Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 65


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБИЛИӘТЛЕ
сәһе өйрәткән теләктәрҙе бутай-бутай ҡабатланы ла, Сафураның уң яҡ яурынына һалды. һ. Дәүләтшина. Доғаның тәьҫире уны йыш-йыш ҡабатлап торғанда тағын да арта, доға рухи тыныслыҡҡа ирештерә. «Башҡортостан», 18 март 2008.
2. Хәтерҙә нығытыу өсөн яңынан уҡыу. □ Повторять для запоминания. Дәресте ҡабатлау. Үткәнде ҡабатлау. Шиғырҙы ҡабатлап сығыу. Шиғырҙы күңелдән ҡабатлау. ■ [Хисмәтулла] уҡытыусыһы аңлатҡанды тиҙ отто, һәр яҡлап уға оҡшарға тырышты, хатта эштә сағында ла ауыҙ эсенән генә уҡытыусы әйткәндәрҙе ҡат-ҡат ҡабатланы. Я. Хамматов.
3. мат. Бер һанды икенсе бер һанға арттырыу; бер үк һанды бер нисә тапҡыр алып, барыһын бергә ҡушыу. □ Множить, умножить. // Умножение. Икене икегә ҡабатлау. Ҡабатлау ғәмәле. Ҡабатлау һәм бүлеүҙең үҙ-ара бәйләнешенә иғтибар итегеҙ.
ҠАБАТЛАУ ЙӘҘҮӘЛЕ и. мат. ҡар. ҡабатлау таблицаһы. Ҡабатлау йәҙүәлен ятлау.
ҠАБАТЛАУСЫ (Р.: множитель; И.: multiplier; T.: çarpan) и. мат.
Билдәле бер һанды нисә тапҡырға арттырырға кәрәклеген күрһәткән һан. □ Множитель. Өҫтәмә ҡабатлаусы.
ҠАБАТЛАУ ТАБЛИЦАҺЫ (Р.: таблица умножения; И.: multiplication table; T.: çarpım tablosu) и. мат.
Һандарҙы бер-береһенә үҫә барыу тәртибендә ҡабатлап, уларҙың һәр береһенең һөҙөмтәһен күрһәткән теҙмә. □ Таблица умножения. Ҡабатлау таблицаһын ятлау. Ҡабатлау таблицаһын иҫкә төшөрөү. Бүлеү һәм ҡабатлау таблицаларын ныҡлы үҙләштереү — иҫәпләү алымдарының нигеҙе ул.
ҠАБАТЛАШЫУСЫ(ЛАР) (Р: множители; И.: factors; T.: çarpan) и. мат.
Ҡабатланыусы менән ҡабатлаусы икеһе бергә. □ Множители (множимое и множитель ). Ҡабатлашыусыларға тарҡатыу.
Билдәһеҙ ҡабатлашыусыны табыу. Ҡабатлашыусыларҙың урындарын алмаштырыу.
ҠАБА ТӨБӨ (Р: донце прялки; И.: distaff bottom; T.: öreke altı) и. туҡ.
Ҡабаны йәки ҡолғаны ултыртыу өсөн йәтешләп эшләнгән бер башы тишекле таҡта. □ Донце прялки. Ҡаба төбө алыу. Ҡаба төбө яһау. • Амин, амин — аман төбө, әбейҙәргә — ҡаба төбө, ирҙәргә — һуҡа башы, ҡатындарға — киҫәү башы. Әйтем.
ҠАБАТТАН (Р: снова; И.: again; T.: yine) р.
Яңынан, тағы. □ Снова, вновь; заново. Ҡабаттан тикшереү. Ҡабаттан иҫәпләү. ■ Күлдән ағып сыҡҡан Сәрүә йылғаһы бер нисә тапҡыр ер аҫтына китеп тора ла ҡабаттан ҡалҡып сыға. «Ағиҙел», № 11,2012.
ҠАБАЯҠ (ҡабаяғы) и. туҡ. диал. ҡар. ҡаба төбө. Кабаяҡ эшләү. Кабаяҡ алып тороу.
ҠАБЗИӘТ [ғәр. (Р: растерянность; И.: confusion; T.: şaşkınlık) и. иҫк. кит.
Ҡурҡыу, ҡаушау тойғоһо. □ Растерянность, смущение. Мине ҡабзиәт алды, ҡаушаным. Я Аҡмулла шиғырҙарын моңло тауышы берлә, бер ҡәҙәр ҡабзиәт вә ғәйрәт берлә һөйләне вә яҡшы ғына тәьҫир бирҙе. Р. Фәхретдинов.
ҠАБИЛ [ғәр. (Р: приёмщик; И.: examiner; T.: tesellüm memuru) и. иҫк.
1. Ҡабул итеүсе. □ Приёмщик. Ҡабилға тапшырыу.
2. Төр, төркөм. □ Род, группа. Бесәйҙәр ҡабиленән.
ҠАБИЛИӘТ [ғәр. sU5 ] (Р: способность; И.: ability; T.: kabiliyet) и. иҫк.
Булдыҡлылыҡ, һәләтлек. □ Способность, дар, дарование. Эш эшләү ҡабилиәте дәрәжәһе. Сауҙа эшендә ҡабилиәт. ■ һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт, уҡыуға, уҡытыуға ҡылығыҙ ғәҙәт. С. Яҡшығолов.
ҠАБИЛИӘТЛЕ (Р: способный; И.: able; T.: kabiliyetli) с. иҫк.
Булдыҡлы, һәләтле. □ Способный, одарённый, талантливый. Ҡабилиәтле бала.
65