Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 687


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙБАТЛАНЫУ
дәрҙән бирле йыйылып килгән тәмәке төпсөктәренән башҡа .. тағы әллә ниндәй ҡыйҙар көрәп алырлыҡ булып кубәйгәндәр ине. М. Ғафури.
2. Баҫыуҙағы, иген араһындағы төрлө кәрәкһеҙ үҫемлек; сүп. □ Сорняк. / Сорный. Баҡсаны ҡый баҫҡан. Ҡый утау. ■ «Ер баштарын, ыҙандарҙы һөрөп эшкәрткәндә, ҡыйҙар бермә-бер кәмер ине, минеңсә», — тине Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
3. Кәртә-һарайҙағы мал тиҙәге. □ Навоз. Ҡый өйөу. Ҡый тугеу. • Мал ҡыйы менән, ҡунаҡ һыйы менән. Әйтем.
4. кусм. Төрлө насар нәмә; кәмселек, етешһеҙлек. □ Недостатки. Һуҙҙән ҡый эҙләу. М Турһайып, ҡырын-ярын ҡарап йөрөгән Әлфирә: «Анау китаптарыңдың береһен ҡалдырмай алып кит, мин ул ҡыйҙы икенсе фатирға ташыясағым юҡ!» — тине, китаптар теҙелгән шкафҡа курһәтеп. Н. Мусин.
5. диал. Ваҡ-төйәк эш. □ Пустячная работа. Ҡый менән булыу.
6. диал. ҡар. ыҙғыш. Ҡый ҡубыу. Ҡый килеу.
ҠЫЙ II киҫ. диал. ҡар. бит IV. Матур ҡый. Бигерәк шәп ҡый. ■ Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый, йәндәремде ҡыйҙың ҡый. Халыҡ йырынан.
ҠЫЙ III р. диал. ҡар. шыр. ■ Аш ҡый тоҙ булған. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙ IV с. диал. ҡар. шим. Ҡый бал.
ҠЫЙБАННАҠ с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ 2. Ҡыйбаннак ҡыҙ.
ҠЫЙБАТ [фарс. (Р.: дорогой; И.: expensive; T.: pahalı) с.
1. Күп аҡсаға торошло, юғары баһаланған; киреһе — арзан. □ Дорогой. / Дорого (о цене). Ҡыйбат әйбер. Ҡыйбат пальто. Ҡыйбат хаҡҡа һатыу. Хаҡы ҡыйбат. Ҡыйбат һорай. Ҡыйбат туләу. Ҡыйбат алмау. М Ҡалала асылған кооперативта эшләй, һәйбәт аяҡ кейемдәрен, башҡа яҡшы тауарҙарҙы кооператив аша ҡыйбат хаҡҡа һаталар. Н. Ғәйетбаев. Кулде Тарифҡа һатма
йыҡ, тигән булалар. Ул беҙҙән арзан хаҡҡа ала ла рустарға ҡыйбат хаҡ менән һата. Ғ. Хәйри. Көңгөр яғында йылҡы малы утемле, ҡыйбатыраҡ, тиҙәр. Н. Мусин. Хәҙер һалым тип, тоҙҙо ботон 35 тиндән һатып алабыҙ. Ул өс-дуртләтә ҡыйбатҡа төшә. Ғ. Хөсәйенов. Баҙарҙың уртаһында хаҡ ҡыйбат булырҙай куренгәс, Аҡназар былар менән куп һөйләшеп торманы. Ғ. Дәүләтшин. Ҡыш уксәгә баҫып етеп килә, — утын кәрәк, ә уның хаҡы, ана, ниндәй ҡыйбат! X. Мохтар. • Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡыйбат. Мәҡәл.
2. Юғары баһаланған; затлы. □ Дорогой, ценный. Ҡыйбат туләу. Ҡыйбат ташлы йөҙөк. Ҡыйбат тоҡомло ат. • Ҡыйбат таштың ауырлығы юҡ. Мәҡәл.
3. кусм. Әһәмиәтле, мөһим, ҡәҙерле; ҡиммәт. □ Ценный, значительный. Р. Еари-повтың әҙәби мираҫы беҙҙең өсөн ҡыйбат. ■ Шишмәнең ташты тишеп сығыуы ҡыйбат, ташты тишеп сыҡһа, ул ерҙән һут алып — йылғаға, ә унан даръяға әйләнә», — тип ҡуйҙы Гәуһәр. И. Ғиззәтуллин. Уға [Аҡсәскәгә] бары атаһының табылыуы ғына ҡыйбат. Б. Бикбай.
4. кусм. Ҡәҙерле, ғәзиз. □ Дорогой. Йән ҡыйбат. ■ Ҡыҙыл байраҡ шуға ҡыйбат, ул көрәшеп алынған. Халыҡ йырынан, һәр кемдең йәне уҙенә ҡыйбат булмаһа, һәр кем йәшәргә теләмәһә, донъяла ҡараҡлыҡ та, боҙоҡлоҡ та булмаҫ ине. Ғ. Хәйри. Етмеш икенсе дивизияны тулыһынса ҡыйратылыуҙан ҡотҡарған икенсе эскадрон кешеләренең һәр ҡайһыһы уҙ ғумерен ҡыйбатҡа бирҙе, уларҙың һәр ҡайһыһы Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ. Я. Хамматов.
ҠЫЙБАТЛАНЫУ (ҡыйбатлан-) (Р: подорожать; И.: rise in price; T.: pahahlanmak) ҡ.
1. Юғары хаҡлыға, ҡыйбатҡа әйләнеү; хаҡы күтәрелеү, ҡыйбат булыу. □ Подорожать. Ҡыйбатлана барыу. Ҡыйбатлана биреу. Ҡыйбатлана төшөу. Ҡыйбатланып бөтөу. Ҡыйбатланып китеу. Тауар ҡыйбатлана. Көндән-көн ҡыйбатлана. Н Һуғыш осоронда
687