Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 637


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШТАНЛЫҠ
ҠУШСЫ (Р.: проводник в пути; И.: road guide; T.: rehber) и. иҫк.
Юл йөрөгән кешеләрҙе тәрбиәләп, хеҙмәтен үтәп йөрөгән кеше. □ Проводник в пути. Юлда ҡушсы менән яҡшыраҡ.
ҠУШТАБАҠ (ҡуштабағы) (Р.: большая деревянная чаша; И.: large wooden bowl; T.: büyük ahşap tabak) и. диал.
Аш һоҫа торған ҙур табаҡ; ҡоштабаҡ. □ Большая деревянная чаша. Ашты ҡуш-табаҡҡа һоҫоу.
ҠУШТАЙ и. зоол. диал. ҡар. ҡушбаш I. Мурҙаға ҡуштай ҙа эләккән.
ҠУШТАМАҠ (ҡуштамағы) (Р: базедова болезнь; И.: goiter; T.: Basedow hastalığı) и. мед. диал.
Тамаҡ биҙенең тупайып үҫеүенән барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Базедова болезнь. Ҡуштамаҡ менән ауырыу.
ҠУШТАН I (Р: угодник; И.: flatterer, adulator; T.: yaltak) и.
Кемгәлер ярарға, яраҡлашырға тырышып, һүҙен ҡеүәтләп, өлтөрәп йөрөгән ялағай кеше. □ Угодник, льстец, подхалим. ■ Әйҙә, әллә кем өсөн ул ҡуштан булһын, ләкин Ғилман ағаһы уны [Зөфәрҙе]ана шулай етеҙ, зи-рәк, ҡушылған эште теүәл үтәй белгәне өсөн ярата ла. Д. Бүләков. Ҡуштан турәнең бер алдынан, биш артынан төшә, халыҡ тапҡыр әйткәнсә, эшләп ярамаһа, кешнәп ярай. «Йәшлек», 11 декабрь 2010. • Ҡуштан бер алдыңа төшөр, биш артыңа төшөр. Мәҡәл. Ҡуштан ҡушҡанды көтмәҫ. Мәҡәл. Ҡуштан эшләп ярамаһа, кешнәп ярай. Мәҡәл. Ҡуштанға ышанма, ҡушҡанға ышан. Мәҡәл. Ҡуштан — эшем эйәһе. Әйтем. Ҡем бойорһа — шул солтан, кем йугерһә — шул ҡуштан. Мәҡәл.
ҠУШТАН II (Р: льстивый; И.: flattering; T: yaltak) с.
1. Кемгәлер ярарға, яраҡлашырға тырышып, һүҙен ҡеүәтләп, өлтөрәп торған; ялағай. □ Льстивый. ■ Боронғо кантондар һәр ҡайһыһы уҙҙәренә махсус ҡурайсы
лар, йырсылар, өзләүселәр тотҡандар һәм шул ҡуштан йырсыларҙан уҙҙәренә атап көй сығартҡандар. Ш. Бабич.
2. диал. Өлтөрәп, бөтөрөлөп тороусы. □ Приветливый, радушный, преданный. Ҡуштан ир. Ҡуштан ҡатын. Иллә кешегә ҡуштан. • Ҡуштан ҡатын матур була. Әйтем.
3. диал. Ярамһаҡ, ялағай. □ Угодливый.
• Ир ҡуштаны илгә яраған, ҡатын ҡуштаны иргә яраған. Мәҡәл. Ҡуштан иргә яраһа ла, илгә ярамай. Әйтем. Ир ҡуштаны турәгә яҡын, ҡатын ҡуштаны иргә яҡын. Мәҡәл.
ҠУШТАН БУЛЫУ (ҡуштан бул-) (Р: угодничать; И.: pay compliments (to), be obsequious; T.: yaltaklanmak) ҡ.
Ярамһаҡ, ялағай булыу. □ Угодничать, любезничать, подлизываться. • Атаһы юҡ ул ҡуштан булыр, инәһе юҡ ҡыҙ яман булыр. Мәҡәл.
ҠУШТАНЛАНЫУ (ҡуштанлан) (Р: угождать; И.: oblige; T.: yaltaklanmak) ҡ.
1. Ҡуштанлыҡ күрһәтеү, ҡуштан булыу; ялағайланыу. □ Угождать, льстить, подхалимничать. // Угодничество, подхалимство.
• Ҡуштанланыу менән ус алыу дуҫ. Әйтем.
2. диал. Тоғролоҡ күрһәтеү, ысын күңелдән бирелеү. □ Показать преданность. Иренә ҡуштанланыуын күҙәтеү ҡыҙыҡ. ■ Эт ҡуштанлана белә шул: хужа алдында һикергеләгән була, ҡойроғон болғаған була. Әкиәттән.
3. диал. Күҙ-башты уйнатып, һырғаланыу; ҡылансыҡланыу. □ Кокетничать. // Кокетничество. Ҡуштанланыуҙың да сиге була.
ҠУШТАНЛАУ (ҡуштанла-) (Р: угождать; И.: flatter, play up (to); T.: yaltaklanmak) ҡ.
Ҡуштанлыҡ итеү. □ Угождать, льстить, подхалимничать. Ҡуштанлап йөрөу.
ҠУШТАНЛЫҠ (ҡуштанлығы) (Р: угодничество; И.: servility; T: yaltaklık) и.
637