ҠУШАҒАЛАНЫУ
ҠУШАҒАЛАНЫУ (ҡушағалан-) (Р.: становиться друзьями; И.: become pals; T.: arkadaş olmak) ҡ. иҫк.
Ҡушағалы булыу □ Становиться друзьями, приятелями; иметь пару (мужа или жену). Уҙаҡ менән ҡушағаланыу. Яҡын иптәш табып ҡушағаланыу.
ҠУШАҒАЛАШЫУ (ҡушағалаш-) (Р: составлять супружескую пару; И.: be man and wife; T.: evlenmek) ҡ. иҫк.
Ҡушаға булышыу. □ Составлять супружескую пару; быть мужем и женой. Ҡушаға-лашып йөрөу.
ҠУШАЙ I (Р: угодливый; И.: obsequious; T: yaltak) и. диал.
Кемгәлер ярарға тырышып өлтөрәп йөрөгән кеше; ҡуштан. □ Угодливый, льстивый. ■ Хан бер көн уҙенең ҡушайҙарын, өшаҡ ташыусыларын йыя. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ишәй ишен таба, ҡушай ҡушын таба. Әйтем.
♦ Ишәй менән ҡушай бер-береһенән айырылмай, һәр саҡ бергә йөрөгән кешеләр тураһында шаярып әйтелә. □ соотв. Не разлей вода. Ишәй менән ҡушай кеуек йөрөу.
ҠУШАЙ II (Р.: родовое подразделение башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бошман-һыуын-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кушай (родовое подразделение башкир племени бушман-суун-кыпчак). Ҡушайҙар араһы йыйыны.
ҠУШАҠ I (ҡушағы) (Р: кушак; И.: sash; belt; T.: kuşak) и.
Билгә быуа торған киң бау; билғау. □ Кушак, пояс. / Поясной. Ҡушаҡ быуыу. Ҡушаҡ биҙәу. Ҡушаҡ бәйләу. • Ҡаҙанға курә усағы, биленә курә ҡушағы. Мәҡәл.
ҠУШАҠ II (ҡушағы) (Р: пара; И.: pair; one of a pair; T.: eş) и.
Ирҙең, ҡатындың ише. □ Пара, ровня. Ҡушағың менән бергә булыу — уҙе бәхет.
♦ Ҡушылған ҡушағың менән тигеҙ ғүмер ит ир менән ҡатынға оҙон ғүмер телә
гәндә әйтелә. □ Живите долго и счастливо (пожелание мужу и жене).
ҠУШАҠ III (Р: место рядом с кем, чем', И.: place side by side; T.: yanyana) и.
Яҡын урын; эргә, ян. □ Место рядом с кем, чем. Ҡушаҡта ултырыу.
ҠУШАҠЛАУ (ҡушаҡла-) (Р: соединить вместе; И.: connect together; T.: kuşaklamak) ҡ.
1. Бергә ҡушыу, ҡушлау. □ Соединить вместе, спаривать. Ҡыҙ менән егетте ҡушаҡлау.
2. Йәнәш, эргәләш итеү; ҡушарлау. □ Сделать рядом. Ҡушаҡлап барыу. Ике кәмәне ҡушаҡлап бәйләу.
3. һыбай йөрөгәндә алмаш өсөн янға ат етәкләп алыу, ат ҡушаҡлау. □ Привязать запасную лошадь. Борон ат ҡушаҡлап йөрөгәндәр. ■ Илкәйенә ингән яуға ҡаршы ат ҡушаҡлап сапҡан ир яҡшы. Халыҡ йырынан.
ҠУШАҠЛАШЫУ (ҡушаҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡушаҡлау, взаимн. от ҡушаҡлау. Ҡушаҡлашып ятҡан тауҙар.
ҠУШАҠЛЫ (Р: парный; И.: paired; Т.: çift) с.
Берләштерелгән ике берәмекле; ҡуш. □ Парный; спаренный. Ҡушаҡлы кәмә. ■ Ҡу-ҙыйкурпәс, ханға рәхмәт әйтеп, хушлашып, ҡушаҡлы атта Маянһылыу менән һуҙ ҡуйышҡан урынға табан юл тота. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠУШАҠҺЫҘ (Р: без кушака; И.: with no sach; T.: kuşaksız) c.
1. Ҡушаҡһыҙ, ҡушағы булмаған. □ Без кушака. Ҡушаҡһыҙ тун. Ҡушаҡһыҙ халат.
2. Парһыҙ, яңғыҙ. □ Без пары. Ҡушаҡһыҙ ир. Ҡушаҡһыҙ ҡатын.
ҠУШАЛЫ I (Р: спаренный; И.: twin; Т.: çifte) с.
Берләшкән, ике берәмекле; ҡуш. □ Спаренный, парный. Ҡушалы өй. Ҡушалы ҡарағас. Я Алтын ғына балдаҡ ҡушалы һабаҡ, ергә генә төшһә, табылмай. Халыҡ йырынан.
630