ҠАБЫҠ ҺУЙЫУ
ҡанат маҡтансыҡ. □ Хвастун. Ҡабыҡ ҡанат хәбәрҙе ҡуйырта ғына.
ҠАБЫҠ II (ҡабығы) (Р.: кора; И.: bark; T.: kabuk) и. анат.
Ҡайһы бер ағзаны ҡаплаусы тышҡы өлөш. □ Кора, оболочка. / Корковый. Баш мейеһе ҡабығы. Күҙ яҫмығы ҡабығы. Ҡабыҡ матдә.
ҠАБЫҠ III (ҡабығы) (Р: земная кора; И.: the earth’s crust; T.: yer kabuğu) и. геол.
Ер шарының ҡаты тышҡы ҡатламы. □ Кора, оболочка. ■ Йылы ямғыр яуып үтә. Ер ҡабығы йыуылыу менән өр-яңы төҫ ала битләүҙәрҙә йәм-йәшел үлән. Халыҡ ижадынан. Ер шарының иң өҫкө өлөшөндә ер ҡабығы тип аталған ҡатлам ята, уның ҡалынлығы төрлөсә. Д. Бураҡаев. Яҙҙар килә. Ер ҡабығын ҡояш әрсей көлөп кенә. Т. Йосопов.
ҠАБЫҠ IV (ҡабығы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуының ара, аймаҡ, тоҡом исеме. □ Кабык (название родового подразделения башкир). Кабыҡ араһы. Ҡабыҡтар үҫәргән ырыуына ҡарай.
ҠАБЫҠ БАТЫРЫУ (ҡабыҡ батыр-) (Р: драть лыко; И.: wet strips of bast; T: soymuğu suya bastırmak) ҡ. этн.
Йүкә ағасының ҡайырын һуйыу кәсебе. □ Драть лыко (название лесного промысла, связанного с замачиванием луба для мочала). Ҡабыҡ батырыу кәсебе.
ҠАБЫҠ-ҠАҪЫРЫҠ (ҡабыҡ-ҡаҫыры-ғы) (Р: кора и кожура; И.: bark and peel; T.: kabuk) и. йыйн. диал.
Төрлө ҡабыҡ һәм ҡайырҙар. □ Кора и кожура, корьё. Кабыҡ-ҡаҫырыҡ таптары. Ҡабык-ҡаҫырыҡ өйөмө. Ихатаһы тулы ҡабыҡ-ҡаҫырыҡ ине.
ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘЫ (Р: короед; И.: bark beetle; T.: kabuk böceği) и. зоол.
Ағастарҙың үҙағасына, тамырҙарына һәм ҡабығына зарар килтерә торған бик күп ҡуңыҙҙар төрө. □ Короед (лат. Scolytinae).
Ҡабыҡ ҡуңыҙҙарына ҡаршы ағастарҙы эшкәртеү. Мунсаға тигән бүрәнәмде ҡабыҡ ҡуңыҙы баҫҡан.
ҠАБЫҠЛАЙ (Р: с кожурой; И.: together with the peel; T: kabuğuyla) р.
Ҡабығы менән бергә. □ С кожурой. Ҡабыҡлай бешереү. Ҡабыҡлай һалыу. Картуфты ҡабыҡлай бешерә инеләр.
ҠАБЫҠЛАНЫУ (ҡабыҡлан-) (Р.: покрываться кожурой; И.: become covered with rind; T: kabuklanmak) ҡ.
Ҡабыҡ (I, 1) менән ҡапланыу, ҡабыҡ барлыҡҡа килеү. □ Покрываться кожурой, коркой, кожицей, шелухой. Кабыҡлана башлау. Кабыҡланып килеү. Кабыҡланып бөтөү. Кабыҡланып, картуфҡа тәм инеү. һуған ҡабыҡланған. Көҙгә һуған, һарымһаҡ кабыҡлана.
ҠАБЫҠЛАТЫЛЫУ (ҡабыҡлатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡабыҡлатыу, страд, от ҡабыҡлатыу. Кабыҡлатылған арба.
ҠАБЫҠЛАТЫУ (ҡабыҡлат ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡабыҡлау, понуд. от ҡабыҡлау. Сананы ҡабыҡлатыу. Мунсамдың башын ҡабыҡлаттым.
ҠАБЫҠЛАУ (ҡабыҡла-) (Р.: обшивать лубком что\ И.: edge with strips of bast; T.: soymuk ile kaplamak) к.
Ҡабыҡ ҡуйыу, ҡабыҡлы итеү. □ Обшивать лубком что. Арбаны ҡабыҡлау. Сананы ҡабыҡлау. Өй башын әүәле ҡабыҡлағандар.
ҠАБЫҠЛЫ (Р: с кожурой; И.: with the peel on; T: kabuklu) с.
Ҡабығы әрселмәгән, ҡабығы менән. □ С кожурой. Ҡабыҡлы картуф бешереу. Өҫтәлдә ҡабыҡлы бәрәңге менән икмәктән башҡа әйбер юҡ.
ҠАБЫҠСЫ и. зоол. диал. ҡар. ҡабыҡ ҡуңыҙы. Йүкә ҡабыҡсыһы.
ҠАБЫҠ ТӨШӨРӨҮ (ҡабыҡ төшөр-) ҡ. диал. ҡар. ҡабыҡ һуйыу. Ҡабыҡ төшөрөү кәсебе. Кабыҡ төшөрөү, һалабаш һатыу менән булышты ул.
ҠАБЫҠ ҺУЙЫУ (ҡабыҡ һуй-, ҡабыҡ һуя-) (Р.: драть лыко; И.: strip off bast; T: ağacın kabuğunu soymak) ҡ. диал.
69