Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 644


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠУЯН АРБА
Боронғо башҡорттарҙа ҡыш айҙарының (миҙгел) исеме. □ Название зимы у древних башкир. Я Ҡыш миҙгелен ҡуян айы тигәндәр. Халыҡ ижадынан.
ҠУЯН АРБА (Р.: двухколёсная телега; И.: light cart; T.: iki tekerlekli araba) и.
Еңелгә егелә торған ике тәгәрмәсле арба. □ Двухколёсная телега. Ҡуян арба егеү.
ҠУЯН БАЛАҺЫ (Р: зайчонок; И.: leveret; T.: tavşan yavrusu) и.
Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон шеш ҡолаҡлы йәнлектең балаһы. □ Зайчонок. ■ Ҡаршыһына Ҡыҫка-ғолаҡ исемле ҡуян балаһы осраған. Тәпәйҙәре бәләкәй генә, ҡолаҡтары ҡыҫҡа ғына бик матур ҡуян икән. «Аҡбуҙат», № 11, 2010.
ҠУЯН БАЛТАҺЫ (Р: маленький топор; И.: little axe; T.: küçük balta) и. диал.
Бәләкәй балта (ваҡ ағас, ҡыуаҡлыҡ киҫеү өсөн). □ Маленький топор (для прохождения по чащобе, зарослям). Билендә ҡуян балтаһы бар.
ҠУЯНҒОЛАҠ (ҡуянғолағы) (Р: свербига лесная; И.: (herb species) bunias; T.: çırşalgamı) и. бот.
Оҙон, сәскәһеҙ, йөнтәҫ һабаҡлы сөсө ҡаҡы. □ Свербига лесная (лат. Bunias orien-talis). Ҡуянғолак йыйыу. Ҡуянғолак яҡтылыҡты ярата.
ҠУЯН ИРЕН (Р: заячья губа; И.: harelip; T.: tavşandudağı) и. мед.
Өҫтән кителеп торған ирен (тыумыштан булған зәғифлек). □ Заячья губа. Ҡуян иренле бала.
ҠУЯН ИТЕ (Р: зайчатина; И.: hare flesh; T.: tavşan eti) и.
Ҡуян йәнлегенең ите. □ Зайчатина. Ҡуян ите бәлешкә яҡшы.
ҠУЯН ЙЫЛЫ (Р: год Зайца; И.: year of the Hare; T.: Tavşan Yılı) и.
12 йыллыҡ мөсәл йыл иҫәбендә дүртенсе йыл. □ Год Зайца. ■ Сысҡан йылы — туҡлыҡ, ҡуян йылы йотлоҡ булыр. Һынамыш.
ҠУЯН КӨПШӘҺЕ (Р: живокость; И.: larkspur; T.: hezaren) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, халыҡ медицинаһында ҡулланылған көрән күк, аҡ, алһыу сәскәле бер йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Живокость (лат. Delphinium). Ҡуян көпшәһе йәйҙең башынан аҙағына тиклем емеш бирә. И Ҡуян көпшәһе, ағыулы үҫемлек булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ медицинаһында ашҡаҙан-эсәк, бәүел, үт ҡыуығы, үпкә ауырыуҙарын дауалағанда йыш ҡулланыла. Интернет селтәренән.
ҠУЯН КҮҘЕ (Р: девясил германский; И.: herb species; T: Alman andız otu) и. бот.
Астралар ғаиләһенә ҡараған тура һабаҡлы, һары сатыр сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек; герман андыҙы. □ Девясил германский (лат. Inula germanica). В Ҡуян күҙе һалҡын тейеүгә ҡаршы, яра бөтәштерә торған, ауыртыуҙы баҫа торған үлән булараҡ ҡулланыла. Ҡуян күҙе япрағын ҡанһыраған йәки сей яраға ябырға була. Интернет селтәренән.
ҠУЯН КҮҘЛЕ (Р.: доел, заячий глаз; И.: red eyed, hair’s eyed; T: tavşan gözlü) с.
Ҡуян кеүек ҡыҙыл күҙле. □ Заячий глаз. ■ Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ, ҡыҫыр йылан тамаҡлы; урайы ҡуш, яңағы ас, муйындары бер ҡолас, ҡыйғыр бөркөт ҡабаҡлы; осраған бер кешене хайран итер, уйлатыр, бына ошондай Аҡбуҙ ул, күҙ күрмәгән ят буҙ ул. «Урал батыр».
ҠУЯН КҮСТӘНӘСЕ (Р: заячий гостинец; И.: brought home meal; T.: tavşan hediyesi) и. һөйл.
Ҡырҙан кире урап ҡайтҡан ашамлыҡ. □ Заячий гостинец (принесённая домой еда, оставшаяся после выезда в лес, на поле). Ҡуян күстәнәсе менән һыйлау. Атай бесәнлектән ҡуян күстәнәсе алып ҡайтҡан. ■ Әпҡадир мулла көттө, һунарға киткән атаһынан ҡуян күстәнәсе көткән бала кеүек, Биктимерҙең, ҡулға алынып, ошо «күстәнәсен» үҙенә ҡалдырыуын көттө, һәм шул бүләктең ҡасан да бер киләсәгенә ул ышанды. К. Мәргән.
644