Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 73


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҒАН
рата). □ Брать, резать (о лезвии острого инструмента ). Бәке насар ҡаба.
5. диал. Эсенә йөн, мамыҡ һымаҡ нәмә һалып, үтә сәнсеп тегеү; һырыу. □ Стегать (одеяло, пальто и т. п.). Юрған ҡабыу. Көпө ҡабыу.
♦ Ауыҙға йөҙөк ҡабыу өндәшер ерҙә өндәшмәү. □ Играть в молчанку. Ауыҙына йөҙөк ҡапҡандай һөйләшмәй. Ҡабыр ерем ҡалманы ныҡ туйыу. □ Наесться, покушать досыта. Ныҡ һыйланылар, ҡабыр ерем ҡалманы. Ҡабыр ризығы бөтөү ризығы бөтөп, үлем сәғәте килеп етеү. □ Наступление смертного часа. Ҡабыр ризығы бөткәндер.
ҠАБЫУ II (ҡап-) (Р.: загораться; И.: catch fire; T.: ateş almak) ҡ.
1. Ут, ялҡын эләгеп тоҡанып китеү. □ Загораться, загореться, вспыхивать. ■ Янғын, ҡатындың өйөнә яҡынлашып, күрше йортҡа ҡапты. Ҡатын әйберҙәрен ташый башланы. К. Аҡбашев. Ҡемдең салғыйына ут ҡапһа, шул йүгерә, тиҙәр ине. К. Кинйәбулатова.
2. Тәьҫир итеп ауырттырыу (башты)', тейеү. □ Разболеться (о голове — от шума, жары, запаха и т. п.). Балаға эҫе ҡапҡан. Башҡа еҫ ҡабыу. Я һаҫыҡ газ унһыҙ ҙа тынсыу кабинаға бәрә. Башҡа ҡаба башланы. Ф. Иҫәнғолов. [Зилә] эҫе ҡапмаһын өсөн генә башына бәйләгән ебәк яулығын сисеп, шуға еләк сүпләргә кереште. «Шоңҡар», № 4, 2009.
♦ Итәгенә ут ҡапҡандай бик ныҡ ашыҡҡанда әйтелә. □ Суетливо, нетерпеливо. соөтв. Как (будто, словно, точно) на пожар. Итәгенә ут ҡапҡандай ҡабаланып сығып китте. Итәгенә ут ҡапҡандай һикереп торҙо.
ҠАБЫШАУ (ҡабыша-) (Р: шелушиться; И.: peel; T.: pul pul dökülmek) ҡ. диал.
Ҡауаҡланып һыҙырылыу (тән тиреһенә ҡарата). □ Шелушиться (о коже). Битем ҡабышай. Танау тиреһе ҡабышай.
ҠАБЫШТЫРЫУ (ҡабыштыр-) ҡ. ҡар. ҡапҡылау. • Ит турауы — табыштыр, ара-тирә ҡабыштыр. Әйтем.
ҠАҒА (Р: ворон; И.: raven; T: kuzgun) и. зоол. диал.
Ғәҙәттә аулаҡ урындарға оялай торған ялтыр ҡара йөнлө эре ҡош; ҡоҙғон. □ Ворон. / Вороний (лат. Corvus corax). Ҡаға ҡорҡолдай. Ҡаға ҡошо ла — тотем ҡош ул.
ҠАҒАҒАС (Р: высушенное дерево, сушняк; И.: dried timber; T.: kereste) и. диал.
Ҡабығынан таҙартылып киптерелгән ағас. □ Высушенное дерево, используемое в строительстве. Ҡағағас өйөү. Ҡағағас әҙерләү. Әүәле өйҙө ҡағағастан һалғандар. Ҡағағастан өй ғүмерле була.
ҠАҒАЙТЫУ (ҡағайт-) (Р: вялить; И.: dry-cure; T.: kurutmak) ҡ.
1. Ҡояшта, елдә киптереү, ҡаҡҡа әйләндереү. □ Вялить. Итте ҡағайтып алыу. Балыҡты ҡағайтып ҡуйыу.
2. Ябыҡтырыу. □ Истощать, делать тощим, исхудалым кого. Ҡағайтып алыу. Ҡағайтып бөтөрөү. Малдарҙы ҡағайтып бөтөргән.
3. диал. Елләтеү, һауаны яңыртыу.
□ Проветривать. Бүлмәне ҡағайтыу.
ҠАҒАЙЫУ (ҡағай-, ҡағая) (Р: вялиться; И.: get dry-cured; T.: kurutulmak) ҡ.
1. Ҡояшта, елдә кибеү, ҡаҡҡа әйләнеү. □ Вялиться. Ҡояшта ҡағайған ит һалып ебәрҙе.
2. Ябығыу, ҡаҡҡа әйләнеү. □ Становиться тощим, исхудалым, отощать. Йәй эсендә ҡағайыу. ■ [Урал — Шүлгәнгә:] Тәнең, һыҙлап, ҡағайһын. «Урал батыр».
3. Ҡатып ҡалыу. □ Застывать, остолбенеть, замирать. Ҡағайып ҡалыу. ■ Нина, нишләп тораһың унда ҡағайып? Әйҙә әле, әйҙә бында кил! — тип саҡырҙы бер йәш ҡатынды Фәриҙә. А. Мағазов.
ҠАҒАН (Р: каган; И.: Qagan; T.: kağan) и. тар.
Урта быуаттарҙа төрки халыҡтарының дәүләт башлығы титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Каган. Ҡаған булыу. Бу-
73