Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 64


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБАТ ЕТЕШТЕРЕҮ
ҙыртты. Һ. Дәүләтшина. • Бер һуйған төлкөнө ҡабат һуймайҙар. Әйтем. Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр. Мәҡәл. Бер ашаған икмәкте ҡабат ашап булмай. Мәҡәл.
ҠАБАТ ЕТЕШТЕРЕҮ (Р.: воспроизводство; И.: reproduction; T.: yeniden üretim) и.
Өҙлөкһөҙ ҡабатланып тора торған ижтимағи етештереү процесы. □ Воспроизводство. Ҡабат етештереү процесы. Ҡабат етештереү циклы.
ҠАБАТ-ҠАБАТ (Р: неоднократно; И.: repeatedly; T.: defalarca) р.
Бер нисә мәртәбә; ҡат-ҡат. □ Неоднократно, несколько раз. Ҡабат-ҡабат уҡыу. Ҡабат-ҡабат тикшереү. Ҡабат-ҡабат йөрөү. ■ [Үмәр ҡарт] ҡапҡаның сүс бәйе ныҡмы икән тип, ҡабат-ҡабат тартып ҡараны, һ. Дәүләтшина.
ҠАБА ТАРАҠ (тарағы) и. диал. ҡар. ҡаба I. Ҡаба тараҡ алыу.
ҠАБАТАРТҠЫС (Р: чесалка; И.: comb; T.: keten tarağı) и. диал.
Етенде, йөндө таҙартыусы тараҡ. □ Чесалка (для льна, шерсти). Йөндө ҡаба-тартҡыстан үткәреү.
ҠАБАТЛАНДЫҠ (ҡабатландығы) (Р: произведение; И.: product; T.: çarpım) и. мат.
Ике һанды бер-береһенә ҡабатлағандан сыҡҡан һөҙөмтә. □ Произведение. Ҡабатлашыусыларҙың урындарын алмаштырыуҙан ҡабатландыҡ үҙгәрмәй. Ҡабатландыҡты икенсе ҡабатлашыусыға бүлеү.
ҠАБАТЛАНМА (Р.: возвратный тиф; И.: recurring typhus; T.: dönüşlü humma) и. мед. һөйл.
Кире ҡабатлана торған тиф. □ Возвратный тиф. Ҡабатланмаға ҡаршы. Ҡабатланманан һаҡланыу.
ҠАБАТЛАНМАЛЫ (Р: возвратный; И.: recurrent; T.: tekrarlanan) с.
Ҡабатланып торған. □ Возвратный; повторяющийся. Ҡабатланмалы яуын йөнсот-то. Ҡабатланмалы сир.
ҠАБАТЛАНМАҪ (Р: неповторимый; И.: unique; T.: eşsiz) с.
Үҙенә бер төрлө; үҙенсәлекле, оҡшашы-тиңе булмаған. □ Неповторимый, неповторяемый. Ҡабатланмаҫ биҙәк. Ҡабатланмаҫ күренеш. Ҡабатланмаҫ әҫәр. • [Сәмиғ] таш-кирбес эшенә ныҡлап төшөндө, үҙенец аңы барып етә, төшөнә алмаҫлыҡ төрлө кешеләр тормошо, ҡабатланмаҫ яҙмыштар менән тулы ошо таш араһындағы ҡатмарлы, үҙгәреүсән, ҡаршылыҡлы Мәскәү тормошона ла өйрәнде. Т. Ғиниәтуллин. Ҡабатланмаҫ йырым, һүнмәҫ йондоҙом, тыңла мине, һорайым, йом күҙең. Ғ. Хәйри.
ҠАБАТЛАНЫУ (ҡабатлан-) (Р.: повторяться; И.: recur; T.: tekrarlanmak) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат эшләнеү, башҡарылыу.
□ Повторяться. Ҡабатланып килеү. Ҡабатланып тороу. ■ Дөбөрләтеү ҡабатланды: был юлы ишеккә йоҙроҡлап һуҡтылар. «Ҡалай түҙемһеҙ, — тип уйланы Рәүеф, — ут сыҡҡан тиерһең, килгән кеше, ғәҙәттә, йомшаҡ ҡына ҡаға торғайнысы». Ә. Әминев.
2. һандарҙың математик ғәмәле башҡарылыу. □ Умножаться. Икегә ҡабатланған һан. һандар ҡабатлана.
ҠАБАТЛАНЫУСЫ (Р.: множимое; И.: multiplicand; T.: çarpılan) и. мат.
Икенсе бер һанға ҡабатланған һан.
□ Множимое. Ҡабатланыусыны табыу. Ҡабатландыҡты ҡабатланыусыға бүлеү.
ҠАБАТЛАНЫП! (Р: повтор; И.: repetition; T.: tekrarlama) и.
Бер төрлө өндәрҙең ҡабатланыу ы.
□ Повтор, повторение звуков. Өндәр ҡабатланымы.
ҠАБАТЛАП (Р: повторно; И.: repeatedly; T.: tekrar) р.
Яңынан, ҡабаттан. □ Повторно. Ҡабатлап ҡарау. Ҡабатлап яҙыу. Ҡабатлап күрһәтеү. Ҡабатлап биреү.
ҠАБАТЛАУ (ҡабатла-) (Р: повторять; И.: repeat; T.: tekrarlamak) ҡ.
1. Икенсе тапҡырға башҡарыу; тәҡрарлау. □ Повторять, повторять за кем-л. Үтенесте ҡабатлау. Иғланды ҡабатлап тороу, һорауҙарҙы ҡабатлап сығыу. ■ Зәлифә, һыуҙы көйәнтәһе менән күтәреп, ҡартә
64