ҠУТЫРМАҠ
лә үҫте, тик сүмесбаш булды бары ҡутырлы баҡа. С. Иманғолов.
♦ Ҡутырлы баҡа һымаҡ {йәки кеүек) бик йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә.
□ Как жаба (о некрасивой женщине).
ҠУТЫРМАҠ (ҡутырмағы) (Р.: неровная, шероховатая кора нижней части ствола старого дерева; И.: old tree bark; T.: kabuk) и. диал.
Ҡарт ағастың олон төбөндәге телгеләнеп, ҡытыршы булып торған ҡалын ҡабығы. □ Неровная, шероховатая кора нижней части ствола старого дерева. Имән ҡутырмағы. Тирәк ҡутырмағы. ■ Ҡайын ҡутырмағынан дегет ҡайнатып, .. арыш, бойҙай йә арпаға алыштырырҙар ине. М. Тажи.
ҠУТЫРМАҠЛАНЫУ (ҡутырмаҡлан-) (Р.: становиться неровным; И.: become uneven; T: pürtüklü olmak) ҡ. диал.
Суғырмаҡланыу, ҡутырмаҡҡа әйләнеү.
□ Становиться неровным, шероховатым. Ҡутырмаҡланып тороу. ■ Ҡутырмаҡланып туңған юлда сана табандарының шы-ғырлауы әллә ҡайҙарға яңғырап ишетелә. Ф. Иҫәнғолов. Ҡутырмаҡланып туңған боҙ көн үҙәгендә йәш ҡойорға тотона. А. Игебаев.
ҠУТЫРМАҠЛЫ (Р: неровный; И.: uneven; T.: pürtüklü) с. диал.
Суғырмаҡлы, суғырмаҡ ҡаплаған. □ Неровный, шероховатый. Ҡутырмаҡлы юл. Ҡутырмаҡлы ҡайын. ■ Михайло менән Вася эргәләге йыуан-йыуан ике ҡайындан .. ҡутырмаҡлы ҡабыҡтар йыйып килтерҙеләр ҙә ут яғып ебәрҙеләр. Ғ. Ибраһимов.
ҠУТЫР-САТЫР (Р: кожные болезни; И.: skin deseases; T.: deri hastalıkları) и. йыйн. диал.
Тире ауырыуҙары. □ Кожные болезни. Ҡутыр-сатыр сығып йөҙәтте.
ҠУТЫРТЫУ (ҡутырт-) (Р: подстрекать; И.: instigate; T: tahrik etmek) ҡ. диал.
Ҡотортоу, өҫкөтөү. □ Подстрекать. Ҡу-тырта башланы. Ҡутыртып ҡуйыу.
ҠУТЫР ЭЙӘҺЕ (Р: дух болезни; И.: kind of evil spirit; T: kabuk hastalığı iyesp и. миф.
Ҡутыр ауырыуы эйәһе. □ Дух болезни коросты. ■ Саҡма саҡҡанда ҡутыр эйәһе осоп китә. Башҡорт мифологияһынан.
ҠУҺА (Р: ситник; И.: rush; T: hasırotu) и. бот. диал.
Ҡыяҡ үләнгә оҡшаған һепертке башлы бер өлөшлө үҫемлек (ҡамыш төрө), ҡуға. □ Ситник (водное растение), куга (лат. Jun-cus). Ҡуһа сәскә атҡан. Ҡуһаның 200-ҙән ашыу төрө бар.
ҠУҺАЙ (Р.: палка для измерения земли длиною в сажень; И.: yardstick; T: kulaç) и. диал.
Метр системаһын ҡабул иткәнгә тиклем ер үлсәй торған сажин оҙонлоғондағы таяҡ. □ Палка для измерения земли длиною в сажень. Ҡуһай яһап алыу. Ике ҡуһай ер.
ҠУШ I (Р: парный; И.: twin; T: çift) с.
Үҙ-ара береккән йәки берләшкән ике берәмектән торған. □ Парный, сдвоенный, слитный. Ҡуш тирәк. Ҡуш япраҡ. Ҡуш тәҙрә. Ҡуш урай. Ҡуш үркәс. Ҡуш бармаҡ. Ҡуш беләҙек. ■ Әтәстәрҙең береһе, бынауы ҡуш һаҡаллы, шпорлы, ҙур сыбары, Ҡыҙырастарҙыҡы. 3. Биишева. Хоҙай ҡәһәренең тағы ла яманырағы төшөүҙән ҡурҡып, батша әлеге икмәк валсығы төшкән урынға ҡуш манаралы мәсет һалдырған, ти. М. Кәрим. Шунда, ҡуш имән төбөндә, [бүре балалары] ерҙе өңөп яһалған өңгә кергәндәр ҙә теҙелешеп ятҡандар. Р. Солтангәрәев. Ҡулдарҙа — ҡайындан эшләнгән, башы кәксәйеп торған сәкәндәр, уйынды башлап ебәрәсәк команданың башлығы алдында — шулай уҡ ҡайын ороһонан эшләнгән, күп һуғыуҙан шымарып бөткән ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ туп. Н. Мусин. Уралым китте — юғалды, ҡабат ҡайтып килмәйҙер; улы етте — ат менде, уны атаһы белмәйҙер. Атаһындай тыуғандыр, йөрәге
628