустылык ялҡытты. Ҡустылыкҡа ялланыу.
ҠУСТЫМ (Р: младший брат; И.: my lad; T.: erkek kardeş) и.
1. һөйләүсенең үҙенән бәләкәй ир туғаны. □ Младший брат. Ҡустым килгән. Ҡустымды саҡырҙым. Минең ҡустым. ■ Был ҡарт тағы Шулгәнгә, сер йәшермәй, эс тартмай, былай тиеп әйткән ти: «Һин осраған ул бабай минең ҡустым булыр ул, минең менән бер илдә тыуып уҫкән ине ул». «Урал батыр». Ҡустымдың биштәрендә икебеҙгә етерлек көнлөк аҙыҡ, ҡулында ун пар ҡапҡан. Д. Шәрәфетдинов.
2. өндш. Үҙеңдән кесе ир туғанға йәки ир кешегә өндәшеү. □ Обращение к мальчику или юноше младше себя. ■ «Ҡустым, әйҙә картуф ҡаҙып алайыҡ», — ти Рауил ағай. Ф. Ғәлимов.
ҠУСЫЙ I (Р.: вид степного суслика; И.: gopher species; T.: tarla sincabı) и. диал.
Дала йомраны. □ Вид степного суслика. Ҡусый өңө. Ҡусый тотоу.
ҠУСЫЙ II [рус. косой] (Р.: косой; И.: slanting; T.: iğri) с.
1. Ҡыя, ауыш. □ Косой, наклонный. Ҡусый баҫҡыс. Ҡусый киҫелгән кулдәк итәге.
2. Ҡылый, ҡыйыш. □ Косой. Ҡусый куҙле. Бер куҙе ҡусый. Ҡусый ҡуян.
ҠУСЫРСЫ [төрки кус-] (Р: кучер; И.: coachman; T.: arabacı) и.
1. Кеше ултыртып, ат тотоп барыусы; ат тотоусы, күсер. □ Кучер. Ҡусырсы кузлаға ултыра. М Бына шул рәйесебеҙ, куңелкәйе бына ошо мәреу ҡарҙай йомшарып, көндәрҙән бер көндө уҙенә ҡусырсы кәрәклеген әйтеп һалмаһынмы! Ҡумәкселек риза булдыҡ та ҡуйҙыҡ, яҡшы инсан ине бит — ҡусырсы штаты яһарға ҡарар сығарҙыҡ. Й. Солтанов.
2. этн. Туйҙа кейәүҙе һаҡлап йөрөтөүсе. □ Друг жениха, шафер (на свадьбе). Ҡусырсы кейәуҙе ҡарап ҡына йөрөтә.
ҠУҪТАР (Р: опрятный; И.: neat; Т.: düzenli) с.
1. Килешле генә, матур ғына булып йөрөүсән; ҡупшы, көйәҙ. □ Опрятный, щеголеватый, франтовской. Ҡуҫтар кеше. Ҡуҫтар булыу.
2. кусм. һайланып, наҙланып ҡыланыу-сан. □ Кокетливый. Ҡуҫтар ҡыҙыҡай. Ҡуҫтар ҡатын.
ҠУҪТАРБИКӘ (Р: привередливая девушка, женщина; И.: fastidious girl; T.: kaprisli hanim) и. һөйл.
Һайланып, наҙланып ҡылансыҡланған ҡатын-ҡыҙ. □ Привередливая девушка, женщина. ■ Ҡуҫтарбикә, ҡылана-һайлана торғас, яңғыҙ тороп ҡалды. 3. Ғәлимов.
ҠУҪТАРЛАНЫУ (ҡуҫтарлан-) (Р: привередничать (в одежде)', И.: be hard to please; T.: zor beğenmek) к. һөйл.
1. һайланыу, наҙланыу (кейемгә ҡарата). □ Привередничать (в одежде). ■ Гөлниса кейем һайлап ҡуҫтарланып торманы, ҡулына бирсәткәлә кеймәйсә, кәрәк алып, бер нисә сәғәт ер ҡаҙҙы. Ш. Янбаев.
2. Семсенеү, һайланыу, талымлау (ашауға ҡарата). □ Привередничать (в еде). ■ Бигерәк ҡуҫтарланып ҡына ашайһың да инде, тамаҡҡа сибек икәнһең. Ф. Сәлимова.
625