Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 626


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУТ
ҠУ Т [фарс. (Р/ еда; пища; И.: victuals;
T.: yiyecek) и. диал.
Аҙыҡ, ризыҡ, ашамлыҡ. □ Еда; пища. Тәмле ҡут. Туҡлыҡлы ҡут.
ҠУТАРА (Р.: очень много; И.: in plenty; T.: çok) р. диал.
1. Бик күп итеп; ҡутарғанса. □ Очень много, вдоволь. Итте ҡутара һалып бешерәһең ҡаҙанда.
2. Бик ныҡ. □ Сильно. Ҡилеп ҡутара һуҡты шул уҙе лә.
3. Бигерәк, айырыуса. □ Слишком. Ҡутара йыбытҡы. В Ҡутара куп һөйләгән Шакир булды: ул ҡыҙҙарға беҙҙең төнгө сәйәхәтте ат ҡолонлатып һөйләй ине. Н. Иҙелбай.
ҠУТАРАНАН р. диал. ҡар. ҡутараһынан. ■ Яңыраҡ ҡына әле Өрҡиәгә ял көндө ҡутаранан тейәп ике йөк утын килтереп, уны бысышып бирҙе [Таһир]. Н. Мусин.
ҠУТАРАҺЫНАН (Р: чрезмерно; И.: in abundance; T.: aşırı) р. һөйл.
Үтә күп итеп, ҡутарғанса. □ Чрезмерно, очень много. Ҡутараһынан ашау. Ҡутараһынан эсеу. М Туйҙа ҡутараһынан ит бешереп ҙур-ҙур туҫтаҡтар менән ҡымыҙ әсәләр. М. Хәйҙәров. Уның [атайымдың] сәмләнеп, бесәнде ҡутараһынан сәнсеп, кәбән ҡойоп йөрөгәнен куҙ алдына килтерәм дә, уҙем дә [Ҡинйәбай] кем менәндер уҙышҡандай, тилберерәк эшләргә тырышам. Н. Мусин.
ҠУТАРҒАНСА (Р: вдоволь; И.: to one’s heart’s content; T.: aşırı) р. диал.
1. Бик күп итеп, мул итеп. □ Вдоволь, очень много. Я Ул ҡыш беҙҙең бесән мул булды. Ҡутарғанса ашатҡас, билдәш һыйырыбыҙ ҙа һөттө етерлек бирҙе. Н. Мусин. Ҡутарғанса яуған да ҡуйған ҡары ла. «Юшатыр», 2 ноябрь 2009.
2. Күп итеп. □ Много, навалом. Ҡутарғанса ит киҫеп биреу. М Уның [Яуымбайҙың] инде хәҙер йәнә утыҙлап умартаһы бар һәм йыл һайын Әужән йә Белорет
баҙарына батман-батман бал ташый, ҡутарғанса аҡса эшләй ине. Н. Мусин.
3. Ныҡ, ҡаты итеп. □ Сильно. Малайын ҡутарғанса әрләне.
ҠУТАРТЫУ (ҡутарт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡутарыу, понуд. от ҡутарыу. Өйҙө ҡутартыу. Тиреҫте ҡутартыу.
ҠУТАРЫЛЫП (Р: чрезмерно много; И.: too many; much; T.: aşırı) p.
Үтә күп булып. □ Чрезмерно много. Ҡу -тарылып уңыу. Һалам куп, ҡутарылып ята. Өйҙә эш ҡутарылып ята. ■ Беҙҙең утын ҡутарылып ята, һигеҙ тумәр генә тугел, ун биш-егерме барҙыр. Экспедиция материалдарынан.
ҠУТАРЫЛЫУ (ҡутарыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡутарыу, страд, от ҡутарыу. Ҡутарылған мейес. Ҡутарылған өй. ■ Иҫе лә китмәй, өйө ҡутарылыуын да уйламай, секәйеп ҡарап тик ултыра [ҡатын кеше]. «Торатау», 17 март 2011.
2. Ҡубып сығыу; аҡтарылыу. □ Отклеиться, отлупиться. Үксә ҡутарылыу.
3. Аҫты-өҫкә килеп туҙыу; боларыу. □ Разворотиться. М Бала-саға аулаҡта зыҡ ҡупҡан, өй эсе ҡутарылып ята. «Шоңҡар», № 4, 2010.
ҠУТАРЫНЫУ (ҡутарын ) (Р: ворошить; И.: stir up; dismantle; T.: karıştırmak) ҡ.
Нәмәләрҙе аҡтарып сығарыу, бутаныу. □ Ворошить, переворошить. Ҡута-рынып ултырыу. ■ Шкаф, һандыҡ, комод аҡтарып ташлап, ҡутарынып ултырған улын куреп, әсәй кеше ҡурҡыуынан ни эшләргә белмәне. Сер сиселеуҙән ҡурҡа ине ул. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ҠУТАРЫП (Р: обильно; И.: abundantly; T.: bol bol) р. диал.
Бик күп итеп; ҡутарғанса. □ Обильно, вдоволь, очень много. Ҡутарып ҡар яуған. ■ Егеттәр тырышып эшләй, ҡутарып аҡсаһын ала. Н. Мусин.
ҠУТАРЫУ (ҡутар-) (Р: выворачивать; И.: uproot, turn up; T.: sökmek) ҡ.
626