ҠУШЫУ
1. Бер нәмәне икенсеһе менән берләштереү. □ Соединять, объединять. Колхоздарҙы ҡушыу. ■ Хеҙмәтеңде Ватан ҡеүәһенә ҡушып, бергә һин тын алаһың. Н. Нәжми. • Асыу — дошман, аҡыл — дуҫ, асыуыңа аҡыл ҡуш. Әйтем. Аҙҙы күпкә ҡушҡандың арманы юҡ. Әйтем.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер килтереп берләштереү. □ Соединить, слить. Кластарҙы ҡушыу.
3. Бер һанға икенсе һанды өҫтәү. □ Сложить, складывать. Кушыу билдәһе. 20-гә 7-не ҡушырға.
4. Бергә килтереп, үҙ-ара берләштереү.
□ Присоединять, добавлять. Ҡушып тегеү.
5. Бергә берләштереп, аралаштырыу.
□ Примешивать. Себештәр аҙығына витаминдар ҡушыу.
6. Ашарға йәки имергә ҡуйыу (малды).
□ Подпустить. Быҙауҙы инәһенә ҡушыу.
7. этн. Ҡауыштырыу. □ Соединять, связывать. Кыҙҙы кейәүгә ҡушыу.
♦ Баш ҡушыу 1) берҙәмлеккә килеү, берләшеү. □ Присоединиться. М [Kop-май:] Ыласын үҙ ыласынын тапмайынса, ҡауҙы менән баш ҡушамы ни? Б. Бикбай; 2) ылығыу, эйәләшеү. □ Привыкнуть, һыйыр быҙауына бер ҙә баш ҡушмай. Бергә биште ҡушыу нәмәне арттырып һөйләү; шапыртыу. □ Преувеличивать. Бергә биште ҡушып һөйләү.
ҠУШЫУ II (ҡуш-) (Р.: велеть; И.: order; command; T.: emretmek) ҡ.
1. Ниҙер башҡарырға әмер биреү, бойороу. □ Велеть, повелевать. ■ Шул саҡта тирмәм ишеген асырға ҡуштым. С. Юлаев. Мөбәрәк еңелерәк тын алып ҡалды, бая Шәһүрәнең актҡа ҡул ҡуйырға ҡушыуын хәтерләп, урынынан торҙо. Н. Мусин.
2. Башҡарырға эш йөкмәтеү. □ Поручить что-л. Йомош ҡушыу. Эш ҡушыу. Ш Шәһүрә, Мөбәрәккә ҡушып, ат ҡылынан төрлө ҙурлыҡтағы кисточкалар яһатып алды ла кереште яңы эшкә. Н. Мусин. • Эткә
ҡушһаң, һөйәк килтерер. Мәҡәл. Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул һиңә аҡыл өйрәтер. Мәҡәл. Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта. Мәҡәл.
3. Нимәлер эшләүҙе талап итеү. □ Поручить, приказывать. ■ [Батыр әйтә:] кәрәк икән мин сәфәр йөрөрмөн, — ти, — яҙмышымдың ҡушҡанын күрермен, — ти. «Бабсаҡ менән Күсәк». Зарифа, Ғилмандың ҡушыуы буйынса, тәүге рәсем аҫтына «Шаярғанда» тип, икенсеһенең аҫтына «Уҡытыусының һорауына яуап биргәндә» тип яҙҙы. 3. Биишева. Әнисә, был ваҡытта барған матур концертты бик тындағыһы килһә лә, ағаһы ҡушҡас, радионы туҡтатты ла, ҡурсағын алып, күрше бүлмәгә сығып китте. Г. Юнысова. Әлбиттә, ҡыҙҙарға, тыйнаҡлыҡ һаҡлап, һөйгәнен үбергә ҡушыу ғәҙәте юҡ, бындай «яза» егеттәргә генә бирелә һәм улар быны ҙур ҡәнәғәтләнеү менән үтәй ине. Картотека фондынан.
4. Ниҙер башҡарырға йәлеп итеү. □ Поручать, привлекать к чему-л. Малайҙарҙы бесән сабырға ҡушыу.
♦ Кем ҡушҡан {йәки ҡушты) бер эш, ҡылыҡ өсөн шелтәләгәндә әйтелә. □ Кто велел? (порицание). Иҙән йыуырға һиңә кем ҡушҡан?
ҠУШЫУ III (ҡуш-) (Р.: присвоить; И.: appropriate; T.: isim vermek) ҡ.
Исем биреү. □ Присвоить; нарекать. // Присвоение (имени, названия), наречение (именем ).
ҠУЫҠЛЫҠ (ҡуыҡлығы) (Р: объедки сена; И.: hay leavings; T.: kuru ot artıkları) u. диал.
Тапанды, ҡаулан; кәүәк. □ Объедки сена. Куыҡлығы күп ҡала.
ҠУЫРЛЫҠ (ҡуырлығы) (Р: закваска; И.: ferment; T: kor, maya) и. диал.
Әсетке, ҡур. □ Закваска. Куырлыҡ һалыу.
ҠУЯҒА (Р: торока; И.: kind of saddle gear; T: tasma kayışı) и.
642