Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 692


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙҒЫРТАМАҠ
Ыласын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, т үбәһе менән арҡаһы күкшел, тамаҡ аҫты менән муйыны аҡ, түше менән ҡорһағы арҡырылай һыҙыҡ-һыҙыҡ һоро сыбар төҫтә булған түңәрәгерәк ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон көрәнһыу ҡойроҡло, йыртҡыс урман ҡошо. □ Чеглок (лат. Falco subbuteo). ■ Сатаҡ мөгөҙ боланы, ыласын, ҡыйғыр, бөркөтлө Урал тигән илем бар. Ҡобайырҙан. Ул [Алдарбай] урманға уҡ-һаҙаҡһыҙ сыҡмай ине. Бутән нәмә атырға тура килмәһә, осоп барған берәй ҡыйғырҙы атып төшөрөп булһа ла, һыуһынын ҡандырып, куңеле кутәрелеп ҡайта. Н. Мусин. Өмөт нимә? — Ҡыйылып та осҡан ҡыйғыр, төн йөҙөндә алға әйҙәр ут яҡтыһы; гөл бөрөһө, яуыр ямғыр, ҡалҡыр йәйғор, ғумерҙәрҙең алда торған шат яртыһы. Ш. Бикҡолов. Йыр яҙамын ҡауырһыны менән, ҡыйғырымды куҙҙән юғалттым. Ф. Туғыҙбаева.
ҠЫЙҒЫРТАМАҠ (тсыйғыртамағы) и. диал. ҡар. сәпек. • Ҡыҙҙар — ҡыйғырта-маҡ. Мәҡәл.
ҠЫЙҒЫР ЯЛАН (Р.: дикое поле; И.: steppe frontier region; T: vahşi kır) u.
Йәйелеп ятҡан ҡырағай ҡола ялан. □ Дикое поле. Ҡыйғыр ялан аша утеу. М Ҡыйғыр яландар, өйөрмәле бурандар, урманға инергә ҡушҡан кеуек, артта ҡалдылар. Н. Ҡәрип.
ҠЫЙҒЫС (Р.: клинок; И.: blade; T: namlu) и.
Ҡыйып, ҡырҡып барған үткер ҡорал; ҡыйғы. □ Клинок. Ҡыйғыс менән өҙә сабыу.
ҠЫЙҒЫТЛЫҠ (ҡыйғытлығы) и. диал. ҡар. аслыҡ. М Беҙҙең яҡта, ҡыйғытлыҡта, халыҡ куп ҡырылды. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙ ҘА СЫЙ БУЛЫУ (ҡый ҙа сый бул-) (Р: поднимать шум; И.: raise [set up] a clamour; T: gürültü çıkarmak) ҡ. диал.
Шау-шыу күтәреү. □ Поднимать шум. Ҡый ҙа сый булып торабыҙ.
ҠЫЙҘАШЫУ (ҡыйҙаш-) ҡ. диал. ҡар. маташыу. ■ Иҙәнде шалдап ҡыйҙашып йөрөй икән. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙҘЫРТЫУ (ҡыйҙырт ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыйыу, понуд. от ҡыйыу. Бер кемде лә ҡыйҙыртмау.
ҠЫЙҘЫРЫУ (ҡыйҙыр-) (Р: отсекать; И.: cut off; T: kesmek) ҡ.
1. Үткер нәмә менән өҙә ҡырҡтырыу. □ Отсекать, рассекать (острым орудием). ■ Таш кукрәкле тауҙарҙың он-талҡанын килтергән, Уралдың ен-пәрейен барыһын баш эйҙергән, эймәһә — баш ҡыйҙырған даны сыҡҡан ҡылыс ул. Әкиәттән. Дөрөҫ, халыҡ хәтере купте ҡыйҙыра, ләкин ул ҡайҙалыр яңғыраған тауыштың уҙенә тугел, шаңдауына ғына оҡшаған. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Алдан үтеп китергә мөмкинлек биреү. □ Пропускать, дать пройти. Һуҡмаҡты ҡыйҙырыу. К [Йәмһур:] Ул мәлғундәр [йыландар] юлымды ҡыймаҡсы булып, бербер артлы килеп сығып ҡына торҙолар. Әммә берәуһенән дә юлымды ҡыйҙырманым. Әкиәттән. Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышанып, Ғәйзулла, юлын ҡыйҙырмаҫ өсөн, һуҡмаҡ юл ситенән йыландың алдына сыҡты. Я. Хамматов.
ҠЫЙҘЫҺАН и. диал. ҡар. килмешәк. М Илебеҙҙә ҡыйҙыһан кубәйҙе. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙҠ (Р: клик; И.: bird cry; T.: kuş sesi) оҡш.
Яңғырауыҡлы өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Клик (подражание клику птиц). Ҡыйҡ итеп тауыш биреу.
ҠЫЙҠАНДАҠ с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ
2. Ҡыйҡандаҡ ҡатын.
ҠЫЙҠАНДАУ (ҡыйҡанда-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшанлау. Ҡыйкандап йөрөу. Ҡыйкан-дап тороу.
ҠЫЙҠАНЛАУ (ҡыйҡанла-)к. диал. ҡар. ҡыйпанлау. Ҡыйканлап йөрөу.
ҠЫЙҠАҢНАҠ с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ
2. Ҡыйкаңнак ҡыҙ.
692