Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 633


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШ БУЛЫУ
ҠУШАУ (ҡуша-) ҡ. ҡар. ҡушарлау 1. Ҡолондарҙы ҡушау.
ҠУШАУЫҘ (Р.: колодочный улей с двумя секциями и лётками; И.: sort of block beehive; T.: iki parçalı an kovanı) и. умарт.
Ике бүлекле, ике ауыҙлы түмәр умарта. □ Колодочный улей с двумя секциями и лётками. ■ Баһау ҡарт улы күрһәткән яҡҡа ҡараны һәм ағас төбе һайын бытырлап ултырған иҫәбенә-һанына сыға алмаҫлыҡ умарталар араһынан улы күрһәткән ҡушауыҙҙы эҙләп тапты. Ж. Кейекбаев.
ҠУШАЯҠ (ҡушаяғы) (Р.: тушканчик; И.: jerboa; T.: cırboğa) и. зоол. диал.
Кимереүселәр отрядына ҡараған далала һәм сүлдә йәшәгән һикереп йөрөй торған ҙур булмаған хайуан; ялман. □ Тушканчик (лат. Dipodidae). Далала ҡушаяҡтар һәм башҡа вағыраҡ кимереүселәр осрай.
ҠУШАЯҠЛАП (Р: галопом; И.: in gallop; T: koşu yolu) р. диал.
Алғы һәм артҡы аяҡтарҙы берҙәм алға ташлап. □ Галопом. Ат ҡушаяҡлап сабып китте.
ҠУ Ш АЯҠ Л АУ (ҡушаяҡла-) (Р: скакать галопом; И.: gallop; T.: dörtnala koşmak) ҡ. диал.
Алғы һәм артҡы аяҡтарҙы берҙәм алға ташлап сабыу (ат тураһында). □ Скакать галопом, нестись вскачь, мчаться (о лошади). Аты ҡушаяҡланы, тиҙ барҙыҡ.
ҠУШБАЛА (Р: близнецы; И.: twins; T: ikiz) и. диал.
1. Икеһе лә бер енестән {малайҙар йәки ҡыҙҙар) булған игеҙ балалар. □ Близнецы. Ҡушбалалары тыуған.
2. Икеһе ике енестән (малай һәм ҡыҙ) булған игеҙ балалар, игеҙәктәр. □ Двойня. Ҡушбалалары бар икән.
ҠУШБАШ I (Р: голавль; И.: chub; Т: yayın balığı) и. зоол. диал.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы; ҡомҡорһаҡ, ажау. □ Голавль (лат.
Leuciscus cephalus). Ҡушбаш эркелеүе. Ҡушбаш тотоу.
ҠУШБАШ II и. зоол. диал. ҡар. ҡушбаш өйрәк. ■ Ҡушбаштың тауышы тоноҡ ҡына: «ба-а-бап», «ҡорр-ҡорр». Ҡушбаштың суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Ҡушбаш — һирәк осрай торған ҡош. Э. Ишбирҙин.
ҠУШБАШ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: крохаль; И.: merganser; T.: testeregagah ördek) и. зоол.
Балыҡлы йылғаларҙа, күлдәрҙә йәшәүсе, башында ҙур бүрке булғанға ҙур ҡара ҡуш башлы булып күренгән, балыҡ, һыу бөжәктәре, үҫемлектәр менән туҡланыусы күсмә ҡош; беле; балыҡсы өйрәк. □ Крохаль (лат. Mergus merganser). ■ Ата ҡушбаш өйрәктең башы, һырты, ҡойроғо ҡара була, инә ҡушбаш өйрәктең башы, муйыны ерән, һырты һәм ҡойроғо һоро була. Э. Ишбирҙин. Ҡушбаш өйрәкте ите өсөн аулайҙар. Ҡушбаш өйрәк бик һирәк осрай. Ҡушбаш өйрәктең ояһы ерҙә, ҡая һәм таш араларында, йығылған ағас аҫтарында була. Интернет селтәренән.
ҠУШБОҒАҘ (Р: горлан; И.: loudmouth; T: yaygaracı) и. кәмһ.
Үҙен шәпкә һанап, аҡырып-баҡырып йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Горлан, горлопан, горлодёр. Ҡушбоғаҙ булыу.
ҠУШ БУЛЫУ (ҡуш бул-) (Р: быть парным; И.: be a pair; T.: eş olmak) ҡ.
1. Икәү, бер пар булыу. □ Быть парным. Ҡуш булып йәшәу. ■ Ҡуш булырға йәр эҙләп, ерҙә һис кем тапмағас, бүтән йәндән һайларға берәүһен тиң күрмәгәс, күккә осоп йәр эҙләп, Айҙы, Ҡояшты күҙләп, үҙенә йәр һайлаған [һомай]. «Урал батыр». Минең менән ҡуш булыуҙы әллә төштә күрҙеңме? Халыҡ йырынан. Бүгәсәугә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып, шул теләкте яулайыҡ, шул иректе яулайыҡ. С. Юлаев.
2. Игеҙәк булыу. □ Быть двойней. Ш Балаларының ҡуш булыуына әсәһе шатланырға
633