ҠАҒЫП-ҺУҒЫУ
ность. Ҡағылышы булыу. Эшкә ҡағылышы булмаған.
ҠАҒЫЛЫШЛЫ (Р.: имеющий отношение; И.: relevant; T.: ilgili) с.
Ниндәйҙер йәһәттән мөнәсәбәтле, ҡатнашлы, бәйләнешле. □ Имеющий отношение, касательство к чему, относящийся, касающийся, причастный. Мәҙәниәткә ҡағылышлы материалдар. Халыҡтың киләсәгенә ҡағылышлы мәсьәлә. Медицинаға ҡағылышлы ҡануниәт. ■ Ғәҙелйән ағай Фәйезде Илбаевҡа ҡағылышлы материалдар менән таныштыра башланы. В. Исхаҡов.
ҠАҒЫН и. диал. ҡар. ҡағылма I. Ҡағында сана түңкәрелеп китте. Ҡағында иғтибарлы булырға кәрәк.
ҠАҒЫНДЫ I (Р.: мусор, отходы (от стряхивания); И.: litter; T.: süprüntü) и.
1. Нимәнелер ҡаҡҡанда, ҡуҙғатҡанда төшкән сүп. □ Мусор, отходы (от стряхивания ). Ҡағындыны һепереп алыу.
2. диал. Етен, киндерҙең талҡындан үткәргәндә сыҡҡан сүбе; талҡыш. □ Обойки. Киндер ҡағындыһы. Етен ҡағындыһы.
ҠАҒЫНДЫ II (Р: притеснение; И.: oppression; T.: baskı) и.
Ҡыйырһытылған, ситләтелгән хәл. □ Притеснение, притеснённость. Кеше ҡағындыһында булыу. Ҡағындыла йәшәү.
ҠАҒЫНДЫРЫУ (ҡағындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡағыныу 1,2. понуд. от ҡағыныу 1, 2. Ҡанат ҡағындырыу.
ҠАҒЫНЫП-ҺӨРТӨНӨҮ (ҡағынып-һөртөн-) (Р: умываться; И.: wash up; T.: yıkanmak) ҡ. йыйн.
Йыуыныу, таҙартыныу. □ Умываться, мыться; привести себя в порядок. • Ҡағы-нып-һөртөн дә тағы эшкә тотон. Әйтем.
ҠАҒЫНЫП-ҺУҒЫНЫП (Р: взмахивая крыльями; И.: shaking it off; T.: kanat çir-parak) p.
1. Ҡанаттарын елпеп. □ Взмахивая крыльями. ■ Бик оҙаҡ барғас, бабайҙың алдына йәнә бер ҡош осоп килеп тошкән. Ҡағынып-һуғынып, Нөрхөтдингә әйләнгән. Әкиәттән.
2. кусм. Йөрәкһеп, талпынып; елкенеп. □ Воодушевлённо, вдохновенно. Ҡағынып-һуғынып йөрөу. К Ҡыҙырас, ҡағынып-һуғынып, һабан турғайы булып сырылдарға тотондо. 3. Биишева.
ҠАҒЫНЫУ (ҡағын-) (Р: отряхиваться; И.: shake oneself down; T.: silkinmek) ҡ.
1. Кейем-Һалымды, өҫ-башты сүп, саңдан ҡаҡҡылап таҙартыу. □ Отряхиваться. Саңдан ҡағыныу. Ҡағынып алыу. ■ Тоҙ сығарыусылар йыуынып, ҡағынып, өҫ кейемдәрен алмаштырып алғас, көнлөк тоҙҙарын подрядчикка тапшыра башлайҙар. 3. Ураҡсин.
2. Ҡанаттарҙы елпетеү. □ Взмахивать, бить крыльями. Ҡаҙҙар ҡағына. Ҡағынып ала. Ҡағынып ҡуя. М Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл, талдар араһында ҡағынып. Халыҡ йырынан. Ап-аҡ ҡына, ап-аҡ, ай, аҡсарлаҡ ағын һыуға төшөп ҡағына. А. Игебаев.
3. кусм. Ярһыу, тулҡынланыу. □ Биться, порываться. Күңел ярһый, ҡағына.
ҠАҒЫНЫУ ҠАУРЫЙҘАРЫ (Р: маховые перья; И.: wing-feathers; T.: uçma tüyü) и.
Ҡош ҡанатындағы иң эре һәм ҡаты ҡаурыйҙар. □ Маховые перья. Ҡағыныу ҡаурыйҙары талмаһын.
ҠАҒЫҢҠЫРАУ (ҡағыңҡыра-) (Р: трясти, хлопать что; И.: nail slightly; T.: silkmek) ҡ.
Еңелсә ҡағып ҡуйыу. □ Трясти, хлопать слегка что. Бесәнде ҡағыңҡырап тейәү. Арҡаһынан ҡағыңҡырап алыу.
ҠАҒЫП-ҺУҒЫУ (ҡағып-һуҡ-) (Р: выбивать; И.: shake (up); T.: çubuklamak) ҡ.
1. Ҡаҡҡылап, һуҡҡылап, саңдан һ. б. таҙартыу. □ Выбивать, отбивать, колотить; встряхивать, очищать (от пыли, снега и т. д.). Кейемде ҡағып-һуғыу. Балаҫты ҡағып-һуғыу.
2. Ҡабартыу, күпертеү. □ Трясти, хлопать, взбить что. Мендәрҙе ҡағып-һуғып алыу. Бесәнде ҡағып-һуғыу. ■ Иң элек ул [өләсәйем] йәйғор төҫтәрендәге буйлы балаҫ өҫтөнә ҙур кейеҙҙе икегә бөкләп түшәй,
77