Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 691


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙҒЫР
ҡайын, текә тотоп башҡайын, һығылдырып муйынын, бер һылыу ҡарап тора. «Иҙел менән Яйыҡ». Еҙсәлемдең бите яҫы аҡ марляға ҡыйғаслатып уралған. Й. Солтанов. Әрсегән аҡ ҡабыҡ менән бураның башын ҡыйғаслатып ябып, эсен сутлап, иҙән-тушәмдәрен теҙеп, тәҙрә-ишектәрен ҡуйып ебәргәс, Шаҡман уҙе лә аптырап китте. К. Мәргән.
2. диал. ҡар. ҡыялатыу. Ҡыйғаслатып ебәреу. Ҡыйғаслата төшөу.
ҠЫЙҒАСЛАУ (ҡыйғасла-) (Р.: делать изогнутым; И.: make curved; T.: kavisli yapmak) ҡ.
1. Ҡыя ғына итеп ҡыйылдырыу; ҡыйғас итеү. □ Делать изогнутым. Ҡашты ҡыйғаслау. Ҡыйыҡты ҡыйғаслап яһау. ■ Өҫтөнә йоҡаҡ ҡына пальто кейгән врач ҡыйғаслап яуған епшек ҡарҙа манма һыу булды. М. Ғиләжев. Уның [ат аҙбарының] ҡыйғаслап ҡуйған тәҙрә быялалары ҡояш нурҙарынан ялтырайҙар. Б. Бикбай.
2. Ҡыялап килеп боролоу. □ Повернуться наискосок. Ҡыйғаслап урау. Ҡыйғаслап килеп сығыу. ■ Зәйнәп, юлдан барыусы Ғәли менән Өлфәтте танып алғас, иптәштәренән айырылып, Сейәлетау битенән ҡыйғаслап уларҙың ҡаршыһына килеп сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
ҠЫЙҒОРОС с. диал. ҡар. ике йөҙлө.
Ҡыйғорос әҙәм.
ҠЫЙҒЫ (Р.: клинок; И.: blade; T.: namlu) и.
Ҡыйып бара торған үткер ҡорал; ҡыйғыс.
□ Клинок. Ҡыйғы менән юныу.
ҠЫЙҒЫЗ и. диал. ҡар. ҡыйғас IV. Ҡаҙ ҡыйғызы.
ҠЫЙҒЫЛАШЫУ (ҡыйғылаш-) ҡ. ҡар. ҡыйҡылашыу. Ҡайтырға тип ҡыйғылаша.
ҠЫЙҒЫЛДАШЫУ (ҡыйғылдаш-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйғаҡлау. Ҡыйғылдашып йөрөу. Ҡыйғылдашып алыу. Ҡыйғылдашып барыу.
ҠЫЙҒЫЛДЫҠ (ҡыйғылдығы) и. зоол. диал. ҡар. аҡсарлаҡ.
ҠЫЙҒЫЛ ЯЛАН (Р: открытая местность; И.: open flat area; T.: açık yer) и. һөйл.
Урманы булмаған тип-тигеҙ урын. □ Открытая местность (местность без растительности ). ■ Өйҙөрәкәй буйы ҡыйғыл ялан, ҡыйғыр, меҫкен, йөрөй ем тапмай. Халыҡ йырынан.
ҠЫЙҒЫН ҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. ҡылған. Ҡыйғын улән менән ҡапланған дала.
ҠЫЙҒЫР I (Р: острый; И.: sharp; Т.: keskin) с.
1. Ҡыйып, ҡырҡып барған, үткер. □ Острый, отточенный. Ҡыйғыр хәнйәр. Ҡыйғыр бысаҡ. ■ Ғәскәр — уның һәлмәк суҡмары, ҡыйғыр ҡылысы. Ә. Хәкимов. Тимер башаҡлы, ҡыйғыр ҡанатлы уҡ шыйлап теге мылтығын атырға аҙапланған монафиктың башына, ҡолағы төбөнәме барып та ҡаҙалды, ул, аһ итеп, утә сыҡҡан уҡ менән атынан салҡан әйләнеп тә төштө. Ғ. Хөсәйенов. Бына Мария ла Мазепаның етендәй аҡ һаҡалына, ҡарсығалай уткер куҙҙәренә, булат ҡылыстай ҡыйғыр, ҡыйыу йөрәгенә ғашиҡ булған бит!.. 3. Биишева. Ҡуш ҡашы, ҡыйғыр ҡарлуғас ҡанаттарылай һыҙылып, осоп ҡына китерлек. Й. Солтанов.
2. кусм. Етеҙ, сос. □ Проворный, быстрый. М Ыласындан да бейек оса торған ҡош батшаһы ҡыйғыр бөркөт бар. С. Юлаев. Ҡыйғыр ҡош икеләнә: зәңгәр бейеклек матурыраҡ, куңеле шунда әйҙәй, шунда оса-оса ла ҡапыл ергә төшә башлай. Д. Бүләков. Таң шоңҡары алтын ҡанаттарын яҙып ебәрһә, йондоҙҙар, ҡыйғыр ҡоштан ҡурҡҡан кугәр-сендәр кеуек, яҡтыра башлаған асман киңлектәренә ҡасып юғала. Ә. Хәкимов. Өлкән улының ғаиләлә хәҙер бәхетлеме, тугелме икәнлеге хаҡында һуңғы ваҡытта йыш ҡына баш ватҡан Таиба әбей һынаулы ҡыйғыр ҡарашын Хамматҡа төбәне. 3. Биишева. Сауҡаларҙы сойорғотоп көнгә, шаулап-кук-рәп яҙҙар ҡайтҡанда, ҡыйғыр ҡарлуғасҡа оҡшап, тауҙар, һонолошоп, ҡанат ҡаҡҡандай. X. Назар.
ҠЫЙҒЫР II (Р: чеглок; И.: Eurasian hobby; T.: delice doğan) и. зоол.
691