ҠАҘ
ашарға тәҡдим итәләр. «Башҡортостан», 21 июль 2011. • Ҡаҙ булһа, һимеҙ булһын. Мәҡәл. Ҡырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра. Мәҡәл.
3. этн. Ырыу, ара һәм атрибутика атамаһы. □ Родо-племенная этнонимия и атрибутика. Ҡаҙ араһы.
4. миф. Ышаныуҙар буйынса, йөнө, ҡанаты, ҡойроғо төрлө йолаларҙа файҙаланылған тотем ҡош. □ Гусь (тотемная птица, его пух, перо, хвост участвуют во многих обрядах). М Ҡыр ҡаҙын һанарға ярамай. Тыйыуҙан. • Әҙәм ҡаны менән ҡаҙ ҡаны атлатмаҫ. Мәҡәл.
ҠАҘ II (Р.: копна из снопов проса; И.: shock of millet sheaves; T: darı dokurcunu) и.
Тары көлтәһенән ҡуйылған күбә. □ Копна из снопов проса. Ҡаҙ ойоу. Бөгон беҙҙең бригада 20 ҡаҙ ҡуйҙы.
ҠАҘАҠ I (ҡаҙағы) (Р: казах; И.: Kazakh; T: Kazak) и. этн.
Ҡаҙағстан Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәрҙец береһендә һөйләшә). □ Казах, казашка. Ҡаҙаҡ батыры. Ҡаҙаҡ теле. Ҡаҙаҡ аҡыны. Ш Байрамда бик күп халыҡ йыйылған була. Ҡәрәштә бер ҡаҙаҡ бәһлеүәне алдына берәүҙе лә сығармай икән. Халыҡ ижадынан. Юлда саҡта Ирназар Айытбай исемле ҡаҙаҡ егете менән танышҡайны. Ә. Хәкимов.
ҠАҘАҠ II (ҡаҙағы) (Р: фунт; И.: pound; T: libre) и.
Боронғо ауырлыҡ үлсәү берәмеге (96 мыҫҡалға, хәҙергесә — 409,5 грамға тиң). □ Фунт. Бер ҡаҙаҡ май. Ике ҡаҙаҡ мамыҡ. М Бәләкәй генә, ябыҡ ҡына ҡыҙыл һыйырҙы күршеләге Нәғимә әбейгә ҡалдырып китәләр ҙә, ул, йәй буйы һауып, һөтөн эсә, быларға егерме-егерме биш ҡаҙаҡтай май, ҡырҡ-илле башлап булһа ла ҡорот йыйып, әҙерләп ҡуя ине. һ. Дәүләтшина. [Заһир — Мицлебикәгә:] Орлоҡҡа барыусыларға колхоз келәтенән икешәр ҡаҙаҡ арыш оно яҙырға ҡуштым, ә һицә балаларың хаҡына тағы ла бер ҡаҙаҡ өҫтәтермен. Бүтән юҡ. Р. Хажиев.
ҠАҘАҠ III (ҡаҙағы) (Р: гвоздь; И.: (large) nail; T: çivi) и.
1. Тимер сөй. □ Гвоздь. Ҡаҙаҡ ҡағыу. Ҡаҙағын һурып алыу. ■ Заятүләк серем итеп алғансы, ике өлкән ағаһы Күк толпарҙыц табанына тимер ҡаҙаҡ ҡағып ҡуя. Халыҡ ижадынан. • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. Мәҡәл.
2. миф. Убырҙы ҡуҙғала алмаҫлыҡ хәлгә килтереү, ерҙән эләккән ауырыуҙар эйәһен ҡыуыу йолаларында ҡулланылған миф-лаштырылған предмет. □ Гвоздь (мифологизированный предмет, участвующий в обрядах пригвождения мертвеца — вампира (убыр), изгнания духов болезней, приставших от земли). М Ҡешегә, малға зыян килтермәһен өсөн, убырҙың ҡәберенә оҙон ҡаҙаҡ ҡаҡҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡаҙаҡ булып ҡаҙалыу ниндәйҙер уй-фекерҙең тынғылыҡ бирмәүе. □ Не давать покоя, беспокоить, соотв. Кошки скребут на душе у кого. Был уй ҡаҙаҡ булып ҡаҙалды.
ҠАҘАҠ IV (ҡаҙағы) (Р: холостяк; И.: bachelor; T: bekar) и. диал.
Буйҙаҡ, өйләнмәгән егет. □ Холостяк. Улына утыҙ йәш, һаман ҡаҙаҡ булып йөрөй.
ҠАҘАҠ V (ҡаҙағы) (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, тамъян, ҡыпсаҡ, әйле, табын ырыуҙары араһы. □ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, усерган, тамьян, айле, табын.
ҠАҘАҠБАШ (Р: одинокий человек; И.: single person; T: yalnız kişi) и. диал.
1. Яңғыҙ кеше. □ Одинокий человек. Ҡаҙакбашка ҡайҙа ла бер.
2. Өйләнмәгән, буйҙаҡ кеше. □ Холостяк. Ҡаҙакбашка фатир бирмәйҙәр.
ҠАҘАҠ БЫРАУЫ (Р: буравчик; И.: gimlet; T: burgu) и. тех.
Сөй урыны тишә торған нәҙек кенә бырау. □ Буравчик. Ҡаҙаҡ бырауы менән
80