Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 641


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУШЫУ
ижад иткән бейеу ансамбленә Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров исеме 1988 йылда ҡушыла. «Башҡортостан», 12 сентябрь 2012.
ҠУШЫЛЫУСЫ (Р.: слагаемое; И.: summand; T.: sayı, toplanılan rakamlardan her biri) и. мат.
Ҡушыла торған һан. □ Слагаемое. Ҡушылыусы һандар.
ҠУШЫЛЫШЫУ (ҡушылыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡушылыу I. взаимн. от ҡушылыу I.
ҠУШЫМ I (Р.: добавка; И.: additive T.: katık) и.
Өҫтәп йәки ялғап ебәрерлек нәмә; ҡушымта. □ Добавка, приправа. Аҙыҡҡа ҡушым булыу.
ҠУШЫМ II (Р: примесь; И.: admixture; T.: katıntı) и.
1. Ҡушылма, ҡатышма. □ Примесь. Ҡомда ниндәй генә ҡушым юҡ.
2. Өҫтәлгән нәмә; ҡушымта. □ Смесь. Янар май ҡушымы.
ҠУШЫМ III и. ҡар. ҡушылдыҡ I. Ҡариҙел — Ағиҙелдең ҡушымы. Һаҡмар — Уралдың уң ҡушымы.
ҠУШЫМЛЫ с. ҡар. ялғаулы. ■ Аҡлы ситса кулдәгемдең билбауҙары ҡушымлы. Халыҡ йырынан.
ҠУШЫМТА I (Р: добавка; И.: additive Т.: katık) и.
Өҫтәп, ялғап ебәрерлек нәмә, ишемтә (ризыҡҡа ҡарата). □ Добавка (обычно о продуктах питания). Ишемтәгә ҡушымта. ■ Ҡушымтаға бутән нәмә булмағас, ит менән ҡорот оҙаҡҡа барманы. Әкиәттән.
ҠУШЫМТА II (Р: смесь; И.: impurity; Т.: alaşim) и.
1. хим. Нимәгәлер ҡушылып, аралашҡан нәмә. □ Смесь, примесь. Бер нисә металды бергә иретеп яһалған ҡушымта. Матдәне ҡушымталарҙан таҙартыу.
2. Төрлөһө ҡушылып, аралашҡан нәмә; ҡатышма. □ Смесь. Сәйҙең төрлө сорттары ҡушымтаһы.
ҠУШЫМТА III (Р.: приложение; И.: supplement; Т.: ек) и.
Төп нәмәгә өҫтәп ҡуйылған нәмә; өҫтәмә. □ Приложение. Гәзиткә ҡушымта. Гаризаға ҡушымта.
ҠУШЫМТА IV (Р: припев; И.: refrain; Т: nakarat) и.
Йырҙың һәр строфаһы аҙағында ҡабатлана торған өлөшө. □ Припев. Ҡушымтаны ҡабатлау. Ҡушымта яҙып ҡуйыу.
ҠУШЫН (Р: группа; И.: group; T: grup) и. иҫк.
1. Уртаҡ эш, маҡсат нигеҙендә берләшкән халыҡ; ғәскәр. □ Группа; войсковое соединение. Ҡушын етәксеһе. Ҡушынға тупланыу. ■ һәр берегеҙ бөгөн ук уҙ ҡушынын төҙөһөн, унбаштарын һайлап ҡуйһын! Ә. Хәкимов. Халыҡ ҡушынын аралап, мөһабәт буйлы, ҙур сал һаҡаллы, оҙон аҡ тун кейгән яурынтаҡ ҡарт алға сыҡты. Ә. Ихсан.
2. кусм. иҫк. Бергә тупланған ҙур төркөм (бер нисә кеше, ҡош, йәнлек). □ Множество кого-л. Ҙур ҡушын. Ҡоштар ҡушыны. ■ Колхозсылар эшкә сығырға ашыҡмай, бары Шәрәф Иртөбәков менән бер ҡушын йәштәр генә ырҙынға китте. Б. Бикбай. Тегендә бер ҡушын, бында бер ҡушын халыҡ йыйылып, ни тураһындалыр ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшә. Б. Ишемғол.
ҠУШЫРЫУ (ҡушыр-) (Р: сложить ладони у груди; И.: fold palms; T: el bağlamak) ҡ. диал.
Хөрмәт йөҙөнән ҡулдарҙы күкрәк тәңгәлендә ҡаушырыу. □ Сложить ладони у груди (в знак почтения). Ҡул ҡушырыу.
♦ Ҡул ҡушырып ултырыу тик ултырыу, эшләмәү, ҡыл да ҡыбырлатмау. □ Сидеть сложа руки (бездельничать). К «Ҡул ҡушырып ултырма, берәй нәмә эшлә, исмаһам», — тип, әсәһе улын көсләп тигәндәй ишек алдын йыйыштырырға сығарып ебәрҙе. С. Ильясов.
ҠУШЫУ I (ҡуш-) (Р: соединять; И.: join, add; T: eklemek) ҡ.
641