Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 72


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБЫРСАҠЛАНЫУ
ракушка. / Ракушечный. Ҡабырсаҡ йыйыу. Я Ағиҙелдәге ҡабырсаҡ эсендә ятҡан ҡусҡарҙар һәм ҡыҫалалар уҙҙәре ук һыуҙың таҙалығын курһәтә ине. «Ағиҙел», № 5, 2010.
3. Ҡабырсаҡтан яһалған һауыт. □ Посуда из ракушки. Ҡабырсаҡ тәрилкә. Ҡабырсаҡ стакан. Я һыуһаһағыҙ уйында, ана, аҡ һыу әсегеҙ, ҡабырсаҡҡа тултырған ҡандан ауыҙ тартығыҙ. «Урал батыр».
4. миф. Балаларҙы ҡурсалаусы, һаҡлаусы атрибут итеп файҙаланылған, миф-лаштырылған әйбер. □ Оберег. Я Ҡуҙ теймәһен тип, баланың кейеменә ҡабырсаҡ таҡҡандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Йәш баланың баш кейеменә ҡабырсаҡ, ҡуян, ҡаҙ, өйрәк өлтөгө теккәндәр, ен-шайтан килмәһен тип. Башҡорт мифологияһынан.
5. диал. Ағас табут. □ Деревянный гроб. Ҡабырсаҡҡа һалыу. Кәфенгә төргәс, мәйетте ҡабырсаҡҡа һалғандар әуәл.
6. диал. Балыҡтың тәнен ҡаплаған тәңкәләр, түңәрәк ваҡ ҡабырсаҡтар. □ Чешуи у рыб. Ҡабырсаҡтарҙы таҙартыу. Ҡабырсаҡтарын ҡырыу.
7. диал. Пластиктан эшләнгән һауыт-һаба. □ Пластиковая посуда. Походта сәй эсергә ҡабырсаҡ һатып алдыҡ.
ҠАБЫРСАҠЛАНЫУ (ҡабырсаҡлан-) (Р.: растрескиваться; И.: become cracked; T.: çatlak çatlak olmak) ҡ.
1. Ауырыуҙан йәки башҡа төрлө тышҡы тәьҫирҙәрҙән кибеп ярылыу (тән тиреһенә ҡарата). □ Растрескиваться (о коже). ■ Ҡорсаңғы булғанда, тәндә ҡабырсаҡланып торған таптар барлыҡҡа килә. Экспедиция материалдарынан. [Раузаның] аяҡтары, тауыҡ тәпәйе кеуек, ҡабырсаҡланып бөткән. Ҡ. Ибәтуллин.
2. Ерҙең сатнап ярыл ыуы. □ Растрескиваться. Ерҙең өҫтө ҡабырсаҡланып ята.
ҠАБЫРСАҠЛЫ (Р.: ракушечный; И.: cockle-shell; T.: kabuklu) с.
Ҡабырсаҡтары булған. □ Ракушечный. Ҡабырсаҡлы пляж. Ҡабырсаҡлы ҡул буйы. Бөрйән районында бик куп ҡабырсаҡлы
ҡомлоҡ бар, уны урындағы халыҡ «Ҡабырсаҡлы морон» тип йөрөтә.
ҠАБЫРСЫҠ (ҡабырсығы) и. диал. ҡар. ҡабырсаҡ 1, 2. Балалар ҡабырсыҡ йыя. Я Яр буйында ҡабырсыҡтар курен-геләй, кул өҫтөндә аҡсарлаҡтар оса. «Йәшлек», 28 июнь 2011.
ҠАБЫРСЫҠЛАНЫУ (ҡабырсыҡлан-) ҡ. ҡар. ҡабырсаҡланыу. Ирендәр ҡабыр-сыҡланған. Ҡулдары ҡабырсыкланып бөткән.
ҠАБЫРСЫУ (ҡабырсы-) (Р.: волды-риться; И.: blister; T.: su kabarcığı çıkmak) ҡ. диал.
Эсе һыулы ҡыуыҡса ҡабарып сығыу; күберсеү. □ Волдыриться. // Образование волдырей. Ус ҡабырсыған. Уңайһыҙ туфли аяғымды ҡабырсытты.
ҠАБЫУ I (ҡап-) (Р.: брать в рот; И.: bite; T.: ağzına atmak) ҡ.
1. Ауыҙға алыу. □ Брать в рот. Икмәк ҡабыу. Тешләп ҡабыу. Ҡабып ебәреу. Ҡабып ҡуйыу. Я Хужабикә, икмәк телеп бөткәндән һуң, өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы һаҡлыҡ менән генә усына һыпырып төшөрә лә, бер бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, ауыҙына ҡаба. Ә. Атнабаев. Хисмәтулла ауыҙына ҡабырға һонған ҡалағын сеуәтәгә кире ҡуйҙы. Я. Хамматов. • Кем эҙләй, шул таба, кем эшләй, шул ҡаба. Мәҡәл. Тураған теләгәнен ҡабыр, ашаған биргәнен ҡабыр. Мәҡәл.
2. Ау ҡоралына, ҡармаҡҡа эләгеү, тотолоу. □ Ловиться, попадать, попасться. Балыҡ ҡаба. Тоҙаҡҡа ҡабыу. Я Төндә ҡапҡанға буре килеп ҡапҡан. Ш. Бикҡол. Ҡаптыңмы, көмөш тәңкә, ҡаптыңмы, ҡыҙылғанат, ишегеҙ ҡапһын йәнә, бына шул минең талап\ А. Игебаев.
3. кусм. Ҡулға эләгеү; тотолоу. □ Попадаться, быть пойманным. Үҙе лә һиҙмәҫтән минең ҡармаҡҡа килеп ҡапты. Я Сабаҡ ҡына кеуек килеп ҡаптым, ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым. Халыҡ йырынан. • Алланан йәйәу ҡасҡан — муллаға килеп ҡапҡан. Әйтем.
4. Бармаҡ тейҙергәндә йәнселеп, кирткәсләнеп тороу (уткер ҡоралдың йөҙөнә ҡа
72