Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 632


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШАНЫУ
ҠУШАНЫУ (ҡушан-) (Р.: подвязываться кушаком; И.: round oneself with a sash; T.: kuşaklanmak) ҡ.
Билгә ҡушаҡ быуыу. □ Подвязываться кушаком. Селтәрле ҡушаҡ менән ҡушаныу. • Буҫтауы туҙһа, ситен ҡушан. Мәҡәл.
ҠУШАР I (Р: парный; И.: pair, duplex; T: çift) с.
1. Бергә булған ике берәмекле; ҡуш.
□ Парный, спаренный; сдвоенный. Ҡушар бағана. Ҡушар тәгәрмәсле машина. Ҡушар булыу. Ҡушар итеу.
ҠУШАР II (Р: предплечье; И.: forearm; T.: önkol) и. анат.
1. Ҡулдың терһәк быуынынан алып шаушаҡ быуынына тиклемге ара, беләк. □ Предплечье. / Предплечевой. Ҡушар һөйәге. Ҡушар мускулдары.
2. диал. Сәскә ҡушып үрә торған таҫма, сәс шәлкеме. □ Прядь, тесьма и т. п., вплетаемые в косу. Ҡушар ҡушып уреу.
3. кусм. Өлөш, пай. □ Лепта, пай. Ҡушарың бармы?
ҠУ Ш АРАЙ I (Р: соплодие; И.: splice; Т: sap) и. бот.
1. Ҡушылып, йәбешеп үҫкән нәмә. □ Соплодие; сросток. Ҡушарай алмас.
2. диал. ҡар. картуф алмаһы. Картуфтың ҡушарайҙары барлыҡҡа килгән.
ҠУШАРАЙ II (Р: переплетённый; И.: intertwined, bound; T.: ciltlenmiş) с.
Үрелеп, ишелеп үҫкән; ҡуш, ҡушалы.
□ Переплетённый. Ҡушарай ботаҡтар.
ҠУШАРАЙЛЫ (Р.: сросшийся; И.: accrete; T.: ciltlenmiş) с.
Ҡушылып үҫкән, ишелеп үҫкән; төрлө осраҡлы нәмә ҡатнашмаһы булған. □ Сросшийся, в сростках, в виде соплодий; конгломератный. Ҡушарайлы ботаҡтар. Ҡуша-райлы картуф. Ҡушарайлы таштар.
ҠУШАРБАШ (Р: предплюсна; И.: tarsus; T.: ayak bileği) и. анат.
Туларһыҡ, шайтан тубыҡ (кешеләрҙә)', кәтмән алды (хайуандарҙа), аяҡтың сираҡ
һөйәктәренең бәкәлгә тоташҡан урыны. □ Предплюсна (у людей и животных). Ҡу-шарбаш һөйәктәре. Ҡушарбаш ауырта.
ҠУШАРЛАП (Р: попарно; И.: in pairs; T.: çifte-çifte) р.
Парлап, икәүләп. □ Попарно, вдвоём. Ҡушарлап йөрөу. Ҡушарлап эшләу. М Ә тап уртала — йөҙйәшәр ҡуш имән, ҡушарлап уҫ-кән мөһабәт имән, тирәләп тип-тигеҙ булып уҫеп сыҡҡан ваҡ имәнлек. Ә. Вәли.
ҠУШАРЛАТЫУ (ҡушарлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡушарлау, понуд. от ҡушарлау. Ҡушарлатып һалыу. Ҡушарлатып ҡуйыу.
ҠУШАРЛАУ (ҡушарла-) (Р: делать парными; И.: make twinned; T: çiftleştirmek) ҡ.
1. Икеһен бергә итеү; ҡушар итеү. □ Делать парно, попарно. Ҡушарлап бәйләу.
2. Эргәләш булыу, ҡушар булыу. □ Находиться рядом. Ҡушарлап атлау. Ҡушарлап ултырыу.
3. Икәүләп бергәләшеү. □ Объединяться (вдвоём), а [Сөнәғәт — Сәлихаға:] Унан уҙегеҙ барырһығыҙ заводҡа еҙнәм менән ҡушарлап. Ж. Кейекбаев.
ҠУШАРЛАШЫУ (ҡушарлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡушарлау, взаимн. от ҡушарлау. Ҡушарлашып, тотоношоп килеу.
ҠУШАР МӨГӨҘӨ (Р: роговой нарост; И.: corneous growth; T.: at ayağındaki ur) и. диал.
Ат аяғындағы оро. □ Роговой нарост (на ногах лошади). Ат аяғына ҡушар мөгөҙө сыҡҡан.
ҠУШАР ҺҮҘ (Р: сложное слово; И.: compound word; T: bileşik kelime) и. лингв, диал.
Ике йәки бер нисә һүҙ ҡушылып яһалған һүҙ, ҡушма һүҙ. □ Сложное слово. Ҡушкөбәк — ҡушар һуҙ.
ҠУШ АТ (Р: запасная лошадь; И.: spare horse; T.: yedek at) и. диал.
Алыҫ юлға йөрөгәндә ҡушлап, алмаш өсөн янға егелгән ат. □ Запасная лошадь. Ҡуш ат егеу. М Өфө яғынан ҡуш ат егелгән ике кырандас куренде. Н. Мусин.
632