ҠЫЙБАТЛАТЫУ
аҙык-тулек хаҡтары ҡыйбатланып киткән ҡалаға ит, май, ашлыҡ тейәп йыш йөрөу, әлбиттә, Сәрбиямалдың хужалығына йоғонто яһамай ҡалманы. 3. Биишева. [Нурый:] Әйтерең бармы, бала булғас, ярлы булһаң да уҙеңдеке бит, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, нәмәгә ҡараһаң, көндән-көн ҡыйбатлана бит әле. А. Таһиров. • Һәнәге ҡыйбат тугел, һаплағас ҡыйбатлана. Мәҡәл.
2. Ҡәҙерлегә, баһалыға әйләнеү; ҡәҙерле булыу. □ Стать значимым. Ҡыйбатланып китеу. Ҡыйбатлана биреу. Ҡыйбатлана төшөу. ■ Хәҙер, болалар бөтөп, халыҡтың тормошо куҙгә куренеп яҡшырған, тамағы — икмәккә, өҫтө кейемгә туйып, ҡәҙимге юҡһыл-ялпыға Сәуит власының ятышлы сәйәсәте яңы ғына килеп етә башлаған сағында әҙәмдең ғумере ҡыйбатлана. Р. Өмөтбаев.
ҠЫЙБАТЛАТЫУ (ҡыйбатлат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыйбатлау, понуд. от ҡыйбатлау. Ҡыйбатлатып һаттырыу.
2. Хаҡын күтәреү, ҡыйбатҡа әйләнде-реү. □ Поднять цену. Тауар хаҡын ҡыйбатлаттылар. М Ә бына бында, халҡы ҡырағайлыҡтан айырылмаған Башҡортостанда, халыҡ менән эш итеу производствоны ғына ҡыйбатлатасаҡ. А. Таһиров.
ҠЫЙБАТЛАУ (ҡыйбатла-) (Р.: поднимать цену на что-то; И.: raise price for smth; T: bir şeyin fiyatlarını yükseltmek) ҡ.
Нимәнелер ҡыйбатҡа әйләндереү, ҡыйбат итеү. □ Поднимать цену на что-то. Иген хаҡын ҡыйбатлау.
ҠЫЙБАТЛЫ (Р: дорогой; И.: costly; T: pahalı) с.
Юғары хаҡлы. □ Дорогой (о цене). Ҡыйбатлы йөҙөк. Ҡыйбатлы буҫтау. Ҡыйбатлы әйбер. ■ Бында куп затлы тире, келәм, көмөш һәм ҡыйбатлы таштар менән биҙәлгән эйәр, нағышлы бетеуҙәр, билбауҙар, башҡорт ҡатындарының алтын һәм көмөш би-ҙәуес әйбере табылды. Ә.-З. Вәлиди. Һауыт-һабаны, ҡыйбатлы туҡымаларҙы, көмөш
һынлы хәнйәрҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеу әйберҙәрен бәдәуиҙәр, артыҡ һатыулашмайынса, кумәртәләп ала ла ҡуялар. Ә. Хәкимов. Мөйөшкәрәк һырлап, сатлыҡлап сығарылған мейес эргәһендә быялалы шкаф. Уның эсе төрлө ҡыйбатлы һауыт-һаба менән лыҡа тулы. Т. Хәйбуллин. Көрән аттың даны таралды. Ғаяз байҙың тубәһе куккә кутәрелде. Шул шатлығынан көрән аттың бәйгеһен — һигеҙ аршын ҡыйбатлы сукноны миңә бирҙе. Д. Юлтый.
ҠЫЙБАТСЫЛ (Р: запрашивающий высокую цену; И.: asking too much a price; T: pahacı) c.
Юғары хаҡ һораусан. □ Запрашивающий высокую цену (за товар, услугу). Ҡыйбатсыл әҙәм. Ҡыйбатсыл булыу.
ҠЫЙБАТСЫЛЫҠ (ҡыйбатсылығы) (Р: дороговизна; И.: high cost of living; high prices; T: pahalılık) и.
Бөтә нәмәнең ҡыйбат булыу хәле, ҡыйбат хаҡлылыҡ. □ Дороговизна. Ҡыйбатсылыҡ тауар әйләнешен тотҡарлай. Ҡыйбатсылыҡ заманы. ■ «Сабыр ит әҙ генә... — Уҡытыусы апай, йылмайыуын йәшереп, костюмды бөхтәләп төрҙө, һәлмәклеген самалағандай, бәуелтеп алды. — Ал, ал, был ҡыйбатсылыҡта уның аҡсаһы барыбер аҙна-ун көндән артмай», — тип төргәкте Алтынсәстең ҡултығына ҡыҫтырҙы. Ә. Хәкимов.
ҠЫЙБАТҺЫНЫУ (ҡыйбатһын ) (Р: считать дорогим; И.: think it costly; T: pahalı saymak) ҡ.
Ҡыйбат тип табыу, ҡыйбатҡа һанау. □ Считать дорогим (о цене). Ҡыйбатһынып ҡуйыу. Ҡыйбатһынып тороу. Ҡыйбатһынып һатып алмау.
ҠЫЙҒАҠ I (Р: с острыми режущими листьями; И.: with sharp cutting leaves; T.: kesici) c.
Ҡыйып, ҡырҡып барыусан; ҡыйғыр. □ С острыми режущими листьями. Ҡыйғаҡ улән. Ҡыйғаҡ япраҡ. Ҡыйғаҡ бесән. ■ Ерәнсәй бер нәмә лә ашаманы. Ул, йәш бесәнде ирене
688