ҠАҒЫЛТЫУ
ҠАҒЫЛТЫУ (ҡағылт-) (Р.: обижать; И.: offend; T.: incitmek) ҡ. диал.
Ситләтеү, ҡыйырһытыу. □ Обижать, притеснять. Етем баланы ҡағылтыу. Етемде ҡағылтҡанды Хоҙай яратмай. Бер кемде лә ҡағылтма.
ҠАҒЫЛЫП-ҺУҒЫЛЫП (Р.: задевая; И.: touching (in passing); T.: dokunarak) р.
1. Бәрелеп, тейеп китеп. □ Задевая. ■ Аҡтырнаҡ ҡына, бәләкәй хужаһының ҙур хәсрәтен уртаҡлашырға теләгәндәй, Хәйҙәрҙең әле аяҡтарына, әле сәстәренә ҡағылып-һуғылып тирә-яғында шыңшыны, баш осона ултырып өрҙө, хатта иркәләнеп-шаярып та ҡараны. Р. Мифтахов.
2. кусм. Күп тапҡыр тегендә-бында инеп, нимә эшләргә белмәй маҡсатһыҙ йөрөү. □ Бесцельно мотаться. Ҡағылып-Һуғылып йөрөу. □ Ҡыҙырас, ҡаты уйланып, бошоноп, коридор буйында ары-бире ҡағылып-һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, йугереп.. китте. 3. Биишева.
ҠАҒЫЛЫР-ҠАҒЫЛМАҪ (Р: едва дотрагиваясь; И.: slightly touching; T.: dokunur dokunmaz) р.
Ҡемгәлер, нимәгәлер еңелсә тейеп. □ Едва дотрагиваясь. Ҡағылыр-ҡағылмаҫ утеу. Ҡағылыр-ҡағылмаҫ һыйпау.
ҠАҒЫЛЫУ (ҡағыл-) (Р: касаться; И.: touch; T.: değmek) ҡ.
1. Ҡемгәлер йәки нимәгәлер ҡул менән тотоноу; тейеү, ороноу. □ Прикасаться, притрагиваться. / Касание, прикосновение. Һаҡ ҡына ҡағылыу. Сәскә ҡағылыу. ■ Ғәли ашҡа ла, сәйгә лә ҡағылманы. 3. Ғәлимов. Ул [Ғабдулла] һикереп торҙо ла миҙалға урелде. Ләкин ҡапыл тыйылып ҡалды. Сөнки Нәғимә инәй уға ҡағылырға берәугә лә рөхсәт итмәй ине. М. Кәрим. • Яҡшы ҡағылһа — йән һөйөнә, яман ҡағылһа — йән көйөнә. Әйтем.
2. төш. ҡар. ҡағыу I. страд, от ҡағыу I. Ишеккә таҡта ҡағылған.
3. Килеп һуғылыу; бәрелеү. □ Касаться, задевать. Туп ҡағылды. ■ [Гөлйөҙөм] боролоп ишеккә барып ҡағылды, ул тыштан
бикле ине. Һ. Дәүләтшина. Уларҙың [Юлдаш менән Ҡыҙырастың] тауыштары, бик алыҫҡа, Ирәндек ҡаяларына барып ҡағылып, кире ҡайтты. 3. Биишева.
4. Юл ыңғайында туҡтап китеү; инеп сығыу; һуғылыу. □ Заходить, забегать, забежать куда. Ҡайтышлай ҡағылды. Ҡағылып киттеләр.
5. һөйл. Ауырыу тейеү, йоғоу. □ Приставать, передаваться (о болезни). Ауырыу ҡағылыу. ■ Гөлйемеш апайҙың куҙ алдары ҡараңғыланып китте: «Ни булды был балаға? Ниндәй генә зәхмәттәр ҡағылды икән?» М. Кәрим.
6. кусм. Мөнәсәбәтле, бәйләнешле булыу □ Иметь отношение, относиться. Эшкә ҡағылған мәсьәлә. Миңә тугел, һиңә ҡағыла.
7. һүҙ ыңғайында нимәлер тураһында әйтеп үтеү. □ Попутно коснуться, затронуть. Ер мәсьәләһенә ҡағылып китеу. Проблемаларға ҡағылып китеу. В Ауылдаштары [Хисмәтулланың] куп белеуенә ғәжәпләнделәр, һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Бәхәсләштеләр. Ҡәңәш иттеләр, һәр кем уҙен борсоған мәсьәләгә ҡағылды. Я. Хамматов. Тап шул осор уҙәктәге ялтыр башлы иң ҙур етәксе нәубәттәге телмәрендә ауыл хужалығына тура ҡағылып, уҙенең бөтә илгә таралған курһәтмәләрен бирҙе. Й. Солтанов.
8. кусм. Нимәнеңдер тәьҫире, шауҡымы тейеү. □ Иметь отношение, касаться. Аслыҡ еле ҡағылманы. Заман еле ҡағылыу.
9. кусм. Кешене нимәләлер ҡыҫып, сик-ләп, уға зыян килтереү. □ Задевать, покушаться, притеснять. Ҡеше хоҡуғына ҡағылыу. Мөлкәткә ҡағылыу.
10. Кире, насар яғын әйтеп, кемделер битәрләү, әрләү. □ Укорять, упрекать кого. Ҡарттар ҡаты ҡағылдылар. Ололар йәштәргә ныҡ ҡағылдылар.
ҠАҒЫЛЫШ (Р: отношение; И.: attitude; T.: ilgi) и.
Нимәгәлер булған мөнәсәбәт, ҡатнаш, бәйләнеш. □ Отношение, касание, причаст-
76