ҠАҒЫЛСАН
атаһын ил сиген һаҡлау хеҙмәтенә саҡырып, ҡағыҙ килә. Халыҡ ижадынан. Алдар батырҙың яуҙағы ғәйрәтлектәре һәм Пётр батшаның уҙ ҡулынан алған грамота ҡағыҙы ил-йорт ҡаршыһында уның абруйын тағы ла кутәреп ебәрҙе. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАҒЫҘ АҠСА (Р.: бумажные деньги; И.: paper money; T.: kağıt para) и. фин.
Хөкүмәт тарафынан сығарылып, ил эсендә тауар әйләнешендә мәжбүри булған һәм алтынға алмаштырылмай торған, ҡағыҙға төшөрөлгән аҡса билдәһе. □ Бумажные деньги; купюра. Таушалып боткән ҡағыҙ аҡса. Ҡағыҙ аҡсаларҙы алмаштырыу. Ҡағыҙ аҡсаларҙы һанау.
ҠАҒЫҘ-ҠАРА (Р: бумага и письменные принадлежности; И.: accessories, writing paper and all; T.: yazı gereçleri) и.
Ҡағыҙ һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары. □ Бумага и письменные принадлежности. Ҡағыҙ-ҡара һатып алыу. Ҡағыҙ-ҡара әҙерләу. ■ Ҡағыҙ-ҡара етмәҫ, яҙһам хәлегеҙҙе, тетрәтер таштан ҡаты куңелдәрҙе. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҒЫҘЛАНЫУ (ҡағыҙлан-) (Р: утончаться; И.: thin (out); T.: inceltmek) ҡ.
Йоҡарыу (ныҡ таушалыу, туҙыу), ҡағыҙға әйләнеү. □ Утончаться, превращаться в бумагу. Ҡағыҙланып бөтөу. Олтораҡ ҡағыҙ-ланған.
ҠАҒЫҘЛАШТЫРЫЛЫУ (ҡағыҙлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡағыҙлаштырыу. страд, от ҡағыҙлаштырыу. М Әхмәҙи [япон һуғышынан ҡайтҡансы] .. атаһы Сәлмән бай куптән вафат ине. Мираҫ буленеп бөтөп, Сафа мулла ҡулы менән ҡағыҙлаштырылған ине. Ж. Кейекбаев.
ҠАҒЫҘЛАШТЫРЫУ (ҡағыҙлаштыр-) (Р: документировать; И.: document; T.: belgelemek) ҡ.
Ҡағыҙға теркәп законлаштырыу; документлаштырыу. □ Документировать, фиксировать на бумаге. Йөкләмәне ҡағыҙлаштырыу. Мираҫты ҡағыҙлаштырыу.
ҠАҒЫЛ (Р: продуваемое ветром; И.: ventilated elevation; T.: tümsek) c.
Ҡар йоҡа ятҡан, ҡалҡыуыраҡ, елле (урынға, ергә ҡарата). □ Продуваемый ветром, ветреный (о местности). Ҡағыл ер.
■ Ҡағыл ерҙәрҙә улән көйөп бөткән. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҒЫЛҒАН (Р.: паралич; И.: paralysis; Т.: felç) и. диал.
1. Ниндәйҙер бер ағзаның эшмәкәрлек һәләтен юҡҡа сығарған ауырыу; фалиж.
□ Паралич. Ҡағылғанды дауалау. Ҡағылған һуғыу.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. Ҡағылғанды ҡурсаҡҡа әурәтеп ҡыуалар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАҒЫЛДЫ (Р: цистит; И.: cystitis; Т.: sistit) и. мед. һөйл.
Бәүел ҡыуығы ауырыуы. □ Цистит. Ҡағылдыны дауалау. Ҡағылды имләу.
■ Ҡағылдыны төнлөктән миндек ташлап имләйҙәр. Ф. Хисамитдинова. Бәуел ҡыуығы ауырыуын Арғаяш башҡорттары «ҡағылды булған» тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҒЫЛДЫРЫУ (ҡағылдыр-) (Р: задевать чем-л., что\ И.: touch; T.: dokunmak) ҡ.
Килтереп һуғылдырыу; бәрелдереү.
□ Задевать чем-л., что. В Ҡәләмемә куңел енен ҡағылдырған.. ике нәмә: әууәл — Алла, икенсе — ҡыҙ. Ш. Бабич.
ҠАҒЫЛЙЫУ (ҡағылйы-) (Р: отскакивать; И.: bounce, fly off; T.: geri(ye) sıçramak) ҡ.
1. Ныҡ бәрелеп, кире ырғыу; ҡаҡлығыу.
□ Отскакивать. Туп ҡапҡанан ҡағылйыны.
2. диал. Ҡалғыу, йоҡомһорау. □ Дремать. Ҡағылйып ултыра.
ҠАҒЫЛМА I и. ҡар. кәйелтмәк. Сана ҡағылмала ауып китте. Я Ҡыш көнө сана юлы урыны менән ҡырын була, был урында сана ҡағыла. Шундай урын ҡағылма тип атала. һ. Дәүләтшина.
ҠАҒЫЛМА II и. диал. ҡар. ҡағыл.
Ҡағылмала бесән тиҙ кибә.
ҠАҒЫЛСАН и. диал. ҡар. кәйелтмәк. Ҡағылсандан барыу. Юл буйынан-буйына ҡағылсан.
75