Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 63


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБАТ
ҠАБАРЫУ (ҡабар-) (Р.: пушиться; И.: fluff up; T.: kabarmak) ҡ.
1. Күпереп, тырпайып ҡалҡыу (сәс һ.б. ҡарата). □ Пушиться, распушаться, взъерошиваться, топорщиться (о волосах и т. п.). Ҡабарып торған мыйыҡ. Ҡабарып ятҡан сәс. Ҡинәт кенә ҡайҙандыр ҡабарып торған болот килеп сыҡты. М Ҡара болот ҡабарған, куктә йәшен уйнаған, һыуҙар аҡҡан урғылып, донъя ҡалған тон булып. Халыҡ ижадынан. Яҙ башында болот ҡабарып куренһә, йыл яуынлы булыуы көтөлә, һынамыштан.
2. Өрөлөп күпереү, күберсеү, ҡабарсыу (купертке һ. б.). □ Появляться, появиться, вскочить (о мозолях, волдырях). Ҡул ҡабарыу. М Аяҡтарҙың ҡабарған һәм сейләнгән ерҙәре башта ауыртҡан кеуек булһалар ҙа, бара-бара ҡыҙып, ауыртыуҙары һиҙелмәй башланы. М. Ғафури. Бил дә, беләк менән ҡулбаштар ҙа ауырта, усым бер нисә урындан ҡабарып сыҡты. Н. Мусин. • Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара. Әйтем. Эт өрмәһә, ауыҙы ҡабара, ти. Мәҡәл.
3. Ҡалҡып, тупайып, тулышып, бүлтәйеп тороу. □ Выпячиваться, вспухать, вздуваться, надуваться. // Опухание, вздутие. Ҡан тамырҙары ҡабарып сыҡҡан. Мускулдары ҡабарып тора. ■ Ай, Уралым, Уралым, ҡуш имсәктәй ҡабарып, ҡалҡып торған Уралым. Ҡобайырҙан. Сана табаны туңгәккәме, ҡабарып ятҡан туң ергәме ныҡ итеп бәрелде һәм ҡырынайҙы, баярҙың оло кәуҙәһе, буре толоптан һурылып, ҡарға әйләнеп барып та төштө. 3. Ураҡсин.
4. Әсеп күтәрелеү (ҡамыр тураһында). □ Подниматься, подняться, подходить, подойти (о тесте). Ҡамыр тиҙ ҡабарҙы. Икмәк ҡабарҙы, мейескә тығырға кәрәк. • Һуҡа тотоп ҡулың ҡабармаһа, мейес яғып, әпәкәйең ҡабармаҫ. Мәҡәл.
5. кусм. Хәл-ваҡиғаның саманан уҙып көсәйеүе. □ Преувеличиваться, раздуваться. // Преувеличивание, раздувание. Ыҙғыш ҡабарҙы. Хәл-ваҡиғалар ҡабарып китте.
6. диал. Ҡайнау. □ Кипеть. // Кипение. Һөт ҡабарыу.
♦ Асыу ҡабарыу бик ныҡ асыуланыу. □ Гневаться, злиться. ■ Гөлъямал-дың, ҡәйнешен юхалап кундерә алмағас, асыуы ҡабарҙы. Я. Хамматов. Йөрәҡ {йәки үпкә) ҡабарыу асыуланып ярһыу, асыу ҡабарыу. □ Разгневаться, разволноваться. М Һыуҙарҙа аҡ сабаҡ кеуек шаярып, уйнап, бөтә донъяны онотоп һыу инге, йөҙгө килә. Уларҙы уйлау ауыр, уларҙы уйлаһаң, йөрәк ҡабара. Д. Юлтый. Егеттең упкәһе ҡабара башлағанды куреп, Ғибаҙулланы тынысландырырға ашыҡтым. Д. Исламов. һырт ҡабарыу асыуланыу, ҡаршы тороу. □ Сердиться, злиться. Оҡшамаған һуҙ әйтһәң, һырты ҡабара. М Һуңғы баһанан әҙиптең һырты ҡабарып китте. Й. Солтанов.
ҠАБАТ I (Р: раз; И.: times; T.: kez) и.
һанды белдергән һүҙҙәр менән килеп, эш-хәлдең бер нисә мәртәбә башҡарылыуын белдерә; тапҡыр. □ Раз. Бер ҡабат. Әллә нисә ҡабат. М Тулыбай .. мең мәртәбә һөйләнгән, мең ҡабат сәйнәлгән ҡурҡыныслы «Йәшел әулиә» әкиәтен һөйләргә тотондо. Ғ. Дәүләтшин. • Бер балыҡ башын ҡырҡ ҡабат сәйнәмә. Әйтем.
ҠАБАТ II (Р: шафер; И.: best man; T.: sağdıç) и. диал.
Кейәү егете; ҡабат егет. □ Шафер. Туйҙа ҡабат булды. Йәшерелгән ҡыҙҙы туйҙа ҡабат менән еңгәләр эҙләй.
ҠАБАТ III (Р: бок; И.: side; T.: yan) и. диал.
Эргә, ян. □ Бок (место, рядом с кем, чем). Я Атым юртаҡ тип әйтерһең, ҡабатымдан юртып. Халыҡ йырынан. Беҙҙең балалар мәктәп ҡабатында уйнай. Экспедиция материалдарынан.
ҠАБАТ IV (Р.: снова; И.: again; T.: yine) р.
Икенсегә, яңынан, тағы. □ Снова, опять, вторично, повторно, ещё раз. Ҡабат аңлатыу. Ҡабат яҙыу. V Тыныс булыр тыуған йорт, батыр ирҙәр бар саҡта, дошман ҡабат яу һалмаҫ, айбарлы ирҙәр бар саҡта. Халыҡ ижадынан. Ғәзимә: «Асылмаған, буҙартҡанһың», — тип, керҙе тотош ҡабат йыу-
63