Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 78


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҒЫТ
ҡағып-һуғып, ҡаҙ мамығы тултырылған тауҙай ике яҫтыҡ һала, «быйыл ғына яҙғы йөндән һырығайным» тип ҡалын юрғанды йәйеп ебәрә. «Шоңҡар», № 9, 2011.
3. Төрлө яҡҡа һуғыу, сайҡалдырыу □ Кидать, бросать. Тулҡындар ҡағып-һуға. Диңгеҙ тулҡыны ҡағып-һуға. ■ Нескә билкәй, һине ҡағып-һуғып йөрөтмәксе була тулҡындар. А. Игебаев.
4. кусм. Тынғы бирмәү, ҡыйырһытыу, әрләү; туҡмау. □ Обижать, притеснять. Ҡағып-Һуғып тороу. Ҡағып-Һуғып йөрө-төу. ■ [Әкиәттә] угәй ҡыҙын гел генә ҡағып-һуғып, һәр яҡшылығын яманлыҡ тип, һәр уңышын уңышһыҙлыҡ тип, унан ҡотолорға теләгән угәй әсә уҙ язаһын ала. Ә. Сөләймәнов.
ҠАҒЫТ и. диал. ҡар. ҡаҡ II. Ш Ҡағытты алманан да ҡоябыҙ. Ҡыш көндәре ҡағыт менән сәй эсеуҙәре уҙе бер байрам. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҒЫТЫУ (ҡағыт-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйырһытыу. ■ [Носрат:] Минең куңел киң. Бер балам янына уның да балалары һыйыр, ҡағытмам. Й. Солтанов.
ҠАҒЫУ I (ҡаҡ-) (Р.: забивать, заколачивать, стучать, прибивать; И.: drive in; nail; T.: çakmak) ҡ.
1. Осло бер нәмәне һуғып, ҡаҙаҡлап беркетеү; ҡатыу. □ Забивать, заколачивать, стучать, прибивать. Ҡаҙаҡ ҡағыу. Шына ҡағыу. Ҡейем элгесте ҡағыу. Ишеккә алтаҡта ҡағыу.
2. Кире һуғыу, ҡайтара һуғыу. □ Отбивать, ударять. Туп ҡағыу. • Яңғыҙ батыр яу ҡаҡмаҫ. Мәҡәл.
3. Шаҡылдатыу, туҡылдау. □ Стучать, стучаться, колотить. Ҡапҡа ҡағыу. Ишек ҡағыу. ■ [Наҡышев] карауатына кире барып ятырға әҙерләнгәндә, ишек ҡаҡҡан тауыш ишетелде. Я. Хамматов. [Үлмәҫҡол] урам яҡтан баҡсаһы булмаған тәуге өйҙөң тәҙрәһен ҡаҡты. С. Ильясов.
4. Йылы хис-тойғо белдереп, йомшаҡ ҡына яратыу, һөйөү. □ Хлопать, похлопывать. Яурындан ҡағыу. ■ Арыҫландай
батырҙарҙың арҡаһынан ҡағығыҙ. Халыҡ йырынан. Ғәбит ағай бала кеуек шатланды: .. урынынан һикереп тороп, Ҡыҙырастың арҡаһынан ҡағып, эйелгән башын юғары кутәреп ҡуйҙы. 3. Биишева. Оло инәйем Ҡара Йомағолдоң йомшаҡ ҡына арҡаһынан ҡаға. М. Кәрим.
5. Даңғылдатып һуғыу, бәргеләү. □ Бить, ударять. Барабан ҡағыу. М Скрипка һыҙҙыра сиңерткә, барабан ҡаға ҡуян, һандуғастар ҡурай тарта — бар урман моңға тулған. Г. Ситдикова. • Туйҙан һуң дөмбөр ҡаҡмайҙар. Мәҡәл.
6. һелккеләп, һуҡҡылап, саң, бысраҡтан таҙартыу. □ Трясти, вытряхивать, выбивать, отряхивать. Өҫ-башты ҡағыу. ■ Ҡатындың ниһен маҡтайһың — ҡағып тушәк һалмаған. М. Аҡмулла. • Тун курмәгән тун курһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр. Мәҡәл.
7. Елпеү хәрәкәте яһау. □ Взмахивать. Ҡоштар ҡанаттарын ҡағалар. ■ Ат, дилбегә ҡаҡҡанды ла көтмәй, баш ташлап юрта. С. Агиш. • Яҡшы атҡа дилбегә ҡағыу ҙа етә. Мәҡәл.
8. Ҡабат-ҡабат һуғылыу, бәрелеү (тулҡын тураһында). □ Биться, ударяться (о волнах). ■ Иҙелдә тулҡын бәуелеп ярҙарҙы ҡаға. М. Кәрим.
9. Ел өрөп тороу. □ Продуть, продувать. Ел ҡаҡҡан урын. • Ҡапҡаһынан эт баҡмай, төнлөгөнән ел ҡаҡмай. Мәҡәл.
10. кусм. Үҙ итмәй рәнйетеү; ҡыйырһытыу. □ Обижать, притеснять. ■ Минән дә генә ҡалған ир баланы аталары юҡ тип ҡаҡмағыҙ. Халыҡ йырынан. • Ир ҡаҡҡанды ил ҡағыр. Мәҡәл.
♦ Ҡаҡҡан ҡаҙыҡ (йәки бағана) кеүек шаҡ ҡатып баҫып ҡалған кешегә ҡарата әйтелә. □ Остолбенеть, соотв. Как (будто, словно, точно) аршин проглотил. ■ Шакир, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеуек, соланда баҫып ҡалды. һ. Дәүләтшина. Ҡыҙ, кузовҡа баҫҡан көйө, оҙаҡ итеп ҡул болғаны, егет, ҡаҡҡан бағана кеуек, бик оҙаҡ ҡуҙғала алмай торҙо. М. Кәрим. Ҡолаҡ ҡағыу ниәт иткән, өмөт тотҡан нәмәңдән ҡоро ҡалыу. □ соотв.
78