ҠУТЫРЛЫ БАҠА
1. Төбө-тамырынан әйләндерел сығарыу; аҡтарыу. □ Выворачивать; ворошить, разворошить. Урынынан ҡутарыу. Йылға ағастарҙы төбө-тамыры менән ҡутарып ташлаған.
2. Емереү, һүтеү, ватыу. □ Снести, сломать. Мейесте ҡутарыу. Иҫке өйҙө ҡутарыу. ■ Асҡысын таба алмағас, Сәлимәнең өйөн ҡутарып ингәндәр. Ф. Сәлимова.
3. кусм. Үткән хәл-ваҡиғаларҙы ҡабаттан иҫкә төшөрөү. □ Ворошить прошлое. Бала саҡ хәтирәләрен ҡутарыу.
4. Аҫтын-өҫкә әйләндереп болғатыу; аҡтарыу □ Переворошить. Көлдө ҡутарыу. Ҡуҙ ҡутарыу.
5. Төрлө ерҙән әйләндереп, асҡылап ҡарау; аҡтарыу. □ Ворошить. Альбом ҡутарыу. Һандыҡты ҡутарыу. Китап ҡутарыу.
6. кусм. Аҫтын-өҫкә килтереп туҙҙырыу; ҡуптарыу. □ Разворотить. Юлға тушәлгән ташты ҡутарыу. Донъя ҡутарыу.
7. Боҙоп, өлөш-өлөшкә таратыу, һүтеү.
□ Разобрать. Бураны ҡутарыу. Машинаны ҡутарыу.
8. Тағатыу, һүтеү, аҡтарыу. □ Разобрать. ■ Сепаратты йәһәт кенә ҡутара һалып, йыуа һалырға кәрәк. «Урал», 3 апрель 2011.
9. һөйл. Ҡаҙандан табаҡҡа һоҫоу.
□ Черпать. Аш ҡутарыу. Ҡаҙандан һөттө ҡутарып алыу. Ит ҡутарыу, һурпаһы менән ҡутарып алыу. ■ «Йә, икмәк телә башла, хәҙер аш ҡутарам», — тип, Мәҙинә һауыт-һаба кәштәһенән ҡоштабаҡ алып өҫтәлгә ҡуйҙы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
10. кусм. кәмһ. Ҡыйратыу, емереү.
□ Разгромить. Еләкте ҡутарғанһың икән!
11. диал. Бушатыу, буш итеү. □ Освободить. Әйберен ҡутарып ал әле һандыҡтың.
12. диал. Туҙҙырыу, туҙҙырып ташлау, таратыу. □ Разбросать. Ҡалай әйберен ҡутарып бөткән.
ҠУТАРЫШЫУ (ҡутарыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡутарыу, взаимн. от ҡутарыу. Өй башын ҡутарышыу. Мейес ҡутарышыу.
ҠУТЫР I (Р: короста; И.: scab; T: kabuk) и.
Ҡысыу йәки яра өҫтөнә эренләп, суғыр-маҡланып ҡатҡан нәмә. □ Короста, струпья. Ҡутыр сыҡты. Ҡутырға май һөртөу. ■ Ҡара себен һау ергә куҙ һалмайҙыр, бар булһа яра, ҡутыр — шунда ҡуныр. М. Аҡмулла. • Ҡысымаған ерҙе тырнаһаң, ҡутыр сыға. Мәҡәл. Ауырыу — аштан, дау — ҡәрендәштән, таҙ — таныштан, ҡутыр — ҡамыштан. Мәҡәл. Ҡутыр ҡулдан йоға, таҙ буректән йоға. Әйтем. Ҡутырҙы сутыр кутәрә алмай. Әйтем.
ҠУТЫР II [рус. хутор] (Р: хутор; И.: hamlet; T: küçük kasaba) и. диал.
Ваҡытлыса йәйләү өсөн ултырған урын; утар. □ Хутор. Таҡман ҡутыры. Ҡутыр яланында. Ҡутырға кусеу.
ҠУТЫРЛАУ (ҡутырла-) (Р: покрываться коростой; И.: scab; T: kabuklanmak) ҡ.
Ҡутыр барлыҡҡа килеү, ҡутырлыға әйләнеү, ҡутырлы булыу. □ Покрываться коростой, струпьями. Баш ҡутырлау. Тән ҡутырлау.
ҠУТЫРЛЫ (Р: покрытый коростой; И.: get scabby; T.: kabuklu) c.
Ҡутыр менән ҡапланған, ҡутыр сыҡҡан. □ Покрытый коростой, струпьями. Ҡутырлы баш. • Үгеҙе улгән ҡурала ҡутырлы кәзә баш булыр. Мәҡәл.
ҠУТЫРЛЫ БАҠА (Р: жаба; И.: toad; Т.: kurbağa) и. зоол. диал.
Суғырмаҡ тәнле, тәлмәрйенгә оҡшаған ер-һыу йәнлеге; тарбағай, әрмәнде. □ Жаба (лат. Bufo bufo). М Ҡутырлы баҡа һуҙған телен, әйҙә, ҡун инде, себен. 3. Биишева. Ҡутырлы баҡа кул халҡына яман маҡтанды: «Йәмәғәт, улыма иғтибар итегеҙ, төҫө-һыны тап гигант кит...» Улы көнө-төнө уҫте
627