ҠАҘАҠ ҺАЛМАҺЫ
ҠАҘАҠ ҺАЛМАҺЫ (Р.: лапша, нарезанная размером с ладонь; И.: noodles; T.: erişte) и. этн.
Итле ашҡа һала торған ус аяһы ҙурлығында итеп киҫелгән һалма. □ Лапша, нарезанная размером с ладонь. Ҡаҙаҡ һалмаһы ҡырҡыу. Ҡаҙаҡ һалмаһы бешереу.
ҠАҘАҠ ҺӨТЛӨКӘЙЕ и. бот. диал. ҡар. кәкүк сәскәһе. Ҡаҙаҡ һөтлөкәйе сәскә атҡан. Бесәнлектә ҡаҙаҡ һөтлөкәйе өҙҙөм.
ҠАҘАҠ ҺУРҒЫС (Р.: гвоздодёр; И.: nail drawer; T.: çivi söken) и.
Ҡаҙаҡланған ҡаҙаҡты һурып, тартып алыу ҡорамалы. □ Гвоздодёр. Ҡаҙаҡ һурғыс менән тартып алыу. Оҫта балта, ҡаҙаҡ һурғыс, бырау һатып алды.
ҠАҘАҠ ЯҺАУ ОҪТАХАНАҺЫ (Р: гвоздильная мастерская; И.: nail making shop; T.: çivi demircisi dükkanı) u.
Ҡаҙаҡ, сөй яһау урыны. □ Гвоздильная мастерская, гвоздарная. Ҡаҙаҡ яһау оҫта-ханаһында эшләу. Ҡаҙаҡ яһау оҫтахана-һында булыу.
ҠАҘАЛДЫРЫУ (ҡаҙалдыр-) (Р: вонзать; И.: thrust (into); T.: saplamak) ҡ.
Ҡаҙалырға юл ҡуйыу; ҡаҙалтыу. □ Вонзать, втыкать что. Энәне ҡаҙалдырыу. В Ҡарыулашырға маташҡан Моталдың ауыҙын ул [дуҫы] киҫкен ҡул киҙә-неше менән яптырҙы, шымтайып ҡалған Ҡыҙыл башҡортҡа уғының осон ҡаҙалдырҙы. Й. Солтанов.
ҠАҘАЛТЫУ (ҡаҙалт-) (Р: вонзать; И.: stick into; T.: sokmak) ҡ.
Ҡаҙалырға юл ҡуйыу, ҡаҙалырға ирек биреү. □ Вонзать, втыкать, ставить. Аяҡҡа суп ҡаҙалтыу. Бармаҡҡа суп ҡаҙалтыу. Ағасҡа уҡ ҡаҙалтыу.
ҠАҘАЛЫУ (ҡаҙал-) (Р: вонзаться; И.: pierce; thrust (into); T.: saplanmak) ҡ.
1. Осло нәмәгә ныҡ итеп төртөлөү; сәнселеү; тишеп инеү. □ Вонзаться, втыкаться. Ҡулға энә ҡаҙалды. Уҡ ағасҡа ҡаҙалды. ■ [Егор Николаевич] ҡапыл эйелде һәм, бер услам ҡылғанды йолҡоп алмаҡсы булып, тартып ҡарағайны, ҡыу һабаҡтар шы
тыр-шытыр килеп өҙөлдө, осондағы сәнскеле аҡ баштары һыпырылып, уның йоҡа ғына бирсәткәһенең бармаҡтарына ҡаҙалды.
3. Ураҡсин. • Ағасҡа ла менһен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын. Мәҡәл. Сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалма. Мәҡәл.
2. кусм. Ныҡ тәьҫир итеп әрнетеү.
□ Вонзаться, ранить. М Ғәрсел Айбулатка был һуҙҙәр бик уткер булып ҡаҙалдылар. һ. Дәүләтшина. Осло беҙҙәй ҡаҙалды шул яҡын дуҫым әйткән ауыр һуҙ! А. Игебаев.
3. Тәнгә йәбешеү, инеү (бөжәктәргә ҡарата). □ Впиваться, присасываться (о насекомых). Талпан ҡаҙала, һөлөк ҡаҙалған.
4. кусм. Юҡҡа сығыу, юҡ булыу.
□ Пропасть, исчезнуть. ■ Ҡаҙалһын донъяһы — куңелгә ҡыҙыҡһыҙ. Ш. Бабич. [Мә-ғузә:] Ҡайҙа ҡаҙалып бөткәндәр?! Б. Бикбай. • Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып улер. Мәҡәл.
5. кусм. Ныҡ иғтибар менән күҙ алмай текләү. □ Пронизывать взглядом, вперять взгляд, сидеть, уставившись на кого-что. Ҡаҙалып ҡарау. Беҙҙәй куҙҙәре менән ҡаҙалып ҡарай. М Мәкегә ҡапланырҙай булып, ҡалҡыуысҡа ҡаҙалып ултырам. Ф. Иҫәнғолов.
6. кусм. Ныҡышып, бирелеп китеп нимәлер эшләү. □ Старательно что-л. делать. Ҡитапка ҡаҙалыу. Бәйләмгә ҡаҙалыу. ■ Фәриҙә, өйгә инеп, бер мөйөштә китабына ҡаҙалып ултырған ҡыҙына шатлыҡлы хәбәрҙе әйтте. «Йәшлек», 11 март 2008.
7. Бик ныҡ асығып, туймаҫтай булып ашау; йотолоп ашау. □ Набрасываться на еду. Был әҙәм ҡаҙалып ашай. Астыр инде, шул хәтлем ҡаҙалып ашай.
8. кусм. һөйл. Ғәйеп табып ныҡ бәйләнеү. □ Придираться к кому-чему. Ни нәмәһенә миңә ҡаҙалаһың? Юҡ-бар өсөн ҡаҙалыу. Комиссия ағзалары ҡаҙала. М Хужа ҡатын да тәуге йылдағы һымаҡ ҡаҙалып бармай, батрактың эшенә ҡыҫылмай. Ә. Хәкимов.
♦ Бысаҡ ҡаҙалғыр ҡарғағанда әйтелә.
□ Чтоб провалился (зложелание). ■ Ҡан
82