ҠУШАМАТ ТАҒЫУ
ҠУШАЛЫ II (Р.: развилистый; И.: forked; T.: çatalımsı) с. диал.
Айырсалы, икегә айырылып торған. □ Развилистый, с развилкой, вилообразный. Ҡушалы ҡарағай. Ҡушалы имән. Н Ҡарлуғаскайҙарҙың ҡойроҡтары ҡайсы ғына һымаҡ ҡушалы. Халыҡ йырынан.
ҠУШАМАТ I (Р: прозвище; И.: nickname; T.: lakap) и.
1. Кешенән көлөп, мәҙәк өсөн тағылған исем; ләҡәп исем. □ Прозвище. ■ Ә бөтә эш шунда: Ҡуштирәктең телгә алырҙай һәр кешеһе, йәғни тарихҡа инеп ҡалырлыҡ яҡшымы, яманмы эш күрһәткәне, мотлаҡ берәй ҡушамат ала. Ә. Хәкимов. [Ҡәмә хужаһы:] Хәмит тугел һин, кәмит! .. Малайға тағы бер ҡушамат тағылды. Д. Бүләков. [Әсғәт:] Минең ҡушаматым — һары серәкәй. Төҫөмә ҡарата ла, телемә ҡарата ла ҡушылған ул. М. Кәрим. Ғәбде-яндың нәҫеленә, ит ҡунмаҫ, сандыр кәүҙәле булғандары өсөндөрмө, әүәл-әүәлдән «Шау-һөйәк» ҡушаматы тағылып йөрөй. Н. Мусин.
2. Хайуандарға, йәнлектәргә бирелгән яңғыҙлыҡ исем. □ Кличка животных. Ҡө-сөктөң ҡушаматы — Аҡтырнаҡ, һыйыр ҡушаматы.
3. Яҙыусының, рәссамдың һ. б. үҙенә алған икенсе исеме. □ Псевдоним. ■ Тойғон — Риф Ғәлим улы Тойғоновтың ҡушаматы. Ҡушамат алған бер нисә яҙыусыны: йәшерәк яҙыусыларҙан Аҫылғужа, Шәулиә һ. б., олораҡ быуындан Мостай Ҡәрим, Мәжит Ғафури һ. б. атап китергә була. «Көнгәк», 12 июль 2011.
ҠУШАМАТ II (Р: молодая пара (жених и невеста), присутствующая при младенческом сговоре детей; И.: future bride and bridegroom, attending a ritual; T.: gelin ile güvey) и. этн.
Ҡолаҡ тешләтеү йәки һырға туйында ир бала яғынан шаһит итеп ҡуйылған егет һәм ҡыҙ бала яғынан шаһиҙә итеп ҡуйылған ҡыҙ
(ике баланың бәхете өсөн). □ Молодая пара (жених и невеста), присутствующая при младенческом сговоре детей. ■ Ир баланың ата-әсәһе ҡушамат ҡыҙға шәлъяулыҡ, ҡыҙ баланың ата-әсәһе ҡушамат егеткә йөҙөк бирә. М. Буранғолов. Ҡушаматтар бик сибәр, уңғандар, бәләкәстәр ҙә уларға оҡшап матур, егәрле булһындар. «Йәшлек», 21 февраль 2010.
ҠУШАМАТ БИРЕҮ (ҡушамат бир-) (Р: дать прозвище, кличку; И.: give a nickname; T.: lakap takmak) ҡ.
1. Кешегә мәҙәк өсөн ләҡәп исем ҡушыу.
□ Дать прозвище (человеку). Ҡешегә ҡушамат биреү килешмәй. ■ Миңә һуғышсан булған өсөн тағы «Рукавказ» тигән икенсе ҡушамат бирҙеләр. М. Кәрим.
2. Йәнлектәргә, хайуандарға исем ҡушыу. □ Дать кличку (животному). Бесәйгә «Мыраубикә» тип ҡушамат биреү, һыйырға «Сибәркәй» ҡушаматы биреү. Атҡа «Осҡон» тигән ҡушамат бирелде.
ҠУШАМАТЛЫ (Р: с прозвищем; И.: having a nickname; T.: lakaplı) с.
Ҡушамат йөрөткән, ҡушаматы булған.
□ С прозвищем, с кличкой; имеющий прозвище, кличку. «Ҡашҡар» ҡушаматлы эт. «Шаҡый» ҡушаматлы ат. ■ Әгәр ҙә, күршеләрҙең лығырҙауына ҡарағанда, «Өс тәңкә» ҡушаматлы ҡарсыҡ, имештер, кер йыуыу машинаһын ниндәйҙер бүтән хәжәткә ҡулайлаштырып алған икән, — уның серен кем белә! Ә. Хәкимов. «Толкө» ҡушаматлы Шәй-хаттар кинәт телгә килде. М. Кәрим.
ҠУШАМАТ ТАҒЫУ (ҡушамат таҡ-) (Р: дать прозвище; И.: give a nickname; T.: lakap takmak) ҡ.
1. Кешенән көлөп, ләҡәп исем тағыу.
□ Дать прозвище (человеку). Ҡешегә ҡушамат тағыу килешмәй.
2. Йәнлектәргә, хайуандарға исем ҡушыу. □ Дать кличку (животному). Эткә «һалбырғолаҡ» ҡушаматы тағылды.
631