Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 67


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБЫҒЫУ
7. Ниндәйҙер динде, тәғлимәтте үҙеңә ҡанун итеп алыу. □ Принимать, принять. Ислам динен ҡабул итеу.
8. Хуп күреү, ыңғай мөнәсәбәттә булыу. Воспринимать. ■ Ниндәй йөрәк кәрәк ер-һыуыңдан китергә, ете ят ерҙе, йылы, тип яҡын ҡабул итергә! Т. Дәүләтбирҙина.
ҠАБУЛ ИТЕҮ ИМТИХАНЫ (Р. : вступительный экзамен; И.: entrance examination; T.: kabul, giriş sınavları) u.
Уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн бирелгән имтихан. □ Вступительный экзамен. Ҡабул итеу имтихандары исемлеге. Ҡабул итеу имтиханы һөҙөмтәләре. Ҡабул итеу имтихандары тамамланды.
ҠАБУЛ ИТЕҮ КОМИССИЯҺЫ (Р: приёмная комиссия; И.: selection committee; T.: kabul kurulu) и.
Ниндәйҙер уҡыу йорто сафына абитуриенттарҙы һайлап алыу өсөн бер нисә кешенән торған төркөм йәки орган. □ Приёмная комиссия. Ҡабул итеу комиссияһы рәйесе. Университеттың ҡабул итеу комиссияһы. Ҡабул итеу комиссияһы мәғлумәттәре. ■ [Зилә] Фәнисә менән бергәләп, ҡабул итеу комиссияһына еңел генә документтарын тапшырып, ҙур эш башҡарғандай, тантаналы төҫ менән урамға сыҡты. «Шоңҡар», № 4, 2009.
ҠАБУЛ ИТЕҮ КӨНӨ (Р: приёмный день; И.: visiting day; T.: kabul günü) и.
Ҡемделер йәки нимәнелер ҡабул иткән көн. □ Приёмный день. Ҡабул итеу көнөн билдәләу. Ҡабул иткән көнгә яҙылыу. Президенттың ҡабул итеу көнө.
ҠАБУЛ ИТЕҮ ПУНКТЫ (Р: приёмный пункт; И.: reception centre; T.: kabul noktası) и.
Ниҙелер ҡабул иткән урын. □ Приёмный пункт. Имтихандарҙы ҡабул итеу пункты. Металл һыныҡтарын ҡабул итеу пункты. Ҡаза куреуселәргә ярҙам ҡабул итеу пункты.
ҠАБУЛ ИТЕҮСЕ (Р: приёмщик; И.: inspector; T.: tesellüm memuru) и.
Ҡабул итеп тороусы. □ Приёмщик. Мал ҡабул итеусе. Металл ҡабул итеусе. Ҡабул итеусене көтөу. Ҡабул итеусегә тапшырыу.
ҠАБУЛ КҮРЕҮ (ҡабул күр-) (Р: выразить согласие; И.: express consent; T.: kabul görmek) ҡ. иҫк.
Ризалыҡ белдереү, хуп күреү. □ Выразить согласие, одобрение. Ҡабул куреп алыу. ■ [Директор:] Эй, ҡыҙҙар, минең уланды ҡабул курегеҙ. Баш-аяғы менән һеҙгә ҡалдырам. Ә. Вахитов.
ҠАБУЛ ҠЫЛЫУ (ҡабул ҡыл-) ҡ. ҡар. ҡабул итеү 5. ■ [Ырыуҙаштарың] һиңә кәңәш бирерҙәр, шул кәңәште һин берук, аяҡ аҫтына һалмай, ҡабул ҡыл. «Алдар менән Зөһрә».
ҠАБУЛЛАУ (ҡабулла-) ҡ. иҫк. ҡар. ҡабул итеү. ■ Ал ҡабуллап, ал да һал шатлыҡҡа сумған куңелеңә тәбригемдең эҫеһен һәм эҫе ялҡын төҫлөһөн. Ш. Бабич.
ҠАБУЛЛЫҠ (ҡабуллығы) (Р: осуществление; И.: realization; T.: gerçekleştirme) и.
Ҡабул булған хәл. □ Осуществление, претворение. Ҡабуллыҡ ҡылыу. ■ [Наташа:] Туккән куҙ йәштәрем, һораған теләктәрем барыһы ла Алла ҡаршында ҡабуллыҡҡа ашһын ине. Д. Юлтый.
ҠАБЫ [рус. кабы\ (Р: как бы не; И.: lest; T.: nasıl da olsa) р. диал.
Булып ҡуймаһа ғына ярар ине, булып ҡуймаһын. □ Как бы не. Ҡабы китеп бармаһын. Һин уға ҡабы әйтеп ҡуйма. ■ Ҡабы беҙҙең колхозды баш кешеһеҙ ҡалдырып ҡуймаһын, ти. Б. Бикбай.
ҠАБЫҒЫУ (ҡабыҡ-) (Р: слёживаться; И.: become caked in layers; T.: katlanmak) ҡ.
1. Тауар, кейемдәрҙең оҙаҡ баҫырылып ятҡанлыҡтан иҫкереүе. □ Слёживаться. Был тауар оҙаҡ ятып ҡабыҡҡан. Ҡабыҡҡан тауарҙы арзан хаҡҡа алыу. ■ Аҡлы ситса кулдәгем һандыҡтарҙа ҡабыҡҡан. Халыҡ йырынан.
2. Бысраныу, ҡатып китеү. □ Грязниться, загрязниться. Өҫ-баш ҡабыҡҡан. ■ Алпамыша, сыҡҡас, ҡабығып ятҡан кейемдәрен, ҡоралын курә, ҡағып-һуғып кейеп ала ла ҡоралын тағып китә. Әкиәттән.
3. диал. Баҫырылып ятҡанлыҡтан күгәреү (бесәнгә ҡарата). □ Заплесневеть
67