ҠУШАҒАЙ
ҡуш булғандыр. «Урал батыр». • Ҡурҡҡанға ҡуш күренә. Әйтем. Ҡуш ҡаҙыҡһыҙ кәртә булмай. Әйтем.
ҠУШ II (Р.: пара; И.: pair; T.: çift, eş) и.
Икәүҙең бер һыңары; иш. □ Пара. • Ил биргәндә дуҫың булһын, ер биргәндә ҡушың булһын. Мәҡәл. Ише булмайынса, ҡушы булмай. Әйтем. Ишле ишенә, ҡушлы ҡушына. Әйтем. Ишәй ишен, ҡушай ҡушын таба. Әйтем. Ҡоштар ҙа ҡушы менән. Әйтем.
♦ Ҡуш йөрәкле ҡурҡыу белмәгән, ҡыйыу; батыр. □ Смелый, храбрый. Ҡуш йөрәкле егеттәр. ■ Йугереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған... Аҡбуҙатты күрерһең. «Аҡбуҙат». Ҡуш мунсаҡтан (йәки мунсаҡ кеүек) бер-береһенән һис айырылмаған, бер-береһенә ныҡ оҡшаш; һәр ваҡыт бергә булған кеше йәки малға ҡарата әйтелә. □ со-отв. Как две капли воды; не разлей вода.
ҠУШ III (Р.: двойной платок; И.: twin kerchief; T.: çifte başörtüsü) и. диал.
Беректерелгән, берләштерелгән яулыҡ. □ Двойной платок. ■ Ҡуш ябынып, алъяпҡыс быуып, еңгәм йөрөй мейескә икмәк ҡуйып. Картотека фондынан.
ҠУШ IV (Р: рядом; И.: side by side; T.: yanyana) p.
Йәнәш, эргәләш. □ Рядом. Ҡуш ултырыу. ■ Үҙем әсенеп уйлайым йола, кеше хаҡында: киң күңел менән тар куңел ҡуш түгелдер табында. Б. Ноғоманов.
ҠУШ V (Р.: шалаш; И.: hut; hovel; T.: salaş) и. диал.
Ергә ултыртылған ҡыйыҡ рәүешендәге ваҡытлы торлаҡ; ҡыуыш. □ Шалаш. Йылға буйындағы ҡуш. Ҡабыҡ ҡуш. һалам ҡуш. Ҡуш ауыҙы. Ҡуш башы. Ҡуш ҡороу. ■ Әҙһәм ҡарт та ҡуш алдына ут яғып, аҫҡаҡҡа сәй ҡайнатырға элде. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙ, ишекте асып, сүлмәкте ҡуш эсенә индерҙе. Әкиәттән.
ҠУША I (Р: вместе; И.: together; T.: beraber) р.
1. Бергә ҡатнаштырып; бергә ҡушып.
□ Вместе; соединяя. Ҡуша һалып бешереү.
2. Бер-береһе менән тоташтырып йәки терәтеп, беректереп; бергә. □ Соединяя. Ҡуша тегеү. Ҡуша тотоу.
3. Үҙ-ара берегеп; йәбешеп. □ Спаяться, прилепить прочно. Ергә ҡуша туңыу. М Әле мал һуғарырға барғанда мәке уя алмай аптырап бөтәһең. Кистән уйып ҡайтһаң, иртәгеһен тағы ҡуша туңып тора. И. Насыри.
4. Икеһе бергә, берлектә; бергә. □ Вместе, совместно, рядом. Ҡуша атлау. Ҡуша йөрөү. Икеһен ҡуша бәйләп алып килгәндәр.
ҠУША II и. диал. ҡар. ҡушаға I, 2. Ҡушаң менән ҡуша атлау — ошо бәхет түгелме? ■ Ҡушаң менән ҡуш ағарып, аҡ сәсле, һары тешле булып ултырырһың. М. Буранғолов.
ҠУШАҒА I (Р.: друг; И.: pal, crony; T.: arkadaş) и.
1. Яҡын ҡорҙаш; иптәш, уҙаҡ, дуҫ. □ Друг, приятель, собрат. Ҡушаға булыу. Ҡушаға булыу — яуаплы вазифа.
2. Үҙеңә тиң булған тормош иптәше, ише (иргә — ҡатын, ҡатынға — ир). □ Пара (мужу — жена, жене — муж). ■ Ҡушағаңа ҡушылып, ҡыуышлы бул, киленсәк. Туй йырынан. • Ҡарт кейәү ҡушаға булмаҫ. Әйтем.
♦ Ҡушағаң менән ҡуша ҡартай ир менән ҡатынға бәхетле, татыу, оҙон ғүмер теләгәндә әйтелә. □ Живите вместе долго и счастливо (пожелание мужу и жене).
ҠУШАҒА II (Р.: шафер; И.: best man; T: sağdıç) и. этн. диал.
Кейәү егете. □ Шафер, друг жениха. Кейәү ҡушағаһы менән килгән.
ҠУШАҒАЙ (Р.: подхалим; И.: sycophant; T: yaltak) с. диал.
Кемгәлер ярарға, яраҡлашырға тырышып, һүҙен ҡеүәтләп, өлтөрәп йөрөгән; ялағай, ҡуштан. □ Подхалим. Ҡушағай ҡатын. Ҡу-шағай ир.
629