ҠУШЫЛМА
женщины). Ҡушъяулыҡ тәңкәһе. Ҡушъяулыҡ эйәксене. Ҡушъяулыҡ уҡаһы. М Өләсәйҙең ҡушъяулығы балҡып ята һандыҡта. Г. Ситдикова. Ҡатындар яулыҡ, ҡушъяулыҡ ябынған, ҡәҙерләп кейергә таҫтар, ҡыйыҡса кеуек баш кейемен һаҡлаған. «Йәшлек», 19 ғинуар 2010.
2. миф. һаҡлаусы көскә эйә булған ҙур размерлы яулыҡ, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ атрибуты. □ В башкирской мифологии платок-покрывало выполняет обережную функцию; атрибут замужней женщины. ■ Ҡыҙҙы оҙатҡанда еңгәләре уға ҡушъяулыҡ, ҡашмау кейҙерә. Башҡорт мифологияһынан.
ҠУШЫ (Р.: длинноносый крохаль; И.: red-breasted merganser; T.: tarakdiş) и. зоол.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған, күп ваҡытын һыуҙа үткәреүсе, башы менән арҡаһы ҡара йәки һоро, ҡабырғаһы менән ҡорһағы алһыу аҡ төҫлө, түбәһе суҡлы, оҙон тар моронло эре сумғыс һыу ҡошо. □ Длинноносый крохаль (лат. Mergusserrator). ■ Ҡушы беленән бәләкәйерәк һәм муйынының аҡ төҫтә булыуы менән айырыла. Интернет селтәренән. Ҡушының тауышы ҡарлыҡҡан тауыш кеуек: «ҡарр-ҡарр». Балыҡҡа бай йылғаларҙа, кулдәрҙә йәшәй ҡушы. Ите өсөн аулайҙар ҡушыны. Э. Ишбирҙин.
ҠУШЫҘБА и. диал. ҡар. куш өй. Ҡушыҙба һалыу. ■ Ауылда хәҙер ҡушыҙба ғына тугел, заманса куп булмәле йорттар һалалар. Экспедиция материалдарынан.
ҠУШЫҠ (ҡушығы) (Р.: киоск; И.: kiosk, booth; T.: dükkan) и. иҫк.
Ваҡ-төйәк һата торған бәләкәй магазин; киоск. □ Киоск. Ҡушыҡ төҙөу.
ҠУШЫҠ-ГӘРӘ (Р: родовое подразделение башкир племени гэрэ; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрә ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кушык-гэрэ (родовое подразде
ление башкир племени гэрэ). Ҡушыҡ-гәрәләр йыйыны.
ҠУШЫЛДЫ (Р: родовое подразделение башкир племени кункас-иль-куль-мин; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡунҡаҫ-ил-күл-мең ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. □ Кушылды (родовое подразделение башкир племени кункас-илъ-кулъ-мин). Ҡушылдылар араһы уңыш байрамы уткәрә.
ҠУШЫЛДЫҠ I (ҡушылдығы) (Р: приток; И.: tributary; T.: kol) и.
Ҙурыраҡ һыуға барып ҡойған йылға.
□ Приток (реки). Ағиҙелдең ҡушылдығы — Дим. Эйектең ҡушылдығы — Һурәм. М Башҡорт дәуләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһынан Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары — Көнъяҡ Үҙән һәм Ҡағы йылғалары ағып сыға. «Урал», 17 сентябрь 2012.
ҠУШЫЛДЫҠ II (ҡушылдығы) (Р: сумма; И.: sum; T.: toplam) и. мат.
Ике һанды ҡушҡандан барлыҡҡа килгән һөҙөмтә. □ Сумма. Ҡушылыусыларҙың урынын алыштырыу менән ҡушылдыҡ уҙгәрмәй.
ҠУШЫЛДЫРЫУ (ҡушылдыр-) (Р: соединить; И.: make unite; T.: katıldırmak) ҡ.
Ҡушылырға мәжбүр итеү, ҡатышырға мөмкинлек биреү. □ Соединить, объединить, сливать; дать возможность присоединиться. Һуҙгә ҡушылдырыу. Ике йәш йөрәкте ҡушылдырыу.
ҠУШЫЛМА I (Р.: примесь; И.: impurity; admixture; T.: katım) и.
Нимәнеңдер составында булған ҡушымта.
□ Примесь. Химик матдәләрҙе һәр төрлө ҡушылмаларҙан таҙартыу.
ҠУШЫЛМА II (Р: смесь; И.: mixture; alloy; T.: karışım) и.
1. Бер нисә төр нәмә ҡушылған әйбер, ҡатнашма. □ Смесь; сплав; концентрат. Аҙыҡ ҡушылмаһы. Металдар ҡушылмаһы.
2. хим. Ҡатнашма, ҡатышма. □ Соединение, смесь. Фосфор ҡушылмалары.
639