Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 635


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШМА
ҠУШҠАНАТ (Р.: спаренные крылья; И.: kind of bee desease; T.: anların bir hastalığı) и. вет.
Бал ҡортоноң ҡанаты ҡайырылып, оса алмай ауырыуы. □ Спаренные крылья (болезнь пчёл). Ҡушҡанат булыу.
ҠУШ ҠАНАТЛЫЛАР (Р.: двукрылые; И.: Diptera; T.: çiftkanatlılar) и. зоол.
Бөжәктәр отрядының исеме. □ Двукрылые (название отряда насекомых) (лат. Diptera). Я Ҡуш ҡанатлыларға себен, серәкәй, кугәуен һ. б. инә. Интернет селтәренән.
ҠУШҠАР I (Р: кости запястья; И.: wrist bones; T.: bilezik kemikleri) и. анат.
1. Ҡул енсегенең ҡуш тупалсаҡ булып торған түбәнге осо; беләҙек һөйәктәре. □ Кости запястья. Костюмының еңе ҡушҡарына еткән.
2. диал. Енсек, сираҡ. □ Голень. Нәҙек ҡушҡар.
3. Терһәктән түбән беләк һөйәге. □ Рука от кисти до плеча. Ҡушҡар һөйәгем һыҙлай.
ҠУШҠАР II (Р: племенной баран; И.: pedigree ram; T: koç) и. диал.
Нәҫел тәкәһе. □ Племенной баран. Я Аҡ ҡушҡар ҙа ҡорбан салыр инем, тыуған илгә ҡайтһам әйләнеп. Халыҡ йырынан.
ҠУШҠАР III и. зоол. диал. ҡар. ҡусҡар I. Ҡушҡар ҡабырсағы.
ҠУШҠАР IV (Р: уступ печи; И.: ledge; T.: fırın rafı) и. диал.
Мейес һикәлтәһе, мейес ҡашағаһы. □ Уступ печи. Ҡушҡарға шәм ултыртып ҡуйыу.
ҠУШ ҠУЛЛАП (Р.: обеими руками; И.: with both hands; T.: iki elle) p.
1. Ике ҡуллап, ике ҡул менән. □ Обеими руками. Ҡуш ҡуллап курешеу. Я Муса, урынынан тора һалып, ҡарт менән ҡуш ҡуллап куреште, тургә утеп ултырырға саҡырҙы. Р. Солтангәрәев.
2. кусм. Ҙур теләк менән, шатланып, ҡыуанып. □ С большим желанием, с удовольствием. Ҡуш ҡуллап риза. Я [Бәҙеғолъямал: ] Уйылдандары, Миңлегөлдән башҡа бер
кем кәрәкмәй, ти, икән. Ата-әсәләре лә ҡуш ҡуллап риза, йәштәр ҙә уҙ-ара һөйләшмәйенсә йөрөмәйҙер инде ул. Бына һеҙҙең фатиханы һорарға килдем. Н. Мусин.
♦ Ҡуш ҡуллап ҡаршы алыу шатланып, ҡыуанып ҡаршы алыу. □ Встречать радушно. Ҡунаҡтарҙы ҡуш ҡуллап ҡаршы алыу.
ҠУШЛАУ (ҡушла-) (Р.: спарить, делать парным; И.: make paired; T.: eşleştirmek) ҡ.
1. Ике нәмәне ҡуш ҡуйыу; ҡуш итеү.
□ Спарить, делать парным. Я Ҡушлап та ҡушлап ат ектем, уртаһына тай ектем. Халыҡ йырынан. Ҡушлап-кушлап баҫырға ҡуш төймәкәйҙәрем юҡ минең. Халыҡ йырынан.
2. Берләштереп ҡуш итеү; ишле итеү.
□ Соединять, сделать парным. Я [һыуһылыу - Заятуләккә:] Мине арбап уҙеңә, яңғыҙ башың ҡушланың. «3аятүләк менән һыуһылыу».
3. Эргәләш булыу, ҡуш булыу. □ Быть рядом, находиться рядом. Ҡушлап килеу. Ҡушлап ултырыу.
4. Икәүләп бергәләшеү; иш булыу.
□ Объединяться, работать в паре. Ҡушлап эшләу.
ҠУШЛАШЫУ (ҡушлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡушлау, взаимн. от ҡушлау. Ҡушлашып ултырыу. Ҡушлашып йырлау.
ҠУШМА I (Р.: составной; И.: compound; T.: bileşik) с.
1. Бер нисә өлөштән ҡушылған. □ Составной, сложный, соединённый. Ҡушма исем. Ҡушма хәбәр. Ҡушма һан. Я Ҡурайсы Әхмәди, уның «Ҡалҡыс» тигән исеме лә бар. Был ҡушма исем уҙенән-уҙе уның кем икәнен әйтеп тора. Әхмәдиҙең өйө урге урамда иң ҡалҡыу урында ултыра, уны шуға була «Ҡалҡыс Әхмәди» тип йөрөтәләр. Ж. Кейекбаев.
2. Бер нисә матдә ҡушылған; ҡатнаш.
□ Комбинированный. Ҡушма аҙыҡ.
3. Өҫтәп ҡушылған; өҫтәмә. □ Приложение, дополнение. Ҡушма доклад.
635