Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 640


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШЫЛЫУ
ҠУШЫЛЫУ I (ҡушыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡушыу I. страд, от ҡушыу
I. Ҡом ҡушылған балсыҡ. Бесәнгә ҡушылған ат.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер килеп тоташыу, берегеү. □ Присоединяться. Шишмә йылғаға ҡушыла.
3. Кемдер араһына килеп инеп, берләшеү. □ Примыкать, примкнуть. ■ «Йыртҡыслыҡты бөтөрәйек, яңғыҙ ҡалған Үлемде бергә эҙләп үлтерәйек!» — тигән һүҙгә йыртҡыстар, уларға ҡушылып Шүлгән дә, — барыһы ҡаршы килгән, ти. «Урал батыр». Фазыл мең аҙап менән башҡорттарға килеп ҡушыла. Ғ. Ибраһимов. Ҡыҙҙарҙың күбеһе гөлләмәләр тотҡан. Юлдаш та, ошо ағымға ҡушылып, унынсы мәктәп яғына атланы. 3. Биишева. Беҙ ҙә уларға [бесән эшләүсе кешеләргә] ҡушылып ауыл яғына ыңғайланыҡ. Н. Мусин.
4. Кемдеңдер эш-хәрәкәтенә ҡатнашыу, бергәләшеп башҡарыу. □ Присоединиться. Ярышҡа ҡушылыу. Йырға ҡушылыу. Ҡурайға ҡушылыу, һүҙгә ҡушылыу. Шау-шыуға ҡушылыу. Ҡушылып йырлау. Ҡушылып һөйләу. ■ Бынан һуң бер егет баян алып, «Дуҫлыҡ» көйөн уйнап ебәрҙе, ҡыҙҙар уға йыр менән ҡушылды. «Табын», 10 август 2010. Ул [Ҡыҙырас] кистәрен Һаҡмар буйына барып, ҡоштар һайрауын бик оҙаҡ тыңлап ултыра, һандуғастар һайрауҙан туҡтап торған саҡта, үҙе һайрарға тотона. Унан туғайҙағы бөтә ҡоштар уға ҡушылып һайрай башлай. 3. Биишева, һөйләрһең дә, ҡушылып көлөрһөң дә, тик — сыуаҡ көндә, усаҡ янында, тәмле сәй эсә-эсә генә. Д. Шәрәфетдинов.
5. Үҙ-ара берләшеү, бергә килеп тоташыу. □ Соединяться, присоединиться. ■ Тәҙрә янында үҫкән йәш сирень, муйыл ағастарынан, клумбалағы сәскәләрҙән таралған хуш еҫтәр, таң еленә ҡушылып, бүлмәгә инеп тула. 3. Биишева. Оло инәйем һөйләгән әкиәттәге һымаҡ, ут менән һыу бергә ҡушы
лыр, бүреләр менән һарыҡтар аралашып, бер көтөүҙә йөрөр, яуыздар — изгегә, дошмандар дуҫҡа әйләнер. М. Кәрим. Урманда һуҡмаҡтар күп, ҡушыла ла, айырыла ла улар. Д. Шәрәфетдинов. • Ярлылыҡҡа дарыу юҡ, ялҡаулыҡ менән ҡушылһа. Мәҡәл.
6. Үҙ-ара берләшеп, ҡатнашыу, аралашыу. □ Смешаться, перемешаться. Быу төтөн менән ҡушылды. Он ярма менән ҡушылған.
7. Инәһенә килеп имергә тотоноу (быҙау -ға ҡарата). □ Присоединяться, примкнуть (о телёнке).
8. Өйләнешеп, бергә тора башлау; ҡауышыу. □ Пожениться, соединиться (первая брачная ночь молодых, проецирующая их будущее). ■ .. һәм шул кисте ... ҡушылдыҡ. Ул хәлде, сәйерерәк яңғыраһа ла, бүтән һүҙ менән атарлыҡ түгел икән. Ҡапыл ғәрәсәт алдынан була торған мәлдәгеләй, һауала йәшен сатнаны, гүйә, ут тоҡанды ла ҡайнар хәнйәр есемемә үтеп инде! Бөгөн дә иҫтә ул ҡушылыу! Г. Яҡупова. • Ҡыҙ егеткә ҡушыла — ебәк булып ишелә. Мәҡәл. Айырылған ир аҙыр, ҡушылған ир уҙыр. Мәҡәл.
9. лингв. Телдәрҙең бер-береһе менән арал ашыу ы һөҙөмтәһендә уртаҡ тел берәмектәренә эйә булыуы (еңеүсе тел менән еңелеүсе телдең үҙ-ара тәьҫирендә барлыҡҡа килгән күренеш). □ Скрещение языков. ■ Инглиз теле герман теле тип иҫәпләнһә лә, роман элементтары күп һаҡланыу осрағын телдәрҙең ҡушылыуы миҫалы итеп күрһәтергә була. Интернет селтәренән.
ҠУШЫЛЫУ II (ҡушыл ) ҡ. төш. ҡар. ҡушыу II. страд, от ҡушыу II. Ҡушылған йомош. ■ Башҡорт тәбиғәте менән ихлас, ҡушылғанды тыңлаусан, һүҙендә тора, артыҡ күп уйлап тормайынса утҡа ла, даръяға ла барып сумырға әҙер. Р. Солтангәрәев.
ҠУШЫЛЫУ III (ҡушыл ) ҡ. төш. ҡар. ҡушыу III. страд, от ҡушыу III. ■ Донъяны таң ҡалдырған, иҫ киткес сағыу бейеүҙәр
640