Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 66


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБРА
Ҡабилиәтле егет. ■ Бөтә хәлфәләр ҙә: «Бик ҡабилиәтле, зирәк шәкерт», — тигән берҙәм фекергә килделәр. Ғ. Әмири.
ҠАБРА с. ҡар. ҡабрый III.
ҠАБРЫЙ I (Р.: дорога по склону горы; И.: road on a hillside; T.: yamaç yolu) и. диал.
Тау битләүендәге юл. □ Дорога по склону горы. Ҡабрыйҙа машинабыҙ ауа яҙҙы. Аттар Ирәндек ҡабрыйы менән Ҡырҡты яғына сығып китте.
ҠАБРЫЙ II (Р: резкий поворот; И.: sharp turn; T.: sert dönüş) и. диал.
Киҫкен боролош. □ Резкий поворот. Юлдың ҡабрыйы бар.
ҠАБРЫЙ III (Р.: наклонный; И.: inclined, slanted; T.: eğik) с.
Бер яҡ ситкә ауыш; иңкеү, ҡырын. □ Наклонный. Тау юлы ҡабрый була. Ҡабрый юлдан барыу. ■ Юлдың ҡабрый ерендә һаҡла-ныбыраҡ бар. М. Ҡулаев.
ҠАБРЫЙ IV (Р: наклонно; И.: sideways; T: eğri)p.
Бер яҡ ситкә табан; ҡырын. □ Боком, набок. Ҡабрый әйләнеп тороу. ■ Минең өҫкә килгән ҡуян ҡабрый ялтанып сыҡты ла сапты. Ф. Иҫәнғолов.
ҠАБУЛ [ғәр. (Р: согласие; И.: consent; T: kabul) и. диал.
Нимәгәлер риза булыу; ризалыҡ. □ Согласие. Ҡабул бирҙек, яусы менән егеттең атаһы килә.
♦ Ҡабулым юҡ һиңә оҡшатмау, яратмау, ҡабул итмәү. □ Отказать в приёме.
ҠАБУЛ БУЛЫУ (ҡабул бул-) (Р: осуществляться; И.: realize; T: gerçekleşmek) ҡ.
Тормошҡа ашыу, ғәмәлгә ашыу, үтәлеү. □ Осуществляться. Теләк ҡабул булыу. Доға ҡабул булыу. М Ҡыҙҙың теләге ҡабул булған: бер саҡ күҙ алдында бәләкәсәйә барған был. Ҡулдары урынына ҡанат үҫеп сыҡҡан. Ҡошҡа әйләнеп, тимер рәшәткәле зиндан тәҙрәһенән иреккә осоп киткән. Риүәйәттән. Ҡабул булды теләккәйең, бешкән ҡайын еләккәйе. Т. Йосопов. • Ҡабул булмаҫ доғаға амин тотма. Мәҡәл. Эт доғаһы ҡабул булһа, күктән һөйәк яуыр ине. Мәҡәл.
ҠАБУЛ ИТЕҮ (ҡабул ит-) (Р: принимать; И.: accept; T: kabul etmek) ҡ.
1. Тәҡдим иткәнде, тапшырған хәбәрҙе, сәләмде алыу. □ Принимать кого, что (взять то, что дают). // Принятие. Сәләмде кабул итеү. Күстәнәсте ҡабул итегеҙ. ■ Үҙ ҡошоңдоң ҡауырһынын ҡабул итеп алсы, һылыу. «Алпамыша». Айбулаттың сәләмен ул [Ныязғол] бик аҡрын ғына ҡабул итте, тешен ҡыҫып ҡына яуап бирҙе. Һ. Дәүләтшина.
2. Үҙ ҡарамағыңа, үҙ яуаплылығыңа күсереү. □ Принимать на себя. // Принятие. Ҡарауылды ҡабул итеү. Эште ҡабул итеү. М Старателдәрҙән алтын ҡабул итеү менән мәшғүл булған кассирҙың бушай алмауын белгәс, уның эргәһенә Наҡышев үҙе инде. Я. Хамматов.
3. Ниндәйҙер ойошма, уҡыу йорто сафына алыу. □ Принимать, принять, зачислить. Институтҡа ҡабул итеү. Уҡырға ҡабул итеү. Студенттарҙы ҡабул итеү.
4. Рәсми рәүештә танышыу, һөйләшеү өсөн үҙ бүлмәңдә, биләмәңдә кем менәндер осрашыу. □ Принимать, приглашать. Граждандарҙы ҡабул итеү. Делегацияны ҡабул итеү. ■ Заятүләк илдә тыныслыҡ урынлаштыра, ырыуҙаштарының кәңәштәрен тыңлай, бейҙәрҙе, аҡһаҡалдарҙы йыйып һойләшә, илселәрҙе ҡабул итә. Халыҡ ижадынан. • Хужаһы кемде ҡабул итһә, эт шуға ҡойроҡ болғар. Мәҡәл.
5. Хуп күреп, үтәлешкә, ғәмәлгә индереү. □ Принимать, принять решение. Шартты ҡабул итеү. Ҡәңәште ҡабул итеү. Тәҡдимде ҡабул итеү. ■ Я, мөжиб, .. Мөхәммәт ғәлиәссәләмгә доға ҡылмаҡҡа бойорҙоң, ҡабул иттек һәм фараз белдек. М. Өмөтбаев. Айбикәнең һүҙен яҡлап байтаҡ бисәләр һөйләне. Аҙаҡ берауыҙҙан был аҡылды ҡабул иттеләр, һ. Дәүләтшина.
6. Радио, телефон, телеграф аша тапшырылған хәбәрҙе алыу. □ Принимать, воспринять. // Восприятие. Телефонограмма ҡабул итеү.
66