Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 643


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЯН АЙЫ
Эйәрҙең йәнлек аҫа торған урыны. □ Торока. ■ Ҡуяғаға аҫып ҡыр буреһен егет мен -де бейек сағылға. Халыҡ йырынан.
ҠУЯН I (Р.: заяң; И.: hare; rabbit; T: tavşan) и.
1. зоол. Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон шеш ҡолаҡлы йәнлек. □ Заяц. / Заячий (лат. Lepus timidus). Ата ҡуян. Инә ҡуян. Бала ҡуян. Ҡуян тиреһе. Ҡуян тоҙағы. Аҡ ҡуян. Ҡуян бурек. Ҡуян шәл. ■ «Сабағына — суртаны, йомранына — көҙәне, ҡуянына — төлкөһө, барыһын теҙеп уйлаһаң: көсһөҙөнә — көслөһө улем була тугелме?» — тигән Шул-гәндең һуҙен ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт туҡтаған. «Урал батыр». Йәмле яҙҙар килде. Ер уянды, донъя йырға, нурға буянды. Яҡты ҡояш, ҡайнар тынын бөркөп, һоро тунға төрҙө ҡуянды. Р. Назаров. Йомро Талип йәренгә атасаҡ ҡуянын быйыл аттым, тип һөйләһә һөйләр, тик былтыр атҡанды быйыл аттым тимәҫ. М. Кәрим. Ҡуян кәпәс, һырма көпө, бәләкәс тоҡ арҡала. С. Кулибай. Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, тышҡынайын ниҙән дә тышлайым? Халыҡ йырынан. • Атаһы ҡолан атмағандың балаһы ҡуян атмаҫ. Әйтем. Батыр алдында арыҫлан да ҡуян. Әйтем. Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған. Әйтем. Бер тинлек ҡуян, ун тинлек зыян. Әйтем. Буре алыр егетте буркенән танырмын, ҡуян алыр егетте ҡуйынынан танырмын. Мәҡәл. Бәйле арыҫланға ҡуян да ташлана. Әйтем. Йугереп ҡуян ҡыуалар, ултырып аҡыл йыялар. Әйтем. Ҡомһоҙ эт ҡуян алмаҫ, алһа ла, тиреһе ҡалмаҫ. Мәҡәл. Ҡуян ул тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған. Мәҡәл. Ҡуян улеме ҡамыштан, ир улеме намыҫтан. Мәҡәл. Ҡуяндан сысҡан да ҡурҡмай. Әйтем. Тота белгән— арба менән ҡуян тотҡан. Әйтем. Төлкө тотам тип, ҡуяндан ҡоро ҡалма. Әйтем. Үлгән арыҫланды ҡуян да барып типкән. Әйтем.
2. зоол. Йортта аҫрай торған оҙон ҡолаҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло йәнлек; йорт
ҡуяны. □ Кролик. / Кроличий (лат. Orycto-lagus cunieulus). Ҡуян аҫрау. Ҡуян ситлеге. Ҡуян фермаһы.
3. кусм. һөйл. Билетһыҙ пассажир. □ Заяң (безбилетный пассажир). Ҡонтролёрҙар поезда бер «ҡуян»ды тотҡандар. Бер бала әллә ҡайҙарға тиклем «ҡуян» булып пароходта сәйәхәттә йөрөгән. ■ Ҡуянға трамвай аҡрын барғандай тойола. Ғ. Садыҡов.
4. кусм. Ҡурҡаҡ. □ Трус. • Ҡуян уҙ кулә-гәһенән ҡурҡыр. Әйтем. Ҡуян уҙ ҡойроғонан уҙе ҡурҡыр. Әйтем.
5. миф. Башҡорт мифологияһында түллелек һәм ҡытлыҡ символы. □ В башкирской мифологии заяц является символом плодовитости и бескормицы. Ҡуян йылы — ҡаты йыл. ■ Ер иртән угеҙгә атланып килһә, кис ҡуянға атлана, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Арба менән ҡуян ҡыуыу килешмәгән, хилаф эш эшләү. □ Делать не то, что надо. • Йунһеҙ һунарсы арба менән ҡуян ҡыуған. Әйтем. Атмаған ҡуянға ҡаҙан аҫыу әле булмаған эште һөйләү. □ Не убив зайца, подвешивать котёл, соотв. Делить шкуру неубитого медведя. • Атмаған ҡуян — аҫмаған ҡаҙан. Әйтем. Ҡуян йөрәкле юҡ-барға ҡурҡып барған, ҡурҡаҡ. □ Трусливый. Ҡуян йөрәкле кеше. ■ Ә Ғариф инде куптән ҡуян йөрәкле. 3. Биишева. Ҡуян ҡаны кеүек {йәки ҡуян ҡанындай) ҡара ҡыҙыл төҫтә (сәйгә ҡарата). □ Как заячья кровь (о густом чае). ■ Сәйҙәр яһай ҡарсыҡ, ҡалай ҡуйы, ҡып-ҡыҙыл ул, ҡуян ҡанындай. Ғ. Дәүләтов.
ҠУЯН II (Р.: родовое подразделение баш-кир-тамьянцев; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуы башҡорттарының бер аймағы исеме. П Куян (родовое подразделение башкир-тамьянцев). Ҡуян тамъяндар йыйыны.
ҠУЯН АЙЫ (Р: название зимы у древних башкир; И.: winter season; T: kış) и. иҫк.
643