ҠАБЫҠҺЫУ
Йүкә ағасының йомшаҡ эске ҡатлауын серетеү өсөн һыуға батырып, ҡабығын һыҙырыу кәсебе. □ Драть лыко (название лесного промысла). Беҙҙең ауыл йүкә ҡабығын һуйыу менән шөғөлләнде. Инйәр буйы башҡорттары ҡабыҡ һуйып кәсеп итте.
ҠАБЫҠҺЫУ (ҡабыҡһы-) ҡ. ҡар. ҡабығыу. Ҡабыҡһыған кейем-һалым. Ҡабыҡһыған бесән. Ҡабыҡһыған иген.
ҠАБЫМ (Р.: кусок; И.: morsel; T.: lokma) и.
1. Бер ҡабып ебәрерлек киҫәк. □ Кусок, кусочек (разового приёма в один укус). Бер ҡабым икмәк. Бер ҡабым аш үтмәй. ■ Янһары өйөнә ҡайтып етә. Ҡараңғы төшкән. Тамағына ашар ине — бер ҡабым аҙығы юҡ. Әкиәттән. Ибраһим бабай һаран ул. Умарта ҡарағанда янына барһаң да, бер ҡабым да бал бирмәй. 3. Биишева. • Тау хәтле сөгөлдөрҙән бер ҡабым шәкәр яҡшы. Әйтем.
2. күсм. Аҙыҡ, ризыҡ. □ Кушанье, пища. М [Эбей — Ирғәлигә:] Әсәң бахыр менән бер туғандар кеүек көн иттек. Ҡабымдан ҡалдырышмай, бер ҡалаҡтан ашап, бер ҡалаҡтан эстек. Һ. Дәүләтшина. • Иле барҙың ҡабымы бар. Мәҡәл.
ҠАБЫМЛЫҠ (ҡа б ымлығы) (Р: кусок;
И.: morsel; T.: lokma) и.
1. Бер ҡабып ебәрерлек киҫәк. □ Кусок, кусочек (разового приёма в один укус). Бер ҡабымлыҡ икмәк. Бер ҡабымлыҡ та ризыҡ юҡ өйҙә.
2. Еңел ашамлыҡ. □ Закуска. Еңел эшләнелгән ҡабымлыҡ. Н Ҡаҡланған иттең йәнә һөр тигән төрөн дә осратырға мөмкин. Һөрҙөң үҙенсәлектәре бар. Уны бешереп ашамайҙар, ә ҡымыҙ эскәндә һыуыҡ ҡабымлыҡ итеп ҡуялар. «Башҡортостан», 21 июль 2011.
ҠАБЫМХАНА [төрки + фарс.
и. ҡар. бистро. Ҡабымханала сәй эсеү. Ҡабымханала тамаҡ ялғау.
ҠАБЫНДЫРЫУ (ҡабындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡабыныу, понуд. от ҡабыныу. Усаҡ ҡабындырыу. Моторҙы ҡабындырыу.
ҠАБЫНЫУ (ҡабын-) (Р: зажигаться; И.: ignite; T.: yanmak) ҡ.
1. Ут тейеп, ут сағылып яныу; тоҡаныу. □ Зажигаться, загораться, вспыхивать. Ҡабына башлау. Ҡабынып китте. М Ерҙәге тәүге уттың йәшендән ҡабынған булыуы бик ихтимал. Ф. Иҫәнғолов. Далала ҡыу үләнгә ҡабынған уттан да яман нәмә юҡ, уны һүндерер әмәл дә, бороп ебәрер сара ла табыуы ҡыйын.
3. Ураҡсин. • Осҡондан ялҡын ҡабыныр. Әйтем.
2. күсм. Ут һымаҡ баҙлау; яныу. □ Загореться, блестеть. Күктә йондоҙ ҡабынғас, .. төн килеп еткән була. Г. Юнысова.
3. күсм. Хасил булып, дәррәү ҡеүәт алыу (хис-тойғоларға ҡарата). □ Вспыхивать, разгораться (о чувствах и т. п.). Көнсөллөк ҡабынды, һөйөү уты ҡабына башланы. Өмөт сатҡыһы ҡабынды. Хистәре ҡабынып китеү. М [Ғилман менән Нәфисә] бер-береһен күргән саҡта, ҡапыл ҡабынып китәләр. Д. Бүләков. Бер ҡабынып, бер һүнәһең кеүек, әллә ниндәй һалҡын ялҡынһың. Н. Нәжми.
4. күсм. Ҡапыл ярһыу, ҡыҙыу. □ Вспыхнуть, вспылить, горячиться. Ҡабынып китеү. Әсәйем буштан ҡабынып китте. ■ Таулыҡайға ашҡынған Байгилде ҡапыл ҡабынып китте. Д. Бүләков.
ҠАБЫРҒА (Р: ребро; И.: rib; T.: kaburga) и.
1. анат. Умыртҡа һөйәгенән күкрәккә табан дуғаланып килгән тар ялпаҡ һөйәк. □ Рёберная кость. Һебә ҡабырға. Майлы ҡабырға. Ҡулан ҡабырға. Быуанаҡ ҡабырға. Ҡабырғаны һындырыу. • Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған. Мәҡәл. Аты оло, ҡабырғаһы ҡоро. Әйтем.
2. Тәндең арҡа менән түш араһындағы тышҡы өлөшө. □ Ребро, бок. / Рёберный. Ҡабырғаға төртөү. ■ Утҡа яҡыныраҡ ятҡан кешеләр, төш аралаш ниҙер һөйләнеп, ыңғыраша-ыңғыраша, икенсе яҡ ҡабырғаларына әйләнеп яттылар. Я. Хамматов. • Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс. Әйтем.
70