Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 74


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҒАНАТ
мын ҡаған. Иҫтәрен ҡаған. М Ҡыпсаҡтарҙың (Европаса әйткәндә — һундарҙың) көнбайышҡа иң ҡеуәтле һөжумдәре V быуат уртаһында һәм аҙағында Баламир, унан һуң Атилла тигән ҡағандар ваҡытында булды. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАҒАНАТ и. ҡар. ҡағанлыҡ. Хазар ҡағанаты. Бөйөк төрки ҡағанаты. ■ Хазарҙар — тарихта VII быуат менән X быуат араһында өс йөҙ йыл Хазар ҡағанаты исемле бөйөк төрки дәуләте төҙөп йәшәгән халыҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАҒАНАТЛЫҠ и. ҡар. ҡағанлыҡ. Төрки ҡағанатлыҡтар. Беренсе төрки ҡағанатлыҡ.
ҠАҒАНЛЫҠ (ҡағанлығы) (Р.: каганат; И.: Qaganate; T.: kağanlık) и. тар.
Ҡаған етәкселек иткән ил. □ Каганат. Хазар ҡағанлығы. Төрки ҡағанлығы.
ҠАҒАРАҠ (ҡ ағар ағы) (Р.: чернозобая гагара; И.: black-throated loon; T.: kara gerdanlı dalgıç) и. 300Л.
Аяҡтары кәүҙәһенең артҡы өлөшөндә урынлашҡанлыҡтан, ерҙән атлай алмай түше менән шыуышып йөрөгән, башы һоро, тамағы, муйыны ҡара, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ, ҡойроғо ҡара көрән булған ҡаҙ ҙурлыҡ ҡош. □ Чернозобая гагара (лат. Gavia arctica). Ҡағарак — һирәк осрай торған ҡош. Ҡағарак Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. ■ Ҡағарак ыңғырашыуға йәки шарҡылдап көлгәнгә оҡшаған тауыштар сығара йәки тоноҡ ҡына ҡаңҡылдай: ҡа-ға. Э. Ишбирҙин. Ҡағарак тигәненең ҡанаты шаҡмаҡлы, шахмат таҡтаһы кеуек. «Ҡағарак, ҡағарак, йөҙөп килсе ярғараҡ, ҡанатыңды йәй ҙә, сатраш уйнайыҡ, әйҙә!» — тип саҡырғы килә уны. Г. Яҡупова.
ҠАҒАУ (Р: коршун; И.: kite; T.: çaylak) и. зоол. диал.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған оҙон киң ҡанатлы, киң ҡойроҡло, ҡара көрән төҫлө йыртҡыс ҡош; төйлөгән. □ Коршун (лат. Milvinae). М [Кағау] ҡарғанан ҙурыраҡ. Осоп барған ҡоштоң ҡанаттары киң куренә, оҙон ғына ҡойроғоноң осо икегә ярылған.
Дөйөм төҫө көрәнһыу ҡара. Ҡауырһындары аҡ һәм ҡара сыбар. Башҡа уҙенә оҡшаған йыртҡыс ҡоштарҙан айырсалы ҡойроғо менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАҒИҘӘ [ғәр. ^15] (Р: правило; И.: rule; T.: kural) и.
1. Төрлө күренеш, төрлө хәлдәр араһындағы законлылыҡты һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен сағылдыра торған төп фекер. □ Правило. Грамматик ҡағиҙәләр. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре.
2. Эштә һәм тормош-көнкүрештә кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе йәки дөйөм тәртипте билдәләгән күрһәтмә, ҡанун. □ Правило. Гигиена ҡағиҙәләре. Ҡағиҙә боҙоу. ■ Ҡөрьән Кәримдең бөйөк маҡсаттарының береһе — кешеләр тормошон ҡанундар һәм ҡағиҙәләр ярҙамында бер тәртипкә килтереп һәм яйға һалып, уның ҡоролошон мөмкин тиклем ғәҙелерәк һәм тынысыраҡ итеу. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2012.
ҠАҒИҘӘ БУЛАРАҠ (Р: как правило; И.: as a rule; T.: genel olarak) инш.
Ғәҙәттә, ҡәҙимгесә. □ Как правило, обычно. ■ Ҡағиҙә булараҡ, дәуләт идаралығы, закондар сығарыу теле өҫтөнлөклөрәк һаналасаҡ, сөнки тап ул рәсми тел иҫәпләнә. «Киске Өфө», № 21, 2012.
ҠАҒЫҘ [фарс. (Р: бумага; И.: paper; T: kağıt) и.
1. Яҙыу, китап баҫыу һ. б. өсөн ҡулланылған, ағас, сепрәк, һалам кеүек нәмәләрҙе ҡайнатып, йоҡа итеп йәйеп яһалған материал. □ Бумага. / Бумажный. Аҡ ҡағыҙ. Йоҡа ҡағыҙ. Йомшаҡ ҡағыҙ. Йылтыр ҡағыҙ. Киптергес ҡағыҙ. Бер бит ҡағыҙ. Бер табаҡ ҡағыҙ. Ҡағыҙға тороу. М Аҡ ҡағыҙға ҡара ҡәләм, ултырып хаттар яҙам. Халыҡ йырынан. Габдулланың яҙылып бөтмәгән дәфтәренән ҡағыҙ йыртып алдылар. М. Кәрим. • Бала куңеле — аҡ ҡағыҙ. Мәҡәл. Ҡағыҙға төшкән юғалмай. Әйтем.
2. Һәр төрлө рәсми яҙыу; документ. □ Документ, бумага. Кәрәкле ҡағыҙ. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар. Ҡағыҙға ҡул ҡуйыу. Ҡағыҙҙың кусермәһен алыу. ■ Йәноҙаҡтың
74