Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 79


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҘ
Остаться с носом. Аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан. ■ Ҡулыма төшкән байлыҡтан ҡолаҡ ҡаҡҡанға үкенәм. Я. Хамматов. • Ҡүпте өмөт иткән әҙҙән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мәҡәл.
ҠАҒЫУ II (Р.: продуваемый ветром; И.: draughty; T.: havalanan) с.
Ҡалҡыуҙағы еләҫ; ҡағыл (урынға ҡарата). □ Продуваемый ветром, ветреный (о местности). Ҡағыу ерҙә ҡурай һырғый булып үҫә. һарай башы ҡағыу ғына, бесән елләр.
ҠАҒЫУ III (Р.: сухой; И.: dry; T.: kuru) с.
Елле, ҡоро (көнгә ҡарата). □ Сухой, ветреный (о погоде). Ҡағыу көн. Августың ҡағыу көндәре онотолмай.
ҠАҒЫУ IV (ҡаҡ-) (Р: варить перемешивая; И.: cook mixing, stirring; T: karıştırarak pişirmek) ҡ. диал.
Болғап бешереү. □ Варить перемешивая. Бутҡа ҡағыу.
ҠАҒЫУ V (ҡаҡ-) (Р: молотить цепом; И.: thresh with a flail; T: el döveni ile dövmek) ҡ. диал.
Ашлыҡ һуғыу. □ Молотить цепом. Иген ҡағыу. Ҡөлтә ҡағыу. Арыш ҡағыу.
ҠАҒЫУ VI (ҡаҡ-) (Р: забивать, вбить трубу в землю; И.: drive in, hammer in a pipe; T.: kakmak) ҡ. диал.
Ергә торба төшөрөү. □ Вбивать, вколачивать, забивать, вбить трубу в землю для выкачивания воды. Һыуҙы ҡағып үткәрҙек.
ҠАҒЫШТЫ и. диал. кәйелтмәк. Ҡағыш-тыла санабыҙ ауҙы.
ҠАҒЫШТЫРЫУ (ҡағыштыр-) (Р: забивать; И.: drive in a little; T.: çakmak) ҡ.
1. Арлы-бирле, саҡ-саҡ ҡағыу. □ Забивать, заколачивать (кое-как, чуть-чуть). Ҡойманы ҡағыштырып ҡуйыу. Иҫке ҡапҡаны ары-бире ҡағыштырып ҡуйыу.
2. Туҙандан (ҡарҙан һ. б.) таҙартҡылау.
□ Выбивать пыль (чуть-чуть). Ҡейемде туҙандан ҡағыштырыу. Тунды ҡарҙан ҡағыштырыу. Быйманы ҡағыштырыу.
3. Янған утынды ҡағып-һуғып йүнәтеү. □ Ворошить (поленья). Усаҡты ҡағыштырыу. Н һырбикә .. һурпаны һапы
рып, ҡаҙан аҫтындағы тиҙәкте ҡағыштырып, йәһәтләп йөрөп ята. Әкиәттән.
ҠАҒЫШЫУ (ҡағыш ) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡағыу I, 1—7. взаимн. от ҡағыу I, 1—7. Ҡейем ҡағышыу. Ҡаҙыҡ ҡағышыу. ■ Ярҙамсыл егет, келәмде ҡағышып, килешле генә бөкләп, күтәреп фатирға индереп ҡуйҙы. «Ағиҙел», № 7, 2012.
2. диал. ҡар. һуғышыу. Малайҙар ҡағыша башланы.
ҠАДИМ [ғәр. (Р: путник; И.: traveller;
T: yolcu) и. иҫк.
Юлдағы кеше, юлсы. □ Путник. Ҡадим-дар өсөн йорт. Хызыр Илъяс ҡадим, теләнсе булып килеп инеүе бар, шуға уларҙы яҡшы ҡабул итегеҙ.
ҠАДИР [ғәр. ] (Р: сильный; И.: strong; T.: kuvvetli) с.
1. иҫк. кит. Көслө, ҡеүәтле. □ Сильный, мощный, могучий. Ҡадир хан. ■ Ҡүк күгәр-сендәрҙең күрке бар, аҡ күгәрсендәрҙең бүрке бар. Ҡәһәрҙәрен һалһа ҡадир мәүләм, рәхимдәрен һалһа ирке бар. Экспедиция материалдарынан.
2. Һәләте булған, һәләтле, булдыра алыусы. □ Способный. Ҡадир егет. М Юҡ итергә һәм дә бар итергә һин ҡадирһың — барыһын бер көндә. Б. Мирзанов.
ҠАҘ I (Р: гусь; И.: goose; T: kaz) и.
1. зоол. Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы эре һыу ҡошо. □ Гусь. / Гусиный (лат. Anser). Эре ҡаҙ. Ата ҡаҙ. Инә ҡаҙ. Бала ҡаҙ. Ҡаҙҙарҙы ашатыу. ■ Юлдаш өләсәһенең аҫтына кейеҙ өҫтөнө ҡаҙ йөнөнән эшләнгән йомшаҡ түшәк тә йәйҙе. 3. Биишева. • Айырылған ҡаҙ тупланған ҡарғаға ем булыр. Мәҡәл. Балалы ҡаҙға ем теймәҫ. Мәҡәл.
2. Шул ҡоштоң ашамлыҡ итеп ҡулланылған ите. □ Гусятина. Ҡаҙ ите өлөшләү. Ҡаҙ итен ҡаҡлау. ■ Халҡыбыҙҙа йәнә ҡаҙ ите иң тәмлеләрҙән һәм файҙалыларҙан һанала. Уны, ғәҙәттә, туҡмаслап бешерәләр, һис шикһеҙ, ҡаҙ ите, тәмле булыу менән бергә, бик файҙалы ла. Аҙ ҡанлы тигән диагноз ҡуйылған кешеләргә ҡаҙ итен мотлаҡ
79