Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 690


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙҒАС
ярашыуға Алла бирһен тиҙерәк. Бәйеттән. Мыйыҡлы йылға үгеҙҙәре — йәйендәр, йәй йөрөгән тай кеуек йылғыр, зифа суртандар, шамбылар, ҡыйғас ҡанат, һылыу аҡсарлаҡтар... 3. Биишева. Ҡүк йөҙө аяҙ, ара-тирә ҡыйғас болоттар ғына йөҙә, ағастар, сәскә түтәлдәре, ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән йәшеллеккә сумған йорт. Т. Ғарипова. Ихата яҡ тәҙрә аша, өй эсен алһыуға манып, байып барыусы ҡояштың ҡыйғас нурҙары килеп инде. X. Ғиләжев.
2. Ҡыйғасланып, дуғаланып торған (ҡашҡа ҡарата). □ Дугообразный, изогнутый. ■ Сәлимәкәй төнөн йоҡлағанда, ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан. Халыҡ йырынан. Фатима яуап ҡайтарманы, ҡыйғас ҡашының аҫтынан ғына Сөнәғәткә ҡарап йылмайҙы. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙ киҫкен генә уға боролоп ҡараны. Ҡарағусҡыл биттәре алһыуланып тирләгән, хатта ҡыйғас ҡаштарында, оҙон керпектәрендә лә ынйы бөрсөктәре емелдәшә. Н. Мусин. Ҡәүҙәһе ҙур, күкрәге киң, елкәһе ҡалын, эйәге ике ҡат булып, мендәрләнеп төшкән, ҡалын ирендәре өҫтөндә, ҡыҙҙар ҡашы кеүек кенә итеп ҡалдырып, ҡырылған, ҡыйғас мыйыҡ. Ғ. Ғүмәр.
3. диал. ҡар. ҡыя. Ҡыйғас урам. ■ Улар [Вәзирҙәр] Яҡуптарға ҡыйғас ҡына урам аша тора. М. Кәрим. Өлфәттең күҙҙәре бер секундҡа тау битенән ҡыйғас һуҙылған таҡыр юлға төштө. Ғ. Лоҡманов.
ҠЫЙҒАС II (Р.: косогор; И.: hillside; Т.: yamaç) и.
1. Ҡыя булып, ҡыйылып ҡына һуҙылған ҡалҡыулыҡ. □ Косогор. Ҡыйғасҡа менеү. Ҡыйғасты үтеү.
2. һөйл. Ҡыйыҡлап киҫелгән күлдәк итәге; ҡыйыҡ. □ Косая юбка. ■ Аҡлы ситса күлдәгеңдең итәге алты ҡыйғас. Халыҡ йырынан.
ҠЫЙҒАС III с. ҡар. ҡыйғаҡ I. Ҡыйғас бысаҡ.
ҠЫЙҒАС IV (Р.: крупные перья птиц; И.: large feathers; T.: kuşların iri teleği) u.
Ҡош-ҡорттоң эре ҡауырһыны. □ Крупные перья птиц. Тауыҡ ҡыйғасы. Ҡаҙ ҡыйғасы. ■ Тап ошо мәлдә бер ҡыҙ һыу буйына ҡыйғас йыйырға барған. Ҡараһа — һандыҡ ағып бара... Ҡыҙҙа ҡыйғас ҡайғыһы киткән, йүгереп ҡайтып киткән. Әкиәттән.
ҠЫЙҒАСЛАНДЫРЫУ (ҡыйғасландыр-) (Р.: делать косым; И.: make slanting; T.: kavislendirmek) ҡ.
Ҡыйғасҡа әйләндереү, ҡыйғас итеү; ҡыйылтыу. □ Делать косым. Ҡашты ҡыйғасландырыу. К Нисек итәһең? — тине ул [Нюра], ҡара ҡаштарын ҡыйғасландырып. Ғ. Хәйри.
ҠЫЙҒАСЛАНЫУ (ҡыйғаслан-) (Р: быть косым; И.: be slanting; T.: kavislenmek) ҡ.
Ҡыя ғына булып ҡыйылыу; ҡыйғас булыу. □ Быть косым, стать косым. Ҡыйғасланып килеү. Ҡыйғаслана барыу. Ҡыйғаслана төшөү. Ҡыйғасланып бөтөү. Ҡыйғасланып китеү. Ҡыйғасланып торған һыҙыҡ. Ҡаштары ҡыйғасланған. Бағаналар ҡыйғасланған. И Тауышланып көлмәй, ҡарлуғас ҡанатын-дай ҡаштары йылмайған сағында, тағы ла ҡыйғасланыбыраҡ китә, әммә аҡыллы күҙҙәрендәге уйсанлыҡ үҙгәрешһеҙ ҡала, ә бит алмаларында шәфәҡ нурҙары сағылып киткәндәй була. Н. Мусин. Тышҡы күренеше менән дә, йөрөш-торошо, ҡырын һыйпаған оҙон ҡара сәсе, ҡыйғасланып һыҙылып киткән нәҙек кенә ҡара мыйығы менән дә ауылдағы бөтә егеттәрҙән айырылып торған был Һатыбал кескәй Емешкә матурлыҡтың да, бә-хетлелектең дә иң юғары нөктәһе булып күренде. 3. Биишева. Тау битенән ҡыйғасланып һуҙылған сиҙәм юлы уларҙы [Хөснулла менән Зәйнәпте] Байҡы буйына алып китте. Ғ. Лоҡманов.
ҠЫЙҒАСЛАТЫУ (ҡыйғаслат-) (Р: делать дугообразным; И.: make arched; T.: kavis şeklinde yapmak) ҡ.
1. Ҡыйғас итеү; ҡыя итеп ҡыйылды-рыу. □ Делать дугообразным, изогнутым. Ҡашты ҡыйғаслатыу. ■ Ҡыйғаслатып ҡаш
690